Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Килеп тыуған хәлдә идара итеү командаһының төп бурысы - яғыулыҡ баҙарын тулыландырыу һәм ығы-зығыны туҡтатыу, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика властарының АЗС-тарға яғыулыҡ ташыуҙы арттырыуы һәм бөтә профилле предприятиеларҙың көсөргәнешле эшләүе тураһында хәбәр итте.
«Макроиҡтисади сәбәптәр ҙә, субъектив сәбәптәр ҙә бар. Ләкин АЗС-тарҙа беҙ быны (ҡытлыҡ – ред. иҫкәрмәһе) тоймайбыҙ. Бында логистика менән дә һорауҙар күп. Яғыулыҡ ҡойоу станциялары структураһы бик «сыбар», беҙҙә ике йөҙҙән ашыу «Башнефть» автозаправкалау станциялары эшләй, шәхси АЗС-тар ҙа бар. «Башнефть» АЗС-тары булмаған райондар бар, барыһы ла шәхси эшҡыуарҙарға таяна. Ә уларҙың күләме бәләкәй һәм яғыулыҡ һатып алыу мөмкинлеге булмау сәбәпле, тотош райондар бензинһыҙ ҡала, быға юл ҡуйырға ярамай. Бындай минуттарҙа хөкүмәт тулы көскә эшләргә тейеш.
Кемдер канистрҙар менән һатып алалар тип кешеләрҙе тәнҡитләргә, барыһын да уларға йөкмәтергә тырыша – ысынында был улай түгел. Төп бурыс – логистиканы яйға һалыу. Канистрҙар менән бәйле проблема бар, ләкин ул хәл иткес әһәмиәткә эйә түгел. Беҙ ҡарар ҡабул иттек һәм уны үтәүҙе талап итәм — беҙ яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп һатыуҙы тыйҙыҡ. Ажиотажды ла кәметергә кәрәк, ул да ныҡ ҡамасаулай. Нефть эшкәртеү заводтарынан яғыулыҡ ебәреүҙе 1,5 тапҡырға арттырҙыҡ, шуға күрә ығы-зығы баҫылыр тип өмөтләнәбеҙ.
Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандың ҡала һәм район башлыҡтарына яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп һатыуҙы тыйыу тураһында күрһәтмәнең һәм АЗС-тарҙа индерелгән нормаларҙың үтәлешен күҙәтеп барырға ҡушты.
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...
Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......
Башҡортостанға Ҡыш бабай поезы килә 27.10.2026 // Йәмғиәт
Байрамса биҙәлгән поезд республиканың ике ҡалаһында туҡтай....