Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Почта эше камиллаша
Почта эше камиллашаЗаман заңы башҡа – ҡосаҡ тултырып гәзит-журналдар, ҡалын хаттар ташыған осор тарихта ҡалды тиеүселәр хаталана. Ауыл тормошон почтальонһыҙ әле лә күҙ алдына килтереп булмай, ҡалала ла уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Әммә заман талаптарынан артта ҡалырға ярамай – “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы етәксеһе Ирек Миңлевәли улы Ғәлимов менән ошо хаҡта ғына түгел, ә хеҙмәттең үҙенсәлектәре, көндәлек проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары һәм башҡа һөнәри ғәмәлдәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Дөйөм дәүләт сәйәсәте – оптимизация һеҙгә лә ҡағылды: райондарҙың почта бүлексәләре берләште. Был төбәктәрҙә уларҙың һаны кәмей тигәнде аңлатамы, кешеләрҙең көндәлек ғәмәлдәрендә сағыламы? Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү өсөн күрше районға, ҡалаға барып йөрөү бәғзеләрҙең тормошон ҡатмарлаштыра түгелме?
– Почталарҙы ҡушыу, тәүге сиратта, административ аппаратты тотоуға киткән сығымдарҙы кәметеү һәм бер үк хеҙмәттәрҙе ҡабатламау йәһәтенән тормошҡа ашырыла. Шулай ҙа республикала бер генә почта бүлексәһе лә ябылманы, киреһенсә, беҙҙең селтәр һуңғы ваҡытта өҫтәмә бүлексә һәм пункттар асыу иҫәбенә киңәйҙе. 2006 йылдан бер нисә почтамтты берләштереүгә өлгәштек, уларҙың идаралыҡ аппараты хәҙер бер урында. Әммә был клиенттарға күрше районға барырға тура киләсәк тигәнде аңлатмай, сөнки бүлексәләр бығаса булған урынында эшләй бит. Унан тыш, почтамт начальниктары хеҙмәтләндергән райондарға даими барып, халыҡты ҡабул итә. Телефон аша “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторола, теләгән һәр кем, проблемаһы була ҡалһа, минең интернет селтәрендәге блогка яҙа һәм, әлбиттә, тейешле яуапҡа өмөт итә ала.
– Гәзит уҡыусының һорауы. Өфөлә йәшәүсе ханым быйылғы тәүге ярты йыллыҡҡа урындағы почта бүлексәһендә республика райондарының береһендә йәшәгән атаһына гәзиткә яҙҙырған. Ағай баҫманы даими алмаған, артабан бөтөнләй килтермәй башлағандар. Почта бүлексәһендә төрлө сәбәптәргә һылтанғандар. Һөҙөмтәлә гәзит уҡыусы ғына түгел, баҫма ла зыян күрҙе – гәзиткә яҙылыусыны юғалтты. Бындай осраҡта ни эшләргә? Кешеләрҙең үҙҙәре йәшәгән урында икенсе район-ҡалала йәки Рәсәйҙең башҡа төбәгендә көн итеүсе яҡындарына матбуғат баҫмаһы яҙҙырып, ҡыуандырыу мөмкинлеге юҡмы ни?
– Һәр теләгән кеше, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡа төбәктә йәшәүсе яҡындарына гәзит-журналға яҙҙыра ала. Шулай уҡ гәзит уҡыусының беҙгә мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бар. Әгәр ҙә мәғлүмәт раҫлана икән, ғәҙеллек тантана итәсәк, почтальон яуап бирәсәк.
Шуныһын да әйтеп үтеү фарыз: йәшәгән урынды үҙгәрткән осраҡта почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итеү, яңы адресты ҡалдырыу мөһим. Гәзит-журналды мотлаҡ килтереп еткерәсәктәр.
– Күптәр почтальондарға дәғүә белдерә. Төп бәлә – почта аҙнаһына бер нисә мәртәбә генә килә, һөҙөмтәлә көндәлек баҫмаларҙы яҙҙырыусылар иҫкергән, әһәмиәтен юғалтҡан мәғлүмәт менән хушһынырға мәжбүр. Был мәсьәләне хәл итеү мөмкинме? Почта ташыу буйынса бөгөн ниндәй нормативтар ҡабул ителгән?
– Почта ташыу хеҙмәтен көндән-көн камиллаштырыу буйынса эшләйбеҙ. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән рәсми ҡарар буйынса почта ауыл ерендә аҙнаһына өс тапҡырҙан да кәм килтерелмәҫкә тейеш. Дөйөм алғанда, беҙ ошоға таянып эш итәбеҙ. Үҙәктәрҙә иһә дүрт тапҡырға тиклем килә. Ауыл почтаһының төп үҙенсәлектәренең береһе – алыҫ аралар һәм беҙҙең хеҙмәткә ихтыяждың тигеҙ булмауы. Шуға күрә ниндәйҙер етешһеҙлектәр килеп сыға. Күпселек осраҡта улар кеше факторына бәйле. Әлбиттә, матбуғатҡа яҙылыусылар был йәһәттән бер ниндәй ҙә зыян күрергә тейеш түгел.
Мәсьәләне хәл итеү юлын почта бүлексәләрен эреләтеп, эштә махсус автотранспорт ҡулланыуҙа күрәм. Был йәһәттән тәүге ыңғай миҫалдар бар.
– Быға тиклем почтаны алыҫ райондарға поезда ташыйҙар ине. Мәғлүмәтте Интернет селтәре аша Ер шарының теләһә ҡайһы төбәгенә бер нисә минут эсендә еткереп булған заманда, был ысул иҫкергән һымаҡ тойола. Һеҙҙең тармаҡта ниндәй техник яңылыҡтар ҡулланыла, почтаны ташыу йәһәтенән ниндәй алымдарға өҫтөнлөк бирелә?
– Почта логистикаһы көндән-көн камиллаша. Һуңғы йылдарҙа республикала заманса, сифатлы юлдар төҙөлдө, хәҙер Башҡортостандың иң алыҫ район-ҡалаларына бер нисә сәғәттә елдереп барып етергә мөмкин. Автотранспорттың мөмкинлектәре лә киңәйә. Мәҫәлән, почта автомобилдәрен беҙ юлдаш навигацияһы менән йыһазландырабыҙ, был юлдағы хәлде һәр ваҡыт күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ярҙам итә.
Хеҙмәтте ни тиклем сифатлыраҡ күрһәтһәң, уға ихтыяж да арта. Ысынлап та, быйылға тиклем республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына гәзит-журналдарҙы поезд менән оҙата инек. Уның расписаниеһына бәйле, баҫмалар бер көнгә һуңлап барҙы һәм халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Быйылдан башлап почтаны үҙебеҙ ташыйбыҙ: гәзит-журналдар адресатҡа иртәрәк барып етә. Ялыуҙар һаны ла ҡырҡа кәмене.
Интернетҡа бәйле заман үҙгәрештәре, әлбиттә, почта хеҙмәтен дә урап үтмәне. Республиканың 500-ҙән ашыу ауыл-ҡалаһында Интернет селтәренә тоташтырылған махсус пункттар бар. Унда донъяның төрлө төбәгендә йәшәгән дуҫ-таныштарың менән аралашыу, кәрәкле мәғлүмәт алыу, табипҡа яҙылыу һәм башҡа мөмкинлектәрҙән файҙаланырға була. Тиҙҙән ундай пункттарҙа электрон дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күҙаллана.
– Почтальондарҙы нисек дәртләндерәһегеҙ? Билдәләнгән план һәм нормаларҙы үтәгән осраҡта өҫтәмә бонустар бармы?
– Ойошма етәкселеге тарафынан күрһәтелгән төп дәртләндереү сараһы – хеҙмәткәргә эш хаҡын үҙаллы арттырыу мөмкинлеген биреү. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эш күләменә ҡарап түләнгән бонустар системаһына күсә бара. Иҡтисади йәһәттән был отошло алым, сөнки аҡса эшләү мөмкинлеге сикләнмәй. “Рәсәй почтаһы”нда хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү тураһында положение бар. Уға ярашлы, белгес хеҙмәт һөҙөмтәһенә ҡарап түләнгән системаға күсһә, премия күләме юғарыраҡ була. Былтырғы күрһәткестәр буйынса, беҙҙең филиал хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 10 процентҡа артты. Был бигерәк тә почтальондарға һәм операторҙарға ҡағыла.
“Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәренең социаль пакеты тос, ул хеҙмәт ҡануниәтендә билдәләнгәндән күпкә киңерәк. Беҙҙең филиалдың һаулыҡты нығытыу лагеры бар. Баланы унда ял итергә ебәргән осраҡта, путевка хаҡының 10 процентын ғына түләйҙәр. Күптән түгел “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәрҙең балаларын бушлай страховкалау тураһында ҡарар ҡабул итте. Һәр филиалда социаль түләүҙәр буйынса комиссия эшләй. Был кадрҙарҙы һаҡларға, эштең сифатын күтәрергә ярҙам итә.
– Әйткәндәй, кадрҙар мәсьәләһен нисек хәл итәһегеҙ?
– Белгестәрҙең һөнәри кимәлен күтәреү йәһәтенән хеҙмәткәрҙәргә системалы даими белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең филиалда төбәк үҙәге эшләй, унда йыл һайын 10 меңгә яҡын почта хеҙмәткәре төрлө йүнәлеш буйынса белемен камиллаштыра. Почта бүлексәләренең заманса йыһазландырылыуы, юғары тиҙлекле электрон каналдар ҡулланылыуы хеҙмәткәрҙәрҙе эшенән айырмай, дистанциялы уҡытыуға булышлыҡ итә. Махсуслашҡан уҡыу йорттары менән бәйләнеште нығытабыҙ. Квалификацияны камиллаштырыуҙың төп маҡсаты – почта хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыу.
“Рәсәй почтаһы” пенсияға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрен дә онотмай: предприятиела дәүләттеке булмаған пенсия тәьминәте программаһы тормошҡа ашырыла, ул лайыҡлы ялға киткәндәргә өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итә.
Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең тағы бер юлы – һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрен ойоштороу. Еңеүселәр предприятиеның кадрҙар резервы исемлегенә индерелә. Унан тыш, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеүселәргә, шулай уҡ “Элемтә оҫтаһы” исеменә лайыҡ булғандарға Ҡара диңгеҙҙә бер ғаилә ағзаһы менән ял итеп ҡайтыу мөмкинлеге бирелә.
– Бөгөнгө почтальон – матбуғат баҫмаларын таратыусы ла, һатыусы ла, пенсия килтереүсе лә. Шулай ҙа, почтальон тиһәң, иң тәүҙә ауыр сумкаһына гәзит-журнал, хат тултырған кеше күҙ алдына килеп баҫа. Был һөнәр эйәһенең эше йылдан-йыл ҡатмарлаша түгелме? Хеҙмәт даирәһе киңәйеү сифатта нисек сағылыш таба?
– Ауыл ерендә почта хеҙмәте күрһәтеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә килем килтермәй. Шуға күрә почта бүлексәләренең эшенә йән өрөү өсөн беҙ профилле булмаған хеҙмәттәр күрһәтергә мәжбүрбеҙ. Әйткәндәй, күпселек клиенттар быны ыңғай ҡабул итә, уңайлы тип таба, сөнки өйҙән сыҡмай ғына теге йәки был тауарҙы йә иһә хеҙмәтте алырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта почтальонға артыҡ көс төшөрмәҫ өсөн (был үҙ сиратында сифатта сағыла) заманса алымдарҙы ҡулланырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ почтамтында быйыл механизацияланған участка ойошторҙоҡ, быға тиклем ауылдан ауылға йәйәү йөрөп гәзит-журнал һәм тауар ташыған почтальондарҙы автотранспортҡа ултырттыҡ. Уларҙың мөмкинлеге менән бергә эш даирәһе лә киңәйҙе. Был хеҙмәт хаҡында ла ыңғай сағылыш таба. Тәүге һөҙөмтәләр бар, тимәк, был ысулды башҡа райондарҙа ла ҡулланасаҡбыҙ.
– Милли баҫмаларҙы Федераль почта хеҙмәте идаралығы киосктары аша таратыу буйынса ниндәй күрһәткестәр менән таныштыра алаһығыҙ? Ошо төр продукцияны һатыу күләмен арттырыу ихтималлығына нисек ҡарайһығыҙ, был үҙен аҡлармы?
– “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалында төрлө баҫма продукция менән сауҙа итеү йәһәтенән ныҡлы инфраструктура булдырылған. Был иҫәпкә 1277 почта бүлексәһе һәм 100-ҙән ашыу киоск инә. Почта селтәре аша берәмләп һатылған республика баҫмаларының һаны 73 410 данаға тиң. Тимәк, матбуғат баҫмаларын ошо юл менән таратыу – һөҙөмтәле ысул. Әлбиттә, теге йәки был гәзит-журналға һатып алыусылар өҫтөнлөк бирһен өсөн баҫманың йөкмәткеһе, сифаты яҡшы булырға, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Беҙгә баҫмаларҙы һатыуҙан баш тартмайбыҙ. Бүлексәләр аша көн дә тиҫтәләрсә мең кеше үтә. Берәмләп һатылған баҫмаларҙың ассортименты 600-ҙән ашыу.
– Почта һәм баҫманы ойоштороусылар араһында гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын һөҙөмтәлерәк итеү өсөн хеҙмәттәшлектең тағы ла ниндәй юлдарын ҡулланырға мөмкин?
– Бының ысулдары бик күп. Бөтә Рәсәй подписка декадаһы иң һөҙөмтәле юлдарҙың береһе булып ҡала. Ул ташлама менән теләгән баҫмаға яҙылыу мөмкинлеге биргән күп сараларҙы үҙ эсенә ала.
Мәсьәләгә ижади юҫыҡтан ҡарағанда тағы ла отошлораҡ булыр ине. Мәҫәлән, беҙ республика баҫмалары етәкселәренең гәзит йәки журнал үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойоштороласаҡ матбуғатҡа яҙылыу саралары хаҡындағы тәҡдимдәрен тыңларға әҙербеҙ. Баҫмаларҙы ойоштороусыларҙың, почта бүлексәләренең һәм хеҙмәткәрҙәренең заманса мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, гәзит-журналдарҙы таратыу эшен алға ебәреү йәһәтенән берҙәм стратегия булдырыу мөһим. Был — ҡатмарлы, әммә кәрәкле ғәмәл. Беҙҙең тәҡдимде иғтибарға алырҙар, тип уйлайым.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.


Гәзит ваҡытында килмәһә...

Гәзит-журналдар үҙ ваҡытында килмәгән осраҡта Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына түбәндәге телефондар буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин:
8 (347) 276-66-44, 276-66-74




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528