Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғүмерҙәр алда әле
Ғүмерҙәр алда әлеҒүмер уҙған һайын әҙәм балаһы үткәндәргә әйләнеп бағыусан, хәтирәләргә бирелеүсән. Кино таҫмаларындағы ише барлыҡ тормош юлы күҙ алдына баҫа шул саҡта — ни генә күрелмәгән дә ни генә кисерелмәгән. Кеше өсөн уларҙың барыһы ла ҡәҙерле. Алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған ғүмер миҙгелдәре һағыштарға ла һала, ғорурлыҡ хистәре лә уята. Һағыштары — аҡҡан һыуҙай кире ҡайтмаҫлығы, ҡабатланмаҫлығы; ғорурлығы — ерҙә йәшәүеңдең, ҡылған эштәреңдең асылы һәм ҡиммәте.

Ильяс Вәлиев эшенән бушағаныраҡ мәле булғанда хистәргә бирелеп, үткәндәргә ҡараш ташларға ғәҙәтләнгән. Әле лә, форсаты сыҡҡанда, хәтерләүҙәргә төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала сағы ла, мәктәп йылдары ла, күңелле студент саҡтары ла бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Бына ул юғары белем тураһында диплом алып ҡыуана, дәртләнеп, һөнәре буйынса эшкә йыйына... Туҡта! Ғүмер юлының иң етди, иң яуаплы осоро шунан башланды түгелме ни? Нәҡ шулай...
1984 йыл. Ильяс Вәлиев БДУ-ның физика-математика факультетын уңышлы тамамлап, юғары белемле уҡытыусы һөнәрен ала. Йәш белгес тыуған Бишауыл-Уңғар мәктәбенә эшкә ҡайта. Дәртләнеп, ең һыҙғанып эш башлаған егеткә район етәкселеге шунда уҡ яуаплы вазифа йөкмәтеп, ышаныс бағлай. Мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Бер килке аптырап та ҡала егет. Әлбиттә, ҡурҡҡандан, көс етмәҫтән түгел. Уны уйландырғаны икенсе мәсьәлә. Ҡасан ғына әле үҙеңде уҡытҡан уҡытыусылар, оло тәжрибә туплаған, донъя күргән кешеләр менән етәкселек итергә? Яңы ғына уҡып ҡайтҡан кешене улар нисек ҡабул итер? Ышаныс белдерерҙәрме? Күңел ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр. Икеле-микеле уйҙар бер аҙ тынғыһыҙлаһа ла, тәүәккәлләй Ильяс Миңлебай улы. Егет һүҙе бер булыр, ти ҙә башкөллө эшкә сума. Ә мәктәп коллективы уны ихлас ҡабул итә. Үҙҙәренең уҡыусыһы булғаны өсөн генә түгел, ә белеме яғынан да, кешегә әҙәпле мөнәсәбәте менән дә, ойоштороу һәләтенә ҡарағанда ла егет өмөтлө күренә. Шулай башлана мәғарифҡа арналған ғүмер. Үҙ-ара килешеп эшләүҙе хуп күрә йәш директор. Кәрәк саҡта кәңәш һорауҙан да тартынмай. Ана шулай ихтирам туплай, абруй яулай. Ҡушҡандар икән — эшләргә, бурыс йөкмәтелгән икән — үтәргә, тигән принципҡа таяна. Кеше булдыра алмаған бер генә мәсьәлә лә юҡлығына ана шул саҡтарҙа төшөнә ул.
— Ул ваҡытта мәктәптең 1911 йылда төҙөлгән бинаһы һипләп һалынған ине, — тип дауам итә хәтерләүҙәрен Ильяс Миңлебай улы. — Күмер яғып йылытыла. Иҫкергән ҡаҙан йыш ватыла. Уны йүнәтеү, күмер ҡайтартыу мәшәҡәте күп ваҡытты ала. Шул саҡтар менән сағыштырып ҡарағанда бөгөнгөбөҙ хөрриәт тә баһа. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә нисек шатланмайһың!
Юҡ, ул һис үкенмәй Хоҙай биргән ошо яҙмышына. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, бер ҙә зарланмай. Кемдер эшләргә, йүнләргә тейеш, тип фекер йөрөтә. Балаларҙың йылы, уңайлы мәктәптә заманса белем алыуын да иң тәүҙә директор ҡайғырта. Уҡытыусыларҙың уҡытыу-тәрбиә эшенә тейешле шарттарҙы ла ул хәстәрләргә бурыслы. Ошондай яуаплылыҡ тойғоһо уны ғүмере буйы оҙата килә. Шуға күрә эштәре лә гел уң булып, һәр саҡ ырамлы бара.
Уйҙар аға ла аға, осона сығырлыҡ түгел. Улар менән бергә күҙ алдынан таныш та, яҡын да күренештәр, хәл-ваҡиғалар уҙа. Әле генә булғандай ҙа бит, әммә һәр береһен йылдар тигән ҡөҙрәтле көс айырып тора. Ҡаршы барып, туҡтатып ҡара уларҙы. Иҫтәлеккә тип сәстәреңә, йөҙөңә билдәһен һалырға ла күп һорамай кеше ғүмеренең үткән йылдары.
Ильяс Миңлебай улы директорлыҡ вазифаһын ҡабул итеп алғанда белем усағы һигеҙ йыллыҡ ине әле. Ә бит заманында ул гөрләп торған, даны тирә-яҡҡа таралған урта мәктәп булған. Сабир Ҡунаҡбаев, Раил Камалов кеүек Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Роберт Байымов, Рәшит Низамов кеүек ғалим һәм яҙыусыларҙы, тағы әллә күпме шәхестәрҙе үҫтергән белем усағы элекке статусына мотлаҡ ҡайтарылырға тейеш. Шулай уйлай етәксе. Ошо ниәтте тормошҡа ашырыуҙа Ильяс Миңлебай улы йәмәғәтселек менән бергә ҡайнай. Йөрөй, йүнләй, төрлө кимәлдәге түрәләрҙең ишеген асып үтә. Аңлата, дәлилләй. Тырышлыҡ бушҡа китмәй — мәктәп яңынан урта белем биреү учреждениеһына әйләнә. Бөгөн Бишауыл-Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе — райондың алдынғы уҡыу йорто. Уны тамамлаусылар төрлө һөнәр алып, республикабыҙҙың байтаҡ тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт итә. Бихисап тәрбиәләнеүселәре менән сикһеҙ ғорурлана Ильяс Вәлиев. Тимәк, ғүмер бушҡа уҙмаған, сәстәр юҡҡа ғына салланмаған, маңлайға һырҙар тиктән генә яҙылмаған.
Хәтерләй башлаһаң, күп инде ул. Заманса йыһазландырылған ике ҡатлы яңы мәктәп бинаһын төҙөү өсөн дә аҙ йөрөлмәне. Әлеге лә баяғы түрә бүлмәләренә инеү өсөн сират тороуҙар... Шул уҡ иҫбатлауҙар... Матбуғатты, йәмәғәтселекте йәлеп итеү... Тәүәккәлләгән мораҙына ирешкән, тиҙәр. Ниһайәт, директорҙың был хыялы ла тормошҡа аша. 2000 йылдың 1 сентябрендә уҡыусыларҙы тирә-яҡҡа йәм биреп торған өр-яңы мәктәп ҡаршылай. Бүлмәләр иркен, яҡты, газ менән йылытыла. Инеү юлдарына асфальт түшәлгән. Мәктәп тирәләй төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Етәкселек дилбегәһен ҡулға алыуға ла байтаҡ ваҡыт булып киткән икән — егерме һигеҙ йыл. Районда шул саҡлы директор йөгөн тартыусы берҙән-бер кеше ул Ильяс Вәлиев. Оҙаҡ йылдар директор вазифаһын биләүҙең, моғайын, сере барҙыр. Тик уларҙы уның үҙенән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
— Һәр саҡ кеше хәлен аңларға тырыштым. Ҡысҡырып өҫтәл һуғыу, ҡурҡытыу — минең өсөн ят нәмә. Етәксе кешелекле, кеселекле, хәстәрлекле булырға тейеш. Коллективта үҙ-ара аңлашыу, үҙ-ара ярҙам мөхите булғанда ғына дөйөм уңышҡа өлгәшергә мөмкин, — тип уйҙар ебен һуҙа директор.
Уйҙарға уйҙар ялғана...
Мәсьәләне уйлап, кәңәшләшеп хәл итеү ошо оҙаҡ йылдар етәкселек итеү эшендә директорҙың абруйын үҫтерҙе, уҡытыу-тәрбиә эшен тейешле кимәлдә алып барырға мөмкинлек бирҙе. Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәре лайыҡлы рәүештә “Рәсәйҙең дөйөм белем биреү мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре” тигән дәрәжәле исем менән билдәләнде.
Ата-әсәһенән бирелгән әҙәп-тәрбиә һөҙөмтәһендә бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да уға йөҙ ҡыҙартырға тура килмәне. Кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, ерле-юҡҡа йөҙөн йыртмаҫ, һүҙен уйлап әйтә торған мәҙәниәтле шәхес ул Ильяс Миңлебай улы. Шул уҡ ваҡытта талапсанлыҡ та көслө. Дилбегәне бушатып, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйыусыларҙан түгел.
Кеше эше менән матур, тиҙәр. Ильяс Миңлебай улы эше менән дә танылды, шәхси сифаттары ихтирам уятты. Үкенерлек түгел үткәндәре. Бына тигән ғаилә ҡорҙо, ҡатыны Фәнисә менән бергәләп балаларына өлгөлө тәрбиә һәм төплә белем биреп, ныҡлы аяҡҡа баҫтырҙы. Ялт итеп торған хужалығын булдырҙы. Шунан башҡа кешегә тағы нимә кәрәк? Үткәндәренә шөкөр итә Ильяс Миңлебай улы, ә киләсәккә тағы ла яҡтыраҡ өмөт менән ҡарай. Шулай булмайса. Ғүмерҙәр алда бит әле.
Рим ИСХАҠОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Бишауыл-Уңғар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә