Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Өфөлә Башҡортостандың иң шәп ҡымыҙы билдәләнде
Башҡортостанда иң шәп ҡымыҙҙы Урал аръяғында бешәләр. Республикала үткәрелгән конкурс шуны раҫланы.
Был конкурсты республиканың ауыл хужалығы министрлығы һәм «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү ғилми-тикшеренеү институты ойошторҙо. Конкурсҡа 10 райондан 29 өлгө тәҡдим ителде.
Быйыл тәүге тапҡыр еңеүселәр өс номинацияла билдәләнде: «Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы», «Бейә һөтөнән бешелгән һәм өҫтәмәләр ҡушылған ҡымыҙ» һәм «Ҡымыҙ эсемлеге».
«Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы» номинацияһында Баймаҡ районынан «ЭкоПродукт» компанияһы етештергән ҡымыҙ иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе урынды Стәрлебаш районынан ҡымыҙ бешеүселәр Алмаз Рәхимғолов һәм Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Гаджиев яуланы. Өсөнсө урынды Әлшәй районынан Азат Ғарифуллин һәм Өфөнөң 119-сы ат заводы бүлеште.
«Бейә һөтөнән бешелгән һәм өҫтәмәләр ҡушылған ҡымыҙ» номинацияһында тәүге ике урынды Әбйәлил районының «Тамъян» йәмғиәтенән эсемлектәр яуланы. Өсөнсө урынды Баймаҡ районынан Илгиз Сафиндың ҡымыҙы алды.
«Ҡымыҙ эсемлеге» номинацияһында Баймаҡ районынан «ЭкоПродукт» компанияһы еңеүсе булды. Икенсе һәм өсөнсө урындар Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Гаджиевҡа һәм Әбйәлил районынан «Тамъян» йәмғиәтенә бирелде.
«Конкурс республиканың ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә ойошторолдо. Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 20 хужалыҡ үҙ продукцияһын алып килде. Өлгөләрҙе БДАУ, БДМУ, республиканың Роспотребнадзор идаралығы һәм «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты эксперттары баһаланы. Конкурс йылдан-йыл нығыраҡ популярлыҡ яулай, ҡатнашыусылар һаны арта», – тип һөйләне «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Ғиззәтуллин.Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...