Өфөлә Башҡортостандың иң шәп ҡымыҙы билдәләнде19.06.2025

Өфөлә Башҡортостандың иң шәп ҡымыҙы билдәләнде

Башҡортостанда иң шәп ҡымыҙҙы Урал аръяғында бешәләр. Республикала үткәрелгән конкурс шуны раҫланы.

Был конкурсты республиканың ауыл хужалығы министрлығы һәм «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү ғилми-тикшеренеү институты ойошторҙо. Конкурсҡа 10 райондан 29 өлгө тәҡдим ителде.


Быйыл тәүге тапҡыр еңеүселәр өс номинацияла билдәләнде: «Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы», «Бейә һөтөнән бешелгән һәм өҫтәмәләр ҡушылған ҡымыҙ» һәм «Ҡымыҙ эсемлеге».


«Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы» номинацияһында Баймаҡ районынан «ЭкоПродукт» компанияһы етештергән ҡымыҙ иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе урынды Стәрлебаш районынан ҡымыҙ бешеүселәр Алмаз Рәхимғолов һәм Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Гаджиев яуланы. Өсөнсө урынды Әлшәй районынан Азат Ғарифуллин һәм Өфөнөң 119-сы ат заводы бүлеште.


«Бейә һөтөнән бешелгән һәм өҫтәмәләр ҡушылған ҡымыҙ» номинацияһында тәүге ике урынды Әбйәлил районының «Тамъян» йәмғиәтенән эсемлектәр яуланы. Өсөнсө урынды Баймаҡ районынан Илгиз Сафиндың ҡымыҙы алды.


«Ҡымыҙ эсемлеге» номинацияһында Баймаҡ районынан «ЭкоПродукт» компанияһы еңеүсе булды. Икенсе һәм өсөнсө урындар Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Гаджиевҡа һәм Әбйәлил районынан «Тамъян» йәмғиәтенә бирелде.

«Конкурс республиканың ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә ойошторолдо. Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 20 хужалыҡ үҙ продукцияһын алып килде. Өлгөләрҙе БДАУ, БДМУ, республиканың Роспотребнадзор идаралығы һәм «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты эксперттары баһаланы. Конкурс йылдан-йыл нығыраҡ популярлыҡ яулай, ҡатнашыусылар һаны арта», – тип һөйләне «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Ғиззәтуллин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-19/v-ufe-opredelili-luchshiy-kumys-bashkortostana-4282060



Вернуться назад