Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Иман йорто асылды

Балтас районының Штәнде ауылында иман йорто асылды.
Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың әсәһе Рәйсә Хәмитова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәсет бынан тиҫтә йыл самаһы элек төҙөлә башлаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем ул бик аҡрын барған. Былтыр иһә ошо ауылда йәшәүсе Рәйсә Хәмитова эште әүҙемләштерергә ярҙам иткән.
“Балтас таңдары”.


Яңы арена көтә


Стәрлетамаҡ ҡалаһында заманса Боҙ һарайының бинаһы төҙөлөп бөткән, әле эстәге эштәр башҡарыла. Объект “Рәсәй Федерацияһында 2006 – 2015 йылдарҙа физик мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү” маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлә. Ул быйыл декабрҙә сафҡа индереләсәк.
Яңы аренала фигуралы шыуыу һәм хоккей буйынса күнекмәләр үткәреләсәк, ял көндәрендә кешеләр конькиҙа йөрөп ҡыуанасаҡ.
Трибуналар 2500 кешене һыйҙырмалы. Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән ҡалала был тәүге ябыулы боҙ майҙаны буласаҡ.
“Стәрлетамаҡ эшсеһе”.


Үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ!

Кисә Йәрмәкәй ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Бүләк биреү көндәре” башланды. Сараның маҡсаты ябай: әгәр ҙә бәғзеләрҙең йортонда иғтибарға лайыҡ тарихи ҡомартҡылар, әйберҙәр бар икән, улар уны музейға һаҡлауға тапшыра ала.
Был исемлеккә кейем-һалым, боронғо биҙәүестәр, һауыт-һаба, хеҙмәт ҡоралдары, фотоһүрәттәр, йыһаз, әйләнештән сыҡҡан аҡса өлгөләре, аҙыҡ-түлек талондары һәм башҡа донъяуи кәрәк-яраҡ инә. Сара 21 июлгә тиклем дауам итәсәк.
“Йәрмәкәй яңылыҡтары”.


Тарих онотолмай

Ишембай районының Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған сара булып үтте.
Ауылда һәләтле, моңло кешеләр күп: олоһо ла, кесеһе лә тарихи йырҙарҙы башҡарҙы. Айырыуса Рәйлә Ҡолмырҙина, Сәриә Вәлиеваның мөнәжәттәре, Тәнзилә Хафизованың бәйеттәре, Тәнзилә Аҫылгәрәева башҡарыуындағы “Һарысәс” йыры күнелдәргә үтеп инде. Әйткәндәй, һуғышта Этҡол ауылы яугирҙәре лә ҡатнашҡан. Ауыл китапханаһы мөдире Гөлдәр Йәрмөхәмәтова улар хаҡында ентекле мәғлүмәт туплаған.
“Торатау”.


Хәүефһеҙлек өсөн

Октябрьский ҡалаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән махсус ҡала программаһы эшләй. Уға ярашлы, ҡаланың иң тынғыһыҙ урам киҫелештәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу өсөн быйыл өс миллион һум аҡса бүленәсәк.
Былтыр Октябрьскийҙа юл хәрәкәте менән идара итеүҙең һигеҙ автоматлаштырылған системаһы ҡуйылған, бишеһенең сығымын – ҡала ҡаҙнаһы, өсәүһенекен ҡала предприятиелары ҡаплаған. Ағымдағы йылда тағы биш светофор ҡуйыласаҡ.
“Октябрьский нефтсеһе”.


Ялығыҙ күңелле үтһен!

Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылы эргәһендә “Маяҡ” балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан. Тәүге сменала унда 106 бала ял итә.
Был сменала диңгеҙ тематикаһы өҫтөнлөк итә: лагерь бинаһы – “карап”, бүлмәләр – “каюта”, мунса һәм йыуыныу бүлмәләре – “кубрик”, ашхана – “камбуз”. Отряд исемдәре лә диңгеҙгә бәйле. Вожатый булып Мәсәғүт педагогия училищеһы студенттары эшләй. Лагерь бинаһына ремонт яһалған, спорт майҙансығы урындағы эшҡыуар ярҙамында заманса йыһазландырылған.
“Беҙҙең Ҡыйғы”.


Тормош булғас...

Ағымдағы йылдың биш айында Федоровка районында 25 пар никахын теркәгән.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес байтаҡҡа түбән. Никахлашыусыларҙың аҙлығын үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә хөкөм иткән иҡтисади-социаль көрсөк менән бәйләйҙәр.
Уның ҡарауы, пенсионерҙар тормоштарынан йәм табып йәшәй. Мәҫәлән, Бала Сытырман һәм Федоровка ауылдарында май-июнь айҙарында 35 оло йәштәге кеше халыҡ университетында шөғөлләнгән, инглиз теле һәм компьютер нескәлектәрен төшөнгән.
"Ашҡаҙар таңдары".

Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә