Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ерҙе яратырға өйрәтте
Ерҙе яратырға өйрәттеКөйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы йылдан-йыл үҫә, төҙөкләнә. Меңгә яҡын халҡы булған төйәктә эшҡыуарлыҡ киң ҡолас йәйә, игенселек, малсылыҡ алға киткән. Яҡшембәттәрҙең илһөйәрлегендә, ер эшен яратыуында ауылдаштары, заманында өс тиҫтә йыл колхоз рәйесе булып эшләгән Тәлғәт Аҙнабаевтың да роле ҙурлығы бәхәсһеҙ. Күптән түгел уның тыуыуына 100 йыл тулды.

1912 йылда тыуған малай ҡатмарлы быуаттың барлыҡ ауырлығын күреп-кисереп үҫә. Ул ваҡытта бәләкәй генә булһа ла, Совет власын өлкәндәр менән бергә шатланып ҡаршы ала, 16 йәшендә комсомол сафына инә. Яңы тормошҡа әйҙәүселәрҙең береһе булараҡ, халыҡҡа аң-белем таратыу, сәйәси уҡыуҙар үткәреү бурысын ихлас башҡара, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. “Ул осорҙағы күңелле тормошто, дәрт-дарман ташып торған йәшлек йылдарын һағынып һөйләргә генә ҡалды, — тип хәтерләр ине Тәлғәт Әхмәтғәлим улы. — Эшкә йырлап бара, йырлап ҡайта торғайныҡ”.
1934 йылда Яҡшембәттә комсомол туйы гөрләп үтә — Хупъямал менән Тәлғәт Аҙнабаевтарҙың матур ғаиләһенә нигеҙ һалына. Күп тә үтмәй, ғаилә башлығын колхоз рәйесе итеп һайлайҙар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, колхозды үҫтереү бурысын илде һаҡлауға алмаштырған Тәлғәт Аҙнабаев Ленинград фронтында дошманға ҡаршы үҙен аямай алыша. Ике тапҡыр яралана. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, яугирҙе тылға күсерәләр. Яралары төҙәлеп бөтмәһә лә, тынғыһыҙ Тәлғәт Әхмәтғәлим улы яңынан колхоз рәйесе булып эшләй башлай һәм был вазифаһын оҙаҡ йылдар намыҫ менән башҡара.
Етәксе тәү сиратта халыҡты, уның киләсәген хәстәрләргә тейеш. Замандаштары яҙып ҡалдырған иҫтәлектәргә ҡарағанда, Тәлғәт Аҙнабаевта тап шундай сифаттар өҫтөнлөк иткән. Мәҫәлән, журналист, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М. Солтановтың яҙмаһына күҙ һалайыҡ. “Миңә Т. Аҙнабаев менән күп осрашырға тура килде, — тип яҙа ул. — Тәлғәт Әхмәтғәлим улы етәкселек иткән “Искра” колхозы хужалыҡ бурыстарын уңышлы хәл итеүе менән районда алдынғы ойошма булды. Һәр изге башланғыстың нигеҙендә рәйестең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше ята. Тап Тәлғәт Әхмәтғәлим улының тырышлығы арҡаһында районда тәүгеләрҙән булып Яҡшембәттә Ильич лампалары тоҡанды”.
“Беҙҙең быуынға ҙур белем алырға тура килмәне. Ә хәҙер бының өсөн барлыҡ мөмкинлек тыуҙырылған. Киләсәкте һеҙ төҙөйһөгөҙ, тимәк, тырышып уҡырға тейешһегеҙ”, — тип өндәгән ул йәштәрҙе. Алдынғы колхоз рәйесе үҙе был йәһәттән башҡаларға өлгө күрһәтә: уның дүрт балаһы ла, юғары белем алып, тормошта тәғәйен юлын таба, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙана.
Ғүмерен кешеләр мәнфәғәтен хәстәрләүгә, ауыл тормошон яҡшыртыуға арнаған шәхестең хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, бик күп миҙал менән наградлана. Яҡшембәт ауылындағы үҙәк урамдың Тәлғәт Аҙнабаевтың исемен йөрөтөүе лә тыуған ерҙе, кешеләрҙе һөйөргә оран булып яңғырағандай.
Г. ИРХАНОВА.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 0

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 4

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 6

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә