Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәрәкәттә — бәрәкәт
Отпусктан һуң күптәр артыҡ һимереүҙән зарлана. Беҙҙең эксперт — Республика дауалау-физкультура диспансеры ҡарамағындағы Сәләмәтлек үҙәге етәксеһе Наталья Бикбаева был хәлде булдырмаҫ өсөн күберәк хәрәкәтләнергә ҡуша. "Көн дә физик күнекмә яһарға иренеүселәр төрлө уйын уйнаһын. Хәрәкәтсән уйын артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә, кәйефте күтәрә", — ти ул.

Һыу буйында уйнап ҡал

Тән тиреһе ҡояшҡа тигеҙ янһын, матур төҫкә инһен өсөн ҡомда ятып түгел, күберәк хәрәкәт итеп ҡыҙынырға кәрәк. Пляж волейболы уйнаусыларҙы күрһәгеҙ, уларға ҡушылығыҙ. Балаларығыҙ менән шыма таштар табып, һыу өҫтөнән һикертегеҙ йәки башҡа мауыҡтырғыс шөғөл табығыҙ. Уйын яңы дуҫтар табырға, яҡындарыңдың күңел кисерешен асыҡларға форсат бирә. "Ҡомда һәм ҡырсында яланаяҡ йөрөү табанға массаж яһауға тиң", — ти Наталья Фёдоровна.

Урманда нисек күңел асырға?

Тәбиғәт ҡосағына килгәс, ашап-эсеп кенә ултырмағыҙ. Тәүҙә эргә-тирәгеҙҙе сүп-сарҙан таҙартығыҙ: тәбиғәткә лә файҙа булыр, быуындарығыҙҙы ла яҙылдырырһығыҙ.
Ҡаҙанда аш бешкән арала аппетитты асыр өсөн мауыҡтырғыс уйындар ойошторорға мөмкин.

Хәрәкәттә — бәрәкәт"Һыу ташыу"

Уйында бер нисә кеше ҡатнаша. Һәр ҡайһыһына ҙур булмаған бер иш һауыт бирелә. Алыҫыраҡ ергә биҙрәләр ултыртыла һәм дәртле көй ҡуйыла. Йыр-моң тынғас, уйын туҡтатыла. Иң күп һыу йыйыусы еңеүсе була.

"Кәпәс сисеү"Хәрәкәттә — бәрәкәт

Был уйынға буй оҙонлоҡтарының айырмаһы биш сантиметрҙан ашмаған ике кеше саҡырыла. Улар бер-береһенең баш кейемен сисергә тейеш. Кем дәғүәсеһенең кәпәсен һалдыра — шул еңеүсе.
Уйын ҡағиҙәләре ябай:
— баш кейемен төҙәтеп алырға, дәғүәсенән ҡасҡанда төрлө яҡҡа тайпылырға, уны алдаштырырға, ҡулдарын ситкә этергә мөмкин;
— һыҙылған сик аша сығырға, башыңдағы кәпәсте тотһалар, бирмәйем тип тартҡылашырға, дәғүәсеңде этеп ҡолатырға, уға аяҡ салырға, һуғырға, кейеменән тартырға ярамай;
— кешенең кәпәсенә һонолған ҡул хәүефле, сөнки бармаҡтарҙың яңылыш күҙҙе йәрәхәтләүе ихтимал. Шуға күрә кәпәскә үрелгән саҡта бармаҡтарҙы үҙеңә ҡаратырға кәрәк.

Хәрәкәттә — бәрәкәт"Ат сабышы"

Ярышыусылар тубығы менән тупты ҡыҫып, ҡулдарындағы "сыбыртҡы" менән уға һуға-һуға билдәләнгән ағасты урай. Кем беренсе булып кире элекке урынына барып етә, шул еңеүсе.


"Ҡалҡан"Хәрәкәттә — бәрәкәт

Ике кешегә ике яҡтан да тотҡаһы булған ҡалҡан бирәләр. Улар бер-береһен этеп ҡолатырға түгел, ә һыҙыҡтан ситкә сығарырға тейеш. Уйын аяҡ, ҡул мускулдарын нығытырға ярҙам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә