Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә
Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәМәҙәниәтебеҙ күгендә «Ҡош юлы»ның барлыҡҡа килеүен беҙ, йәш быуын вәкилдәре, ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул иттек. Гитарала уйнап йырлаусыларҙың республика күләмендәге беренсе асыҡ конкурсы, өс ай самаһы элек кенә иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн халыҡ араһында яҡшы билдәле. Бүтән бәйгеләрҙән ҡайһы яғы менән айырылып тора ул, уңыш сере ниҙә икән?

Шуныһына иғтибар итәйек: «Ҡош юлы» башланғанға тиклем унда үҙенең һәләтен, ижади ҡеүәтен һынап ҡараған алтмыштан ашыу егет һәм ҡыҙҙың бер-икәүһе генә Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәкиң йәмәғәтселеккә ниндәйҙер кимәлдә таныш ине. Ейәнсура районының Һүрәм йылғаһы буйына республиканың төрлө ауыл һәм ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән ике меңдән ашыу кешене йыйған гала-концертҡаса бәйгеселәрҙең күптәре йөрәктәрҙе әсир итеп, «йондоҙ»ға әйләнеп өлгөрҙө.
“Шоңҡар” журналы редакцияһы менән Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған бәйгенең шарттары ябай ғына: гитарала уйнап, Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәбашҡортса йырлағаныңды видеоға төшөрәһең дә Интернеттағы «Бәйләнештә» сайтында урынлаштыраһың. Сығыштар өсөн тауыш биреү ошонда бара. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе сайтта нисә «йөрәк» йыйыуына һәм оҫталығына ҡарап билдәләй. Үҙенсәлекле, социаль әһәмиәтле йырҙарға өҫтөнлөк бирелә. Ошолар хаҡында һөйләгәндә «Ҡош юлы»н бүтән йыр конкурстары менән сағыштырып ҡарайым да ябайлығын төп үҙенсәлеге тип табам. Ысынлап та асыҡ бәйге ул: ҡатнашыусының 16 йәштән өлкән булыуын, фәҡәт башҡортса йырлауын талап итеүҙән башҡа сикләү юҡ. Нимәне, нисә тапҡыр һәм нисек йырлаһаң да, тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итә алаһың – үҙеңдең эске ҡурҡыуыңды еңеү генә шарт. Шуға ла Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәҡатнашыусыларҙың барыһын да «еңеүсе» тип атарға мөмкин, минеңсә.
Заман технологияларын, Интернетты файҙаланыу йәһәтенән алға ҙур бер аҙым яһаныҡ. Йыш ҡына өлкәндәрҙән: «Йәштәр кеҫә телефонындағы видеокамераға теләһә ниндәй әшәкелекте төшөрә… Компьютерҙан көнө-төнө айырыла алмайҙар…» – тигән зарланыу ишетәбеҙ. Бында кем йәки нимә ғәйепле һуң? Ҡыҙыҡлы темалар табылмаһа, әлбиттә, күңелдәге ынтылыштың бүтәнсәрәк йүнәлеш алыуы мөмкин. «Бәйләнештә», «Класташтар» кеүек социаль селтәрҙәрҙә хәҙер кешене тиҙ арала үҙенә ылыҡтырырлыҡ ҡомарлы уйындар, төркөмдәр аҙ түгел. Шулар араһында «Ҡош юлы»ның, ҡапыл пәйҙә булып, үҙ урынын табыуы, бер нисә мең кешенән аудитория туплауы – оло еңеү, яңы артылыш ул. Тимәк, милли мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, башҡорт йырына ихтыяж ҙур. Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмдә әлегә өс меңдән ашыу кеше теркәлгән, уларға көнөнә 30-40 ҡулланыусы өҫтәлеп бара. Гитарала уйнап, башҡортса йырлаусыларҙың конкурсы менән Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстан, Украина, Белоруссия, Германия кеүек сит илдәрҙә лә даими ҡыҙыҡһыналар!
Минең өсөн «Ҡош юлы», һис шикһеҙ, йәштәр мөхитендә һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе булды. Бөгөн аптырайым: бындай сара ойоштороу мөмкинлеге тураһындағы уй ниңә элегерәк башҡа инеп сыҡмаған икән? Хәтерләүемсә, туҡһанынсы йылдар башында «Дәрүишхан», «Ҡышҡы йәйғор», «Аҡйондоҙ», «Каруанһарай», «Диуана», «Рух», «Ант» кеүек төркөмдәрҙең башҡорт эстрадаһына көслө тулҡын булып килеп инеүе беҙҙең йәштәштәр араһында гитарала уйнап йырлаусыларҙы шаҡтай арттырғайны. Шунан бирле был өлкәлә ҙур яңылыҡтар оҙаҡ ҡына тойолманы, һуңғы йылдарҙа «Бүреләр», «Амурҙар»ҙың барлыҡҡа килеүе генә бушлыҡты бер аҙ тултырҙы шикелле. Эйе, Рәсәй сәхнәһендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ҡайһы саҡта йәмғиәттең күпселек өлөшөнөң зауығына тап килмәгән арзан, яһалма йырҙар өҫтөнлөк иткәндәй. Шоу-бизнес өлкәһендә «йондоҙ»ҙар халыҡ баһаһы буйынса түгел, ә байлыҡҡа, тышҡы матурлыҡҡа ҡарап билдәләнә. «Ҡош юлы» иһә фәҡәт Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәйөрәктән сыҡҡан, сифатлы, күңел сарсауын баҫырлыҡ йырҙар менән ҡыуандырҙы.
Башҡорт халҡына рок, бард йыры һис тә ят түгел. “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың һүҙҙәренсә, милли мәҙәниәтебеҙҙә был йүнәлеш борондан булған, ул тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә, сәсәндәр ижадына барып тоташа. “Ҡош юлы”ның табыштары – Роберт Хәмиҙуллиндың “Бюджетник йыры”, Тимур Әхмәтйәновтың “Ете мең”, Револь Ғималовтың “Ялҡытты”, Альбина Шәмсетдинованың “Башҡорт улына” кеүек көнүҙәк мәсьәләне күтәргән, ҡыйыу, кинәйәле йырҙары булмаһа, беҙҙең сәнғәтте камил тип әйтә алмаҫ инек, моғайын. Халыҡ исеменән ҙур майҙанға сығып һүҙ әйтеүсе бөгөнгө сәсәндәр улар!
Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етәАндрей Харитонов башҡортса матур һөйләшеүе, йырлауы менән үҙенә ихтирамды арттырһа, Айнур Иҡсанов Виктор Цойҙың йырҙарын беҙҙеңсә яңғыратып һоҡландырҙы, Фәнүр Алдаҡаев уҙған быуаттағы киң билдәле йырҙарҙы иҫкә төшөрҙө, Рәфис Әхмәтов менән Илгиз Вәлиев моңло тауышы менән тамашасы һөйөүен яуланы... Яңылыҡтар бик күп. Халыҡта башҡорт моңона ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур, таланттарҙың көслө бер быуыны үҫә, тигән фекер нығынды күңелдә. Иң мөһиме — мәҙәниәтебеҙ сикләнмәгән, уның үҫеш өсөн яңы йүнәлештәре асыла. “Улай йырларға ярамай, былай ҡыланыу килешмәй”, — тигән ҡараш онотолған хәлдә, был өлкәлә ҙур уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ. Сифатҡа баһаны ваҡыт үҙе бирер.
«Ҡош юлы»ның финалын “Өфө — Ейәнсура” автоуҙышынан башлап, халыҡты сәләмәт һәм айыҡ йәшәүгә саҡырыусы байрам рәүешендә ойоштороуҙарын да баһалап үтмәү яҙыҡ булыр. Спорттың футбол, гер күтәреү, армрестлинг кеүек төрҙәре буйынса ярыштар, йырсы һәм шағирҙарҙың сығыштары, йәш рәссамдар уҙғарған оҫталыҡ дәрестәре күптәрҙе йәлеп итте. Берәүҙәр, моғайын, уйындарҙан сәмләнеп, көслө һәм йылғыр булырға маҡсат ҡуйғандыр, икенселәр һүрәт төшөрөү сәнғәтенең яңы серҙәренә төшөнгәндер, кемдер, тәрән уйланып, тормошҡа ҡарашын ыңғайға үҙгәрткәндер… Ғөмүмән, бер кем дә ваҡытын әрәмгә үткәреп, концерт башланғансы ни менән булышырға белмәй йөрөмәне. Мәҙәни кимәлебеҙҙең үҫешен хәстәрләгәндә, тап ошоноң кеүек, байрамдарҙы күпселектең зауығына тап килерлек, барыһының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек итеп уҙғарыу талабын алға һөрөргә кәрәктер.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Укыусы
    Укыусы от 22.06.2012, 18:27
    Даян туган!hез "Кош юлы"н куреп шатланганhыгыз.hеззен мэкэлэне укып, мин hезгэ караганда ла ныгырак hойэнэп ултырам,ахыры. Рэхмэт! Сэйэси темага язган мэкэлэлэрегез зэ ыксым,тыгыз."hыу койоп" ,баш бутау тигэн нэмэ юк.Маладис!Теге йэки был сетерекле проблема буйынса куренекле кешелэрзен фекерен бирhэгез нисек булыр?

  2. Камил
    Камил от 25.06.2012, 11:59
    Макалала автор фекерен уткара белган, афаран! "Кызыклы темалар табылмаса, элбиттэ, кунелдаге ынтылыштын бутансарек йуналеш алыуы бар" Ниндэй топло фекер. Даянга ижади уныштар юлдаш булсын!

    топле фекерле макала






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874