Киноға йәки фотоға төшөрмәйенсә, тыуған яғыбыҙҙың хозурлығын күрә белмәйбеҙ икән. Бына ошо фотоларҙы ҡарап ҡына Ейәнсура районының Алабайтал ауылында урынлашҡан балалар лагеры өсөн бик йәмле урын һайланғанлығын аңлайһың. Ул — республиканың һәләтле балалары өсөн асылған “Йәйләү” ял итеү үҙәге.
Башҡортостандың төрлө төбәгенән, шулай уҡ Һамар, Ырымбур өлкәләренән, хатта Мәскәүҙән дә йырға, бейеүгә, музыкаға, шиғриәткә һәм башҡа ижадҡа әүәҫ уҡыусылар йыйылған бында. Уларҙың урынлашыуына бер нисә көн генә. Тирә-яҡҡа ҡарап туя алмауҙары, был тирәнең бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында кемуҙарҙан ярышып һөйләүен тыңлап, күңелдәре йыр-моңға тулы үҫмерҙәр өсөн, тимәк, ошондай әкиәт донъяһында ял итеү, үҙ-ара аралашыу, ғаиләнән ситтәрәк үҙаллы йәшәп ҡарау үтә лә әһәмиәтле тигән һығымтаға киләһең. Ана бит, береһенән-береһе бәләкәйерәк ҡыҙҙар, етәкләшеп, үҙ-ара ниҙер сөкөрҙәшеп, үрле-түбәнле йүгерешкән була. Йәнәһе, бөгөн улар өсөн үтә лә мөһим көн: бер нисә минуттан бында оло ҡунаҡтар киләсәк — лагерҙы рәсми асыу тантанаһы көтөлә. Бер нәмәгә лә артыҡ иҫе китеп бармаған малайҙарҙың ҡайһы берҙәре ихаталағы спорт ҡоролмаларында мәж килә, эскәмйәлә ултырған ҙурыраҡтары ниҙер тураһында ирҙәрсә етдилек менән гәп һата. Ә инде танауҙарына еҫ инә башлағандары ҡыҙҙарҙы нисек күҙәтеүен бер кем дә күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә тип уйлай. Нәзәкәтле, ыҫпай кейенгән һылыуҡайҙар иһә үҙҙәренә күҙ атыуҙарын маңлай күҙенән бигерәк күңел күҙе, хатта һәр күҙәнәге менән тоя, сөнки нәфис заттың тәбиғәт тарафынан бирелгән аң-һәләте, хис-тойғоһо шунан ғибәрәт...
Эй, вайымһыҙ бала саҡ! Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ, атай-әсәйең иҫән-һау булһа, бәхет өсөн тағы ла ни кәрәк?! Хәйер, эргәңдә яратҡан дуҫтарың, ҡурсалап торған өлкәндәр, күңелде әүрәткән, бар булмышыңды биләп алған шөғөлөң булғанда бәхет тигән хазинаның иң ҙур өлөшө хатта бер аҙға онотолоп та тора түгелме?! Ана, ашханала бер өҫтәл артында ултырып тамаҡ ялғаған, шәрбәтле һут һемергән балаларҙың күҙҙәре нимә тураһында һөйләй? Шулай шул, барыһы менән дә ҡәнәғәт улар...
Ижади һәләттәрен үҫтерергә, коллективта йәшәргә өйрәнергә, үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерергә өйрәнергә — “Йәйләү”ҙең программаһы шулай. Уның авторы Мәрйәм Бураҡаева балаларҙы тәрбиәләү йәһәтенән һәр маҡсатының нисек итеп бойомға ашырылыуын ситтән генә күҙәтеп ултыра торған йән түгел. Ул бына ун дүртенсе йыл инде төрлө райондарҙа ойошторолған үҙәктең эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнашып, тәрбиәселәр, уҡыусылар менән бергә ҡайнап йәшәй һәм эшләй. Балаларҙың ял итеү үҙәгенең программаһын атҡарыуҙа уның күптән һыналған ярҙамсылары бар: Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Әлфиә Мәүлийәрова һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәре Дамир Әҙелбаев менән бына нисә йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй улар.
Уҡыусыларҙың күптәре “Йәйләү”ҙә бер нисә йыл рәттән ял итә. Тәрбиәселәр үҙ эшмәкәрлегендә нәҡ уларға, лидер сифаты формалашҡан үҫмерҙәргә, таяна ла инде. Күҙәтеп ултырһаң, барыһы ла күҙгә ташлана. Ана, ҡунаҡтар килеүгә һәр корпустан байрамса кейенгән балаларҙы (сценарий буйынса, йәнәһе лә, башҡорт ырыуҙары вәкилдәрен) майҙанға шул әүҙем үҫмерҙәр әйҙәп алып сыҡты ла.
Көтөлгән ҡунаҡтарҙы — республиканың Мәғариф министрлығы һәм район хакимиәте вәкилдәрен йәйләүҙәгеләр башҡорт йолаһы буйынса ҡаршы алып, артабан уларҙы йыр-бейеү бәйгеһе уҙасаҡ майҙанға саҡырҙы. Һәм... бына ҡайҙа икән беҙҙең йәш таланттар! Йыр-бейеү тиһеңме, музыка ҡоралдарында уйнаумы — һай-һай-һай, тиңдәр юҡ үҙҙәренә! Һәр сығышты һоҡланып ҡарап ултырған оло ҡунаҡтар аҙаҡ балаларҙы милли рух, ҡот нурҙары балҡып торған урында ял итеү бәхете тәтеүе менән ҡотлап, уларҙың яңы уҡыу йылына көс йыйып ҡайтыуын теләне.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.