Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡырағай” туристар ғауға ҡуптара
Быға тиклем әллә ни ишетелмәгән, үҙенең барлығын белгертеп тә бармаған Тәүәкәс ауылы (Архангел районы) һуңғы ике-өс аҙна эсендә Интернет селтәрендә, матбуғатта йыш телгә алына. "Комсомольская правда" гәзитендәге "Өфө ҡалаһынан биш ғаиләне Инйәр йылғаһында урындағы халыҡ туҡмаған" тигән мәҡәләне (http://kp.ru/online/news/1170726) башҡа баҫмалар тағы ла ҡабартып ебәрҙе.

...2 июндә тәүәкәстәр һабантуйға йыйылған. Көн эҫе булғас, Илдар Усманов һәм уға ҡунаҡҡа ҡайтҡан Әбйәлил егете Иҙел Әхмәтҡужин йылға буйына төшә. Унда ситтән бер төркөм кеше ял иткән була, араларынан берәү кәмәлә балыҡ ҡармаҡлаған. Ошо урында ике яҡтың да һөйләгәндәре бер-береһенән ҡырҡа айырыла.
"Комсомольская правда" гәзитендә шулай тип яҙалар: "Беҙ, биш ғаилә, балаларыбыҙ һәм ҡатындарыбыҙ менән ял итергә килдек. Тыныс ҡына һөйләшеп, ашап-эсеп ултырҙыҡ. Кис балыҡ ҡармаҡлаусы бер егетебеҙгә ауылдың ике кешеһе бәйләнде: "Бөтөн балыҡты бөтөрҙөгөҙ, еребеҙҙе тапайһығыҙ", имеш. Һүҙ артынан һүҙ сыҡты — сәкәләшеү китте. Бер аҙҙан барыһы ла яйланған һымаҡ булды, таралыштыҡ", — ти туҡмалыусыларҙың береһе Андрей".

Артабан ауылдың егерме егете килеп, яр буйындағыларҙы күҫәк, арматура, һәнәк менән туҡмаған, бысаҡ менән яралаған, тиелә бер яҡтың ғына һөйләгәндәре буйынса яҙылған мәҡәләлә.
Ыҙғыштан һуң өфөләр район милицияһына ғариза яҙған һәм Башҡортостандың эске эштәр министрына мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә Тәүәкәс ауылы егеттәренә ҡарата 213-сө статья буйынса ("Хулиганлыҡ") енәйәт эше ҡуҙғатылған, өсәүһен (Илдар Усманов, Иҙел Әхмәтҡужин, Марс Гәрәев) изоляторға япҡандар. Тағы ла хоҡуҡ һаҡсылары ауыл халҡының кейемен, көрәк-һәнәген тартып алған.
Ошо ваҡиғанан һуң ғәйепләнеүсе егеттәрҙең береһенең әсәһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесенә мөрәжәғәт иткән, Архангел районы халҡы Башҡортостан Республикаһы прокурорына ғариза яҙған.
"Кәмәлә балыҡ ҡармаҡлаусы кешегә Усманов Илдар "Ералаш" юмористик киножурналындағы "Бында балыҡ юҡ!" тигән лаҡапты әйтә. Ял итеүселәргә шаяртыу оҡшамай. Егеттәр һыуҙан сығыуға ҡаланыҡылар араһынан өсәү эргәләренә йүгереп килә. "Балыҡсы" Иҙелдең муйынына ҙур бысаҡ терәй, ҡалғандары Илдарҙы типкеләй башлай... "Һеҙ, ауыл, артабан да ерҙә ҡаҙынығыҙ, ә беҙгә кәңәшегеҙ менән бәйләнмәгеҙ, юғиһә насар булыр", — тип тороп ҡала өфөнөкөләр", тиелә архангелдәрҙең ғаризаһында.
Ауыл яғына юлланған Илдар менән Иҙелгә "Жигули" машинаһында дуҫтары осрай (унда егерме кеше бер нисек тә һыймай!). Уларҙы күргәс, ҡоторонған “ҡырағай” туристар: "Һеҙгә етмәй ҡалдымы әллә?" — тип бысаҡ, монтажка, көрәк тотоп, ҡаршыларына йүгереп килә. Араларында бер ҡатын-ҡыҙ ҙа була. Тәүәкәс егеттәренә ярҙа ятҡан таяҡтарға үрелеүҙән башҡа сара ҡалмай. Ғауға ҡуба. Ял итеүселәрҙең береһенең бысағы Тәүәкәс егетенең муйынының артҡы өлөшөн телеп үтә. Бәхеткә күрә, егет иҫән ҡала.
Яраланыусылар ике яҡта ла була, барыһы ла Архангел район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Шуныһы аңлашылмай: һин дә мин машина йөрөтөп ҡайтып киткән туристар һуңынан документтарҙа ауыр хәлдә дауаханаға эләккән тип күрһәтелә.
Ике ауыл егеттәре йәки ҡаланыҡылар менән ауылдыҡылар араһында яғалашыуҙар бер Тәүәкәстә генә барлыҡҡа килмәгән. Улар элек тә булған һәм бар. Ошондай сираттағы низағ был юлы ниңәлер яһалма рәүештә ҡабартыла. Хәлдең бер яҡлы ғына яҡтыртылыуы, тотош ғәйепте тәүәкәстәргә генә ауҙарыу, шул уҡ ваҡытта ауыл егетенең “ҡырағай” турист бысағынан зыян күреүенә, өфөләрҙең тыйылған мәлдә балыҡ тотоуына күҙ йомоп ҡарауҙары ғәжәп.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ғәҙеллек эҙләүсе әсәнең хатына битараф ҡала алманы. Комитет советы ағзалары Тәүәкәс ауылында граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса киңәйтелгән күсмә ултырыш уҙғарҙы. Ауыл халҡы менән осрашыуҙы гәзит биттәрендә яҡтыртасаҡбыҙ.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары:
— “Ҡырағай” туристар Тәүәкәс эргәһендә йәй буйы ял итә. Күбеһе ауыл халҡын һанға һуҡмай, үҙен әҙәпһеҙ тота: магазинға ярым яланғас баралар, ҡысҡыртып музыка тыңлайҙар, ярҙы сүп-сарға әйләндереүҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ял итеүселәрҙең бындай тәртипһеҙлеген республикабыҙҙың күп төбәгендә күҙәтергә мөмкин. Шулай ҙа ауыл халҡы сыҙам. Матбуғат сараларының әлеге низағты тәүәкәстәрҙең ситтән килгәндәрҙе күрә алмауына ҡайтарып ҡалдырыуы дөрөҫ түгел, сөнки ауылда йәйге йорттар һалып йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә яҡшы мөнәсәбәт булдырылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-02/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә