Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күләүектә Йыһан сағыла
Күләүектә Йыһан сағылаБашҡорт мәктәптәре өсөн “Башҡорт мәҙәниәте” (“Тормош һабаҡтары”) предметы халыҡ педагогикаһы, йолалары, ижады, тәрбиәүи ҡанундар нигеҙендә яҙылды. Йөрәгендә рух йөрөткән педагогтар уны ихласлап, яратып уҡыта.

“Тормош һабаҡтары” буйынса йыл да олимпиадалар үткәрелә. Предметтың программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе булараҡ, һәр сарала жюри ағзаһы сифатында ҡатнашам.
Быйылғы олимпиада үҙенсәлеклерәк булды — яҙма эштәргә ҙур иғтибар бирелде. Һөҙөмтә халҡыбыҙҙың “күләүектә Йыһан сағыла” тигән әйтемен иҫкә төшөрҙө һәм әлегәсә күңелгә тынғылыҡ бирмәй.
Берҙәм дәүләт имтиханы индерелгәс, республикабыҙҙың байтаҡ мәктәбе юғары кластарҙа (үҫмерҙең фекерләү һәләте иң ныҡ үҫешер мәлдә) предметтарҙы урыҫ телендә уҡытыуға өҫтөнлөк бирҙе. “Тормош һабаҡтары” (күп уҡытыусы риза булмаһа ла) “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” менән алмаштырылды. Ниндәй һөҙөмтә бирҙе был күрәғараулыҡ (беләһегеҙ: күрәғарау — күҙҙең яҡындан ғына күрә алыу сире)?
Быйылғы олимпиадала уҡыусылар 1812 — 1814 йылғы Ватан һуғышына ҡағылышлы ирекле темаға яҙма эш башҡарырға тейеш ине. Мин “Тормош һабаҡтары” буйынса үтәлгән эштәрҙе һоҡланып уҡыным. Һәр балаға призлы урын биреп булмай — иң яҡшылар һайлап алынды. Байтаҡ эште матбуғат баҫмаларына тәҡдим иттем. Бай йөкмәткеле иншалары менән һөйөндөргән барлыҡ уҡыусыға ла ихлас күңелдән рәхмәт әйтәм. (Үкенескә ҡаршы, ижади эшкә иғтибар бүлгән мәктәптәр йылдан-йыл кәмей).
Ә бына башҡорт мәктәптәре тип аталып та, предметтар, нигеҙҙә, урыҫ телендә алып барылған уҡыу йорттарында белем алған йәш милләттәштәребеҙҙең яҙма эштәре уйҙарымды тәрәнәйтә төштө. Ҡоро һүҙ — ҡуңалтаҡ итек, тигән мәҡәл бушҡа әйтелмәгән. Сағыштырыу өсөн миҫал килтерәм. “Мин халыҡ ижадын, ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеп, атай-олатайҙың иҫ киткес батырлығына һоҡландым. Ғәжәп бит: шул саҡта уҡ бөтөн Европаны таң ҡалдырып ҡайтҡандар! Беҙ уларҙың данын дауам итергә тейеш. Һоҡланыуымдан хатта ҡобайыр яҙҙым. Һеҙгә шуны тәҡдим итәм”, — тигән уҡыусыларҙың береһе. Ғөмүмән, “Тормош һабаҡтары”нан яҙылған эштәрҙең барыһында ла тиерлек ошондай фекер ята.
Ә бына башҡорт ауылында, башҡорт мәктәбендә предметтарҙы, шул иҫәптән “Башҡортостан мәҙәниәте”н, урыҫ телендә уҡыған баланың урыҫса яҙылған хеҙмәте ысын-ысындан аптырашта ҡалдырҙы. “1812 — 1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарҙың исем-фамилияһын табыу өсөн экскурсиялар ойошторҙоҡ. Сәйәхәткә сыҡҡан саҡта, бигерәк тә май-июнь айҙарында, талпандан ныҡ һаҡланырға кәрәк...” — тип яҙа уҡыусы. Артабан яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарының исем-шәрифе теҙелгән, экскурсияның маршруты аталған, талпандан һаҡланыу буйынса тәҡдимдәр әйтелгән. Атай-олатайҙың ҡаһарманлығына һоҡланмаймы ни был уҡыусы? Башҡорт балалары тарафынан урыҫ телендә башҡарылған башҡа яҙма эштәр ҙә илһөйәрлек, тәрән фекерләүе менән айырылмай.
Ауылдарҙа аралашыу туған телдә барғанлыҡтан, уның онотолмаясағы аңлашыла. Бала урыҫса күберәк уҡыһын, һис юғында дәрестә һөйләшһен өсөн предметтарҙы урыҫ телендә уҡытыу һәйбәтерәк, тип фекер йөрөтәләр. Ә ни өсөн һуң урыҫтарҙың барыһы ла юғары уҡыу йортона “йырлап” инеп китә алмай? Бөтөн ғиллә шунда: белем телде белеүгә генә түгел, ә фекерләү һәләтенә бәйләнгән. Ә туған тел — аралашыу ҡоралы булыуҙан тыш, уйларға, анализларға өйрәнеү сараһы ла. Мәктәптең төп маҡсаты ла шул: бала фекерләй белергә тейеш! Ошондай һәләткә эйә уҡыусыға урыҫ телен өйрәнеү бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай.
Балаларыбыҙҙы фекерләүҙең, зиһенде яҡтыртыуҙың төп ҡоралынан мәхрүм итергә хаҡыбыҙ юҡ. Әлеге мәктәптәрҙә уҡытыу урыҫ теленә күсерелгән йылдарҙың (1960 — 1990 йылдар) эҙемтәһе сағылыш таба түгелме? Аҙ ғына байҡау яһайыҡ.
Ни өсөн сәнғәтебеҙ тоноҡлана, мәҙәниәтебеҙ һайыға, әҙәбиәтебеҙ ярлылана бара? Йәштәр араһында Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәми Ғарипов кеүек даһиҙарыбыҙ бармы? Ҡайҙа медицинала башҡортса атамаларҙы, башҡорт халыҡ медицинаһын өйрәнеүгә башланғыс һалған Вәрис Ғүмәров, Марат Аҙнабаев кеүектәр? Үҙ эше менән бер рәттән журналист һәләтенә эйә, үткер ҡәләмле, халыҡ ғилемен өйрәнеүгә йүнәлеш биргән Диҡҡәт Бураҡаев, Миңләхмәт Моталов, Басир Мәһәҙиев һымаҡ геолог-ғалимдар, Нияз Мәжитов ише археологтар, нефтсе Әкрәм Закиров, тарихи башҡорт ауылдарын тикшереүгә тос өлөш индергән халыҡ улы Әнүәр Әсфәндиәров, башҡорт рухлы иҡтисадсы Мазһар Иҫәнбаевҡа алмаш үҫәме? Был шәхестәребеҙ башҡорт мәктәптәрендә уҡыған, туған телдә фекер йөрөткән, шуның өсөн дә юғары белемле генә түгел, ә милләте өсөн янған илһөйәр, телһөйәр булып етешкән. Халыҡ ғилемен өйрәнеүгә тос башланғыс һалғандар. Башҡорт мәктәптәренән һуң Мәскәү юғары уҡыу йорттарында уҡыған, белемен камиллаштырған улар!
Урыҫ телле башҡорт ғалимдары ла байтаҡ. Әммә бындай белгестәрҙең фәнни асыштары менән танышҡандан һуң шундай һығымтаға киленде: улар күп кенә асыштан мәхрүм. Туған телле ғалимдар үҙ ҡарашын милләтебеҙҙең фәлсәфәһенән сығып, рухи ҡиммәттәребеҙгә бәйләп, бер үк ваҡытта донъя ҡаҙаныштары менән сағыштырып бирә. Халыҡ ғилеменә таянғанлыҡтан, уларҙың фәнни асыштары киң ҡоласлы, тәрән фәлсәфәле, ҙур баһалы була. Ә милләтенең рухи донъяһы менән таныш булмаған ғалимдар быға өлгәшә алмай.
Әлбиттә, урыҫ мәктәбен тамамлап, башҡорт ғилемендә асыш яһаған шәхестәребеҙ ҙә бар. Мәҫәлән, күренекле ғалимыбыҙ, антрополог Ринат Йосопов туған телен һәм халыҡ ижадын әсәһенән өйрәнә, артабан үҙ милләтенең патриоты Нияз Мәжитов менән бергә эшләй. Үҙенсәлекле йүнәлештә ҙур асыштар яһаған Ринат Мөхәмәт улы боронғо башҡорттарҙың нигеҙҙә һөйәк, яман шеш, ҡан баҫымы үҙгәреүе, тын юлдары сирҙәре менән ауырымағанлығын асыҡлай. Ни өсөн? Әлбиттә, бында төп фактор — йәшәү рәүеше. Уға тәү сиратта туҡланыу инә. Башҡорттар ашаған ризыҡ ниндәй шифалы үҙенсәлектәргә эйә? Бөгөнгө ғалимдарыбыҙ ошоно тикшерһә, бөтөн донъя халҡы өсөн иҫ китмәле асыш булыр ине. Боронғо башҡорт ризыҡтарынан солоҡ балы, ҡымыҙ шул тиклем киң танылыу тапты. Һуңғы йылдарҙа беҙ тергеҙгән (“Шифа” ЯСЙ-һы, директоры — И. Бураҡаев) талҡан аҙ ғына ваҡыт эсендә ҙур популярлыҡ яуланы. Уның да шифалы үҙенсәлектәре тикшерелмәгән, әммә халыҡ дауалана (үкенескә ҡаршы, бик күп етештереүсе технологияһын боҙа). Ә күпме боронғо, әммә ауыл халҡы әле лә етештергән файҙалы ризыҡ өйрәнелмәгән: ҡорот, ҡыҙыл эремсек, эркет, күбекмай, ҡаҙылыҡ, сүк, йүрмә һәм башҡалар. Ә үлән менән дауалау серҙәре?! Был өлкә бөтөнләй өйрәнелмәгән. Үлән менән дауалау оҫталығына эйә табиптар ҙа аҙ ҡалып килә. Башҡортта элек был ғилем бик юғары кимәлдә булған. Андыҙ барҙа — ат үлмәҫ, ирәүән барҙа — ир үлмәҫ, тигән халыҡ. Үлем хәлендәге ирҙе ирәүән менән нисегерәк дауалап аяҡҡа баҫтырғандар икән? Ошо мәҡәлгә генә иғтибар итеп, халыҡ ғилемен өйрәнгән табип-ғалим әллә күпме асыш яһар ине, моғайын. Әммә предметтарҙы урыҫ телендә өйрәнгән башҡорт балаһы башҡорт мәҡәлдәрен ҡайҙан белһен?!
Халҡыбыҙҙың рухи һәм матди донъяһын тикшереп, ағас эшкәртеү оҫталығы, ҡара һағыҙ, ҡарағас сайыры, кәзә дебете, кейеҙ, ат ҡылы, йылҡы тиреһенең файҙаһы, ризыҡты ағас һауытта һаҡлауҙың ыңғай яҡтары һәм башҡалар буйынса бөтөн кешелеккә файҙа килтерерлек асыштар яһап була бит! “Тормош һабаҡтары” балаларға ошондай йүнәлеш биреүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған.
Туған телдән мәхрүм итеү арҡаһында “халыҡ ғилеме” тигән бөйөк хазинабыҙ ҙа иғтибарҙан ситтә ҡала бара. Ә ғилемебеҙ — халҡыбыҙ ижадында. Был хаҡта ҡаҙаҡ академигы К.И. Сатпаевтың “Урал батыр” эпосы тураһында әйткән фекерен килтереү ҙә урынлы булыр: “Башҡорт әҫәрендә, Урал батыр үҙ ирке менән үлемһеҙлектән баш тартҡандан һуң, уның һөйәктәре — аҫыл хазиналарға һәм алтынға, ә ҡаны ер майына — нефткә әйләнә, тип әйтелә. Был, ерҙең үҙе кеүек үк, бик боронғо легенда. Башҡорт халҡы уны күп быуат элек, фән нефтте Көньяҡ Урал тирәһендә асҡанға тиклем үк, ижад иткән. Ошонан һуң фольклор әҫәрҙәрендә халыҡ аҡылы һәм тормош ысынбарлығы хаҡында ҡарашы ятҡанлығын кем кире ҡағыр?”
Ғалим-геолог Диҡҡәт Бураҡаев, халҡының телен ғәжәп һәйбәт белгән һәм ижадына ғашиҡ кеше, былай тип яҙа: “Урал батыр” эпосында фәнни яҡтан дөрөҫ фекер байтаҡ. Мәҫәлән, хәҙерге Урал тауҙары ятҡан ерҙә элек диңгеҙ булған, тиелә. Был һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә геолог булырға, тауҙарҙа осраған диңгеҙ ҡабырсаҡтарын күреп танырға кәрәк. Күп кенә тау урынында әүәле диңгеҙ булғанлығын ике бөйөк ғалим — Урта Азия энциклопедистары Әбүғалисина менән Бируни — әйтә. Ә бит башҡорт эпосы күпкә алданыраҡ ижад ителгән”.
Ҡайһы бер лингвист ғалимдар: “Хәҙер — компьютер заманы, шулай булғас, күп теллелек бөтәсәк, донъяла инглиз, ҡытай, француз, урыҫ телдәре генә ҡаласаҡ”, — тигән фараздарын тарата. Әммә бындай ҡараш ваҡытлыса башты бутау ғына. Тәбиғи ҡанундарға, тәбиғилеккә ҡаршы эшләнгән бер генә “асыш”тың да “оҙон ғүмерле” булыуы мөмкин түгел. Был осраҡта ла һүҙҙең аралашыу телдәре тураһында ғына барғанлығын аңларға тейешбеҙ. Уларҙан тыш донъяла башҡа туған телдәр бихисап. Хайран ҡалырлыҡ бөйөк әҫәрҙәр фәҡәт туған телдә фекерләгән кешеләр тарафынан тыуҙырылған, был — бәхәсһеҙ хәҡиҡәт.
Илебеҙ мәктәптәрендә туҡтауһыҙ үҙгәреш, уңға-һулға тайпылыш, уҡыусының башын бутау тәжрибәләре бара. Ә бит ғаиләңдә башҡортлоҡто һаҡлау бәхетенән бер кем дә мәхрүм итмәгән. Ни өсөн үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, милләтебеҙҙе ошо бәхет-ырыҫтан мәхрүм итәбеҙ? Туған, тимәк, күңел телеңдә һөйләшеү, аралашыу, йырлау, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, тарихыңды өйрәнеү, мәҙәниәтеңде үҫтереү, ҡыҫҡаһы, мең-мең балҡыш араһында үҙ нурыңды һүндермәү мөмкинлеге бар түгелме ни? Ни өсөн үҙ ҡулыбыҙ менән халҡыбыҙҙың киләсәген ошо бәхеттән мәхрүм итергә тырышабыҙҙыр — аңлашылмай.
...Олимпиадаға йомғаҡ яһалғандан һуң да башҡорт балаларының — башҡортса, урыҫ телле башҡорт балаларының урыҫса яҙылған эштәрен ҡабат-ҡабат уҡып, сағыштырып ҡараным. Фекер йөрөтә белеү кимәле күҙгә күренеп тора. Халҡыбыҙҙың киләсәген хәл итерлек вазифа биләгән, мәғариф өлкәһендә эшләгән хөрмәтле туғандар! Күрәғарау булмайыҡ, зирәгерәк аҡыл менән күҙаллайыҡ, милләтебеҙҙең киләсәген фекерләү сараһынан — туған телдән мәхрүм итмәйек, тип оран һалғы килә яңы уҡыу йылы алдынан. Ысынлап та, күләүектә Йыһан сағыла.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872