Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде 18.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде...
Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек тамамланыуға табан бара. Бөтәһе 2 меңгә яҡын лагерь, 442 меңдән ашыу бала һәм бюджеттан өс миллиард һумға яҡын аҡса. Ләкин иң мөһиме – республикала дүртенсе йыл рәттән балалар ялы философияһы үҙгәрә. Ошо турала - «Башинформ» материалында.

Балалар ялы – йоҡлау һәм ашау-эсеү генә түгел. Тема федераль үҙәктең махсус контролендә. 28 апрелдә вице-премьер Дмитрий Чернышенко төбәк башлыҡтары алдына бурыстар ҡуйҙы.
«Хәүефһеҙлек һәм ял итеү мөмкинлеген булдырыу — беренсе урында. Быйыл йәй бөтә төр лагерҙар ҙа эшләргә тейеш. Иң мөһиме – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларын, сик буйындағы биләмәләрҙә һәм яңы ҡушылған төбәктәрҙә йәшәгән балаларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау», — тип белдерҙе Чернышенко.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулын пульста тота. 12 майҙа уҙған кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин уға йәйге миҙгелгә әҙерлек тураһында һөйләне.
«Иң мөһиме – балаларҙың именлеге», – тигән йөкләмә бирҙе республика етәксеһе профилле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына.
Тәҡдим ителгән докладҡа ярашлы, йәйҙең тәүге көндәрендә үк республикала 1940 майҙансыҡ асыла (2025 йылда – 1899). Улар иҫәбендә 1091 мәктәп яны лагеры бар, унда 111,7 мең баланы ял иттереү планлаштырыла.
Йәй көнө аҡса эшләргә теләгән 24 мең үҫмер өсөн — 739 ял урыны, ә 1800 йәш турист өсөн 10 палаткалы лагерь асыла. Ҡалала ситтә урынлашҡан 100 лагерҙа 63-64 мең бала һаулығын нығыта ала.
Ләкин исемлек бының менән генә сикләнмәй. Республикала аҙ сығымлы ял формаларына баҫым яһала, мәҫәлән, экскурсиялар, походтар, спорт ярыштары һәм оҫталыҡ дәрестәре. Бындай сараларҙа тағы 232 мең бала ҡатнашыр тип көтөлә.
Шулай итеп, Башҡортостанда 442 мең уҡыусы йәйге ялдың төрлө формаларына йәлеп ителә.
МХО яугирҙәренең балалары өсөн йәй
Йәйге кампания бик арзан түгел, ләкин төбәктә балаларҙа экономиялау ҡабул ителмәгән. Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһына яҡынса 2,97 миллиард һум аҡса һалынған. Бынан тыш, Башҡортостан балаларҙың айырым категориялары өсөн йәйгеһен ял итеү мөмкинлеген булдыра, шул рәүешле социаль йөкләмәләрҙе үтәй.
2026 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ял иттереү өсөн бюджеттан 66,4 миллион һум бүленгән. Башҡортостанда әлеге ярҙам сараһы 2022 йылдың декабренән ғәмәлгә ашырыла. Ә 1260 бала ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар ваҡытында уҡ бушлай юллама алған, ә йәй көнө тағы ла 3000 уҡыусыны лагерҙарға ебәреү планлаштырыла.
Шулай уҡ Башҡортостан дүртенсе тапҡыр шефлыҡҡа алынған биләмәләрҙән балаларҙы ҡабул итә. Июндә республика лагерҙарына Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 бала (Красный Луч ҡалаһынан 504 бала) һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе 50 хеҙмәткәр ял итергә килә. 2022 йылдан республика Донбасста йәшәгән 5279 балаға ҡояшлы йәй бүләк итте.

«Тиҙ төҙөлә торған» ҡарарҙар
Был миҙгелдә республика аҙыҡ-түлек блоктарын капиталь ремонтлауҙан алып заманса торлаҡ корпустары төҙөүгә тиклем күләмле яңыртыу эштәренә баҫым яһаны. 1 июнгә – йәйге миҙгелдең рәсми асылыуына – Башҡортостандың балалар лагерҙары йәш ҡунаҡтарҙы яңыртылған биналар менән ҡаршылай.
Яңыртылған картала бер нисә район бар. «Тәбиғәт дуҫы» (Дәүләкән районы) һәм «Башаҡ» (Стәрлетамаҡ районы) лагерҙарында заманса төҙөкләндереү тамамлана.
Былар ғына түгел әле. А.П.Гайдар исемендәге лагерҙа (Туймазы районы), шулай уҡ «Маяҡ» (Ҡыйғы районы) һәм «Ал елкән» лагерҙарында (Ейәнсура районы) өс яңы торлаҡ корпустары төҙөлә. Уңайлы шарттар булдырыу өсөн 133,6 миллион һум тотонолған.
Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, уҙған өс йылда алты лагерҙа 13 торлаҡ модуле төҙөлгән, ике аҙыҡ-түлек блогы һәм бер медицина блогы ремонтланған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика булған биналарҙы ремонтларға мөмкинлек биргән федераль проектта әүҙем ҡатнаша.
«Федераль финанслауға республика аҡсаһы өҫтәлә, райондар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Лагерҙар фондына бәйле хәл яҡшыра бара», — тип билдәләне ул.
Балалар нимә менән мәшғүл буласаҡ
2026 йылда ял - каникулдар ғына түгел, ә ҙур белем биреү стратегияһы. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда иһә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән йылда лагерҙарҙың программалары ошо ҡиммәттәр темаһына бағышлана.
Миҙгелдең төп йүнәлештәре – тарихҡа һәм тамырҙарға баҫым яһап, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, IT (БПЛА) өлкәһендә, спортта һәм сәнғәттә һөнәри белемде үҫтереү.

Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы ошондай эштең флагманы булып ҡала. Уҙған йылдарҙағы тәжрибә күрһәтеүенсә, балаларҙы стандарт булмаған форматтар ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, «Йәш спецназсы» сменаһында ауыр холоҡло үҫмерҙәр МХО яугирҙәренән дисциплинаға өйрәнһә, 22 төбәкте берләштергән «Геройҙар иле» сменаһында ҡатнашыусылар дрондар менән идара итеүҙе үҙләштерҙе һәм хатта археологик ҡаҙылма эштәрендә ҡатнашты.
«Тарихты һаҡлаусылар» отрядынан Асель Юдаева әйтеүенсә, уға археологик ҡаҙылмаларҙа ҡатнашыу бик оҡшаған: «Беҙ музей эшенең нигеҙҙәрен өйрәндек, ҡаҙыу эштәрендә ҡатнаштыҡ. Бигерәк тә ҡаҙыу эштәре оҡшаны. Мәҫәлән, беҙ һөлдә таптыҡ».
Республиканың Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, күләмле бурыстар көслө кадрҙар талап итә. Быйыл йәй республика лагерҙарында 30 меңгә яҡын кеше (29 964) эшләй, уларҙың 16 510-ы – педагогтар. Уларҙы әҙерләү менән алдынғы юғары уҡыу йорттары шөғөлләнә. Миҙгел башланыр алдынан бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә мотлаҡ хәүефһеҙлек техникаһы һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәрелә.
Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде 18.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде...
Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт
Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...
Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...
Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт
Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....
Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...
Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт
Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...
Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт
Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә 15.05.2026 // Йәмғиәт
Һауа +29° тиклем йылына....
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...
Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...
Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...
Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан 13.05.2026 // Йәмғиәт
Бурыслы иргә Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйылған....