Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәҫелдән килгән һәләт
Мөләйемлеге, алсаҡлығы, баҫалҡылығы менән башҡаларҙан айырылып торған Мәғзүнә ханым менән былтыр Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында уҙған Ғабдулла Сәйеди йыйынында осраштыҡ. Иҫемдә, ул ҡунаҡтар алдына оло табаҡ менән хуш еҫ бөркөп торған бишбармаҡ килтереп ултыртты ла тәрилкәләргә ашты бүлгән арала беҙгә ошоларҙы һөйләне:

— Был ябай ҡорбан булманы. Һарыҡтың тиреһенә “Аллаһ” тип яҙылғайны. Әлхәмдүлилләһ шөкөр, ҡартатайым рухы был хәлгә ҡәнәғәт ҡалыр, — тине ул бер аҙ тулҡынланып. — Теләүселәр, тирене барып ҡарай алаһығыҙ.
Мул ҡуллы Мәғзүнә татлы ҡорбан итен һәр кемдең алдына өлөшләп һалып сыҡты. Тәмле аш барыһының да күңеленә хуш килде. Шуныһы хайран итте, кешеләр күпме ашаһа ла, табаҡта аш бөтмәне, табында һый кәмемәне. “Аллаһ аш-һыуыбыҙға бәрәкәтен ебәрҙе, иншаллаһ — тине аранан берәү. — Изгеләр рухына бағышланған табында гел шулай була”.
Ошо йыйындан һуң миндә был серле ханым менән яҡынданыраҡ танышыу теләге уянды. Оҙаҡ көттөрмәй форсаты ла сыҡты. Яҡын танышымдың балаһы турниктан ҡолап, башынан сыҙай алмай ауырып китте. Төрлө дауаханаларға йөрөтөп ҡаранылар. Аптырағас, бер медсестра уларға: “Баймаҡ районында Мәғзүнә Сәйеди тигән халыҡ табибәһе бар, һеҙ улығыҙҙы шул бағымсыға күрһәтеп ҡарағыҙ. Ул, моғайын, бер яйын табыр”, — тип әйткән.
— Әйҙә беҙҙе Муллаҡайға алып бар, һин Мәғзүнәне беләһең бит, — тине таныштарым.
Бала хаҡына ни генә эшләмәҫһең. Алыҫ сәфәргә бергәләп барырға риза булдым.
Халыҡ табибәһе беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Шунда уҡ баланы ултыртып, үҙе генә белгән алымдарҙы ҡулланып, еп менән башын үлсәй башланы. Ниндәйҙер билдәләр ҡуйҙы. Аҙаҡ епте сисеп, беҙгә күрһәтте:
— Ҡолаҡ тапҡырына ҡуйылған билдәләрҙән үлсәгәндә баштың алғы өлөшө менән артҡы өлөшө бер иш булырға тейеш. Ә бында алғы өлөшөндә еп күберәк. Тимәк, баланың мейеһе алға ҡарай төшкән, уны ҡағырға, урынына ултыртырға кәрәк.
Мәғзүнә малайҙы ултыртып башын, елкә тамырҙарын, яурын тирәләрен һылай башланы. Бер аҙҙан һуң баланың башын күкрәгенә терәп, ниндәйҙер хәрәкәттәр яһаны. Һуңынан аҡ яулыҡ менән ҡыҫып бәйләне лә ятҡырып ҡуйҙы.
— Бер-ике сәғәт йоҡлап ал, улым, шул арала мейең үҙ урынына ултырыр. Башыңдың ауыртыуы ла бөтөр. — Мәғзүнә баланы тыныслыҡта ҡалдырып, икенсе бүлмәгә сығыуыбыҙҙы һораны.
— Шулай анһат ҡына бөтөрмө икән ни? — тине аптырауға ҡалған, был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгән әсә. — Беҙ бит ниндәй генә маҡтаулы врачтарға күренмәнек.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, врачтар мейе төшөүҙе белмәй. Бала организмын ағыулап, төрлө көслө дарыуҙар бирә башлайҙар. Был осраҡта баш мейеһен бына ошолай итеп имләү етә.
Сәй эсеп бөтөүгә беҙҙең эргәгә танышымдың улы килеп сыҡты.
— Әсәй, башым ауыртмайсы, — тине малай, был хәлгә аптырағандай итеп. — Эй, рәхәт икән дәһә баш ауыртмағас.
— Бер нисә көн йүгермә, һикермә, башыңды бәреүҙән, ҡолауҙан һаҡлан. Шунан ул бер ҡасан да ауыртмаҫ.
Таныштарымдың күҙҙәренән йәш атылып килеп сыҡты. Рәхмәтле булыуҙарының иге-сиге лә юҡ ине. Ни алып, ни бирергә белмәгән әсә ҡулындағы алтын балдағын, ҡолағындағы алҡаһын сисеп табибәнең алдына һалды.
— Биреп ризалатыр аҡсам юҡ, ошоларҙы булһа ла, зинһар, ал инде, — тине.
— Беҙ Аллаһ ризалығы өсөн эшләйбеҙ, — тине Мәғзүнә. Хәленән килмәгәндәрҙе Аллаһ хаҡы өсөн бушлай ҙа ҡарап ебәрәбеҙ. Был биҙәүестәреңде кире ал. Һинең улыңды һауыҡтыра алғаныма үҙем дә бик шатмын. Аллаһтың миңә шундай ҡөҙрәт биргәне, кешеләргә ярҙам итә алғаным өсөн ҡыуанам.
Уның ярҙамсыл, эскерһеҙ булыуы күңелемә хуш килде. Ысын халыҡ табибәләре генә шулай изгелекле була алалыр инде.
Шулай тип уйлап та бөтмәнем, Мәғзүнә миңә:
— Апай, һеҙҙең бит күптәнән аяҡтарығыҙ һыҙлай. Бер килгәндә күрһәтегеҙ, — тине.
Аптырап киттем. Күҙҙәренә һораулы ҡарашымды төбәнем.
— Эргәмдә торған кешенең ҡайһы ере ауыртҡанын шунда уҡ беләм. Шуға күберәген, кешеләргә тура ҡарамай, аҫҡа ҡарап йөрөйөм, — тине бағымсы.
Ул минең аяҡ тамырҙары буйлап көслө бармаҡтарын йөрөтә башланы:
— Беҙ ҡан тамыры буйлап дауалайбыҙ. Тамыр урынынан тая. Ҡан тамырын таҙартып, башта уны урынына һалып сығабыҙ. Урынына ултырғас, һылай башлайбыҙ.
— Беҙ, тиһегеҙ. Кемдәрҙе “беҙ” тиһегеҙ?
— Ҡан тамыры буйлап ҡарап бағыу беҙгә ата-бабаларҙан бирелгән ысул. Шәмсиҡәмәр инәй, Ғабдулла ҡартатай, уның улы Әнүәр Ғашиҡин, Әнүәрҙең ҡыҙы Зәйтүнә (Зәйтүнә — беҙҙең әсәйебеҙ), уның ҡыҙҙары Хәмдиә, Гөлназ һәм мин ошо ысул буйынса кешеләрҙе ҡарайбыҙ. Беҙҙең тоҡом Ғабдулла Сәйеди олатай 1834 йылда Бохаранан алып ҡайтҡан Абу-Ғали-Сина китабын уҡып, бағымсылыҡҡа килгән.
Инде аңлашылды, Мәғзүнәнең белгән ғилемен һәр саҡ күплектә, “беҙ” тип һөйләү ғәҙәте бына ошонан килә икән дәһә.
Ҡан тамыры төҙөк булмаһа, кеше ауырый тип дауам итте Мәғзүнә әңгәмәһен. Сирлене тамырынан тотоп ҡарап беләбеҙ.
Мәғзүнәнең иң күп ҡулланған ысулы — һылау юлы менән дауалау икән.
— Һылау менән массаж араһында айырма бармы? — тинем.
— Бар, — тине бағымсы. — Һылағанда ҡан тамыры буйлап ҡарайбыҙ, ә массаж ҡатыуҙы йүнәтә. Һылау менән бөтә ауырыуҙарҙы дауаларға була. Ҡан тамырын дөрөҫ һалып, кешене һауыҡтырып була. Күп ауырыуҙар ҡан тамырынан. Тамырҙы шылдырып һалһаң бөйөр, ашҡаҙан, эске органдар үҙ урынына урынлаша. Эсе түбән булһа, ул да урынына ултыра.
Мәғзүнә дауаханаларҙа ауырыуҙарға массаж яһауҙың ҡайһы бер алымдары менән риза түгел икән. Тәндең айырым өлөштәренә массаж яһауҙың файҙаһы юҡ, ти ул. Организмды бер бөтөн итеп ҡарау аша дауаларға кәрәк. Тик шунда ғына эффект була. Ул үҙе тәндең бөтә өлөштәрен дә, аяҡтан алып башҡа тиклем, һылап ҡарап сыға. Ҡайҙа ауырыу, ул шуны белергә тейеш. Мәғзүнә эште аяҡ бармаҡтарын ҡарауҙан, аяҡ суҡтарының тамырҙарын урынына ултыртыуҙан башлай. Унан шайтан ашыҡҡа, йәғни бәкәлгә күсә. Ғәҙәттә, бәкәлдең ваҡ быуындары урынынан шылыусан. Ауырыуҙың бәкәл быуындары урынындамы? Шылған булһа, һылап, урынына ултырта. Быуынды урынына ултыртҡан саҡта бик ауырта, әммә түҙергә кәрәк. Бер нисә минуттан һауығыу килә, аяғыңа баҫып, рәхәтләнеп атлап китәһең. Күп кешенең ауырыуы бәкәлдә була. Йыш ҡына аяҡ һеңере, йәғни аяҡтың тарамыштары тартылып тора. Кеше ҡыйыш баҫа, атлауы ауырлаша башлай. Аяҡтың бәкәлдәге һеңере тартылһа, башҡа урындарға ла тәьҫир итә, мәҫәлән, муйын боролмай башлай. Яңылыш баҫһа, арҡан шикелле тарта ла ҡуя. Балтырға күсә, балтырҙан тубыҡҡа күтәрелә. Шунан эске органдарға бирә...
Ҡан төйөлгәнде лә врачтар аңламай. Һылау аша төйөлөп торған ҡанды таратып ебәреп була.
Мәғзүнә бағымсының һөйләгәндәренең барыһын да аңлап та бөтә алмайым. Ә ул илһамланып һөйләй ҙә һөйләй.
— Мин күберәген ауырыуҙарҙы Ҡөрьән сүрәләре менән дауалайым: кәрәк саҡта ҡот та ҡоям, тел-теш тә ырҡам, үткәрмә Йәсиндән дә үткәрәм. Кешенең тормошо яйға һалынып, ыңғайланып китә.
Беҙ Мәғзүнә Сәйедиҙән Ҡөрьән уҡыуын һораныҡ. Уның аһәң менән уҡыуы хайран итте. Беҙҙә әле бик һирәк кешеләр генә Ҡөрьәнде шулай матур итеп көйләп уҡый алалыр.
— Афарин, Мәғзүнә, һин ысынлап та ата-олатайҙарыңа лайыҡ затһың!
Мәғзүнә Сәйедиҙең бағымсылыҡ һәләте хаҡындағы хәбәр Өфөгә лә килеп ишетелгән икән. Халыҡ табибы менән Тибет медицинаһының ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Азат Фәйзуллин да ҡыҙыҡһына башлаған.
Бер көндө Азат Фәйзуллин уны эргәһенә саҡыртып алды ла:
— Мәғзүнә апай, беҙҙең менән эшләргә теләйһеңме? — тине. — Беҙ башҡорт халыҡ медицинаһын өйрәнергә ниәт тотабыҙ. Борон бит башҡорттарҙа халыҡ медицинаһы бик алға киткән булған. Тик совет заманында ул иҫкелек ҡалдығы тип юҡҡа сығарылған. Ниндәй тупаҫ хата ебәрелгәнен аңлап, хәҙер шуны төҙәтергә булдыҡ. Һеҙҙең кеүек халыҡ табиптарының тәжрибәһен туплап, системаға һалырға ине.
Бындай изге эшкә Мәғзүнә Сәйеди ҡыуанып риза икәнлеген белдерҙе һәм ихлас итеп бергә-бергә эшләргә ниәт ҡылды. Бер нисә ауырыуға ярҙам итеп, уларҙың күҙ йәше аша әйтелгән оло рәхмәтен ишетергә лә өлгөрҙө инде бағымсы...
Фатима РӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 132

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 482

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 220

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 927

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 692

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 270

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 591

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536