Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәйгенәмде “Йәйләү”ҙә йәйләйем
Йәйгенәмде “Йәйләү”ҙә йәйләйемКиноға йәки фотоға төшөрмәйенсә, тыуған яғыбыҙҙың хозурлығын күрә белмәйбеҙ икән. Бына ошо фотоларҙы ҡарап ҡына Ейәнсура районының Алабайтал ауылында урынлашҡан балалар лагеры өсөн бик йәмле урын һайланғанлығын аңлайһың. Ул — республиканың һәләтле балалары өсөн асылған “Йәйләү” ял итеү үҙәге.

Башҡортостандың төрлө төбәгенән, шулай уҡ Һамар, Ырымбур өлкәләренән, хатта Мәскәүҙән дә йырға, бейеүгә, музыкаға, шиғриәткә һәм башҡа ижадҡа әүәҫ уҡыусылар йыйылған бында. Уларҙың урынлашыуына бер нисә көн генә. Тирә-яҡҡа ҡарап туя алмауҙары, был тирәнең бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында кемуҙарҙан ярышып һөйләүен тыңлап, күңелдәре йыр-моңға тулы үҫмерҙәр өсөн, тимәк, ошондай әкиәт донъяһында ял итеү, үҙ-ара аралашыу, ғаиләнән ситтәрәк үҙаллы йәшәп ҡарау үтә лә әһәмиәтле тигән һығымтаға киләһең. Ана бит, береһенән-береһе бәләкәйерәк ҡыҙҙар, етәкләшеп, үҙ-ара ниҙер сөкөрҙәшеп, үрле-түбәнле йүгерешкән була. Йәнәһе, бөгөн улар өсөн үтә лә мөһим көн: бер нисә минуттан бында оло ҡунаҡтар киләсәк — лагерҙы рәсми асыу тантанаһы көтөлә. Бер нәмәгә лә артыҡ иҫе китеп бармаған малайҙарҙың ҡайһы берҙәре ихаталағы спорт ҡоролмаларында мәж килә, эскәмйәлә ултырған ҙурыраҡтары ниҙер тураһында ирҙәрсә етдилек менән гәп һата. Ә инде танауҙарына еҫ инә башлағандары ҡыҙҙарҙы нисек күҙәтеүен бер кем дә күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә тип уйлай. Нәзәкәтле, ыҫпай кейенгән һылыуҡайҙар иһә үҙҙәренә күҙ атыуҙарын маңлай күҙенән бигерәк күңел күҙе, хатта һәр күҙәнәге менән тоя, сөнки нәфис заттың тәбиғәт тарафынан бирелгән аң-һәләте, хис-тойғоһо шунан ғибәрәт...
Йәйгенәмде “Йәйләү”ҙә йәйләйемЭй, вайымһыҙ бала саҡ! Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ, атай-әсәйең иҫән-һау булһа, бәхет өсөн тағы ла ни кәрәк?! Хәйер, эргәңдә яратҡан дуҫтарың, ҡурсалап торған өлкәндәр, күңелде әүрәткән, бар булмышыңды биләп алған шөғөлөң булғанда бәхет тигән хазинаның иң ҙур өлөшө хатта бер аҙға онотолоп та тора түгелме?! Ана, ашханала бер өҫтәл артында ултырып тамаҡ ялғаған, шәрбәтле һут һемергән балаларҙың күҙҙәре нимә тураһында һөйләй? Шулай шул, барыһы менән дә ҡәнәғәт улар...
Ижади һәләттәрен үҫтерергә, коллективта йәшәргә өйрәнергә, үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерергә өйрәнергә — “Йәйләү”ҙең программаһы шулай. Уның авторы Мәрйәм Бураҡаева балаларҙы тәрбиәләү йәһәтенән һәр маҡсатының нисек итеп бойомға ашырылыуын ситтән генә күҙәтеп ултыра торған йән түгел. Ул бына ун дүртенсе йыл инде төрлө райондарҙа ойошторолған үҙәктең эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнашып, тәрбиәселәр, уҡыусылар менән бергә ҡайнап йәшәй һәм эшләй. Балаларҙың ял итеү үҙәгенең программаһын атҡарыуҙа уның күптән һыналған ярҙамсылары бар: Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Әлфиә Мәүлийәрова һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәре Дамир Әҙелбаев менән бына нисә йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй улар.
Уҡыусыларҙың күптәре “Йәйләү”ҙә бер нисә йыл рәттән ял итә. Тәрбиәселәр үҙ эшмәкәрлегендә нәҡ уларға, лидер сифаты формалашҡан үҫмерҙәргә, таяна ла инде. Күҙәтеп ултырһаң, барыһы ла күҙгә ташлана. Ана, ҡунаҡтар килеүгә һәр корпустан байрамса кейенгән балаларҙы (сценарий буйынса, йәнәһе лә, башҡорт ырыуҙары вәкилдәрен) майҙанға шул әүҙем үҫмерҙәр әйҙәп алып сыҡты ла.
Көтөлгән ҡунаҡтарҙы — республиканың Мәғариф министрлығы һәм район хакимиәте вәкилдәрен йәйләүҙәгеләр башҡорт йолаһы буйынса ҡаршы алып, артабан уларҙы йыр-бейеү бәйгеһе уҙасаҡ майҙанға саҡырҙы. Һәм... бына ҡайҙа икән беҙҙең йәш таланттар! Йыр-бейеү тиһеңме, музыка ҡоралдарында уйнаумы — һай-һай-һай, тиңдәр юҡ үҙҙәренә! Һәр сығышты һоҡланып ҡарап ултырған оло ҡунаҡтар аҙаҡ балаларҙы милли рух, ҡот нурҙары балҡып торған урында ял итеү бәхете тәтеүе менән ҡотлап, уларҙың яңы уҡыу йылына көс йыйып ҡайтыуын теләне.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


  1. Хусаин
    Хусаин от 04.07.2012, 11:44
    "Башкортостан" "Йэншишмэ"га айленмасен ине.

Комментарий өҫтәргә