Иман йорто асылдыБалтас районының Штәнде ауылында иман йорто асылды.
Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың әсәһе Рәйсә Хәмитова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәсет бынан тиҫтә йыл самаһы элек төҙөлә башлаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем ул бик аҡрын барған. Былтыр иһә ошо ауылда йәшәүсе Рәйсә Хәмитова эште әүҙемләштерергә ярҙам иткән.
“Балтас таңдары”.
Яңы арена көтәСтәрлетамаҡ ҡалаһында заманса Боҙ һарайының бинаһы төҙөлөп бөткән, әле эстәге эштәр башҡарыла. Объект “Рәсәй Федерацияһында 2006 – 2015 йылдарҙа физик мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү” маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлә. Ул быйыл декабрҙә сафҡа индереләсәк.
Яңы аренала фигуралы шыуыу һәм хоккей буйынса күнекмәләр үткәреләсәк, ял көндәрендә кешеләр конькиҙа йөрөп ҡыуанасаҡ.
Трибуналар 2500 кешене һыйҙырмалы. Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән ҡалала был тәүге ябыулы боҙ майҙаны буласаҡ.
“Стәрлетамаҡ эшсеһе”.
Үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ!Кисә Йәрмәкәй ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Бүләк биреү көндәре” башланды. Сараның маҡсаты ябай: әгәр ҙә бәғзеләрҙең йортонда иғтибарға лайыҡ тарихи ҡомартҡылар, әйберҙәр бар икән, улар уны музейға һаҡлауға тапшыра ала.
Был исемлеккә кейем-һалым, боронғо биҙәүестәр, һауыт-һаба, хеҙмәт ҡоралдары, фотоһүрәттәр, йыһаз, әйләнештән сыҡҡан аҡса өлгөләре, аҙыҡ-түлек талондары һәм башҡа донъяуи кәрәк-яраҡ инә. Сара 21 июлгә тиклем дауам итәсәк.
“Йәрмәкәй яңылыҡтары”.
Тарих онотолмайИшембай районының Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған сара булып үтте.
Ауылда һәләтле, моңло кешеләр күп: олоһо ла, кесеһе лә тарихи йырҙарҙы башҡарҙы. Айырыуса Рәйлә Ҡолмырҙина, Сәриә Вәлиеваның мөнәжәттәре, Тәнзилә Хафизованың бәйеттәре, Тәнзилә Аҫылгәрәева башҡарыуындағы “Һарысәс” йыры күнелдәргә үтеп инде. Әйткәндәй, һуғышта Этҡол ауылы яугирҙәре лә ҡатнашҡан. Ауыл китапханаһы мөдире Гөлдәр Йәрмөхәмәтова улар хаҡында ентекле мәғлүмәт туплаған.
“Торатау”.
Хәүефһеҙлек өсөнОктябрьский ҡалаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән махсус ҡала программаһы эшләй. Уға ярашлы, ҡаланың иң тынғыһыҙ урам киҫелештәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу өсөн быйыл өс миллион һум аҡса бүленәсәк.
Былтыр Октябрьскийҙа юл хәрәкәте менән идара итеүҙең һигеҙ автоматлаштырылған системаһы ҡуйылған, бишеһенең сығымын – ҡала ҡаҙнаһы, өсәүһенекен ҡала предприятиелары ҡаплаған. Ағымдағы йылда тағы биш светофор ҡуйыласаҡ.
“Октябрьский нефтсеһе”.
Ялығыҙ күңелле үтһен!Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылы эргәһендә “Маяҡ” балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан. Тәүге сменала унда 106 бала ял итә.
Был сменала диңгеҙ тематикаһы өҫтөнлөк итә: лагерь бинаһы – “карап”, бүлмәләр – “каюта”, мунса һәм йыуыныу бүлмәләре – “кубрик”, ашхана – “камбуз”. Отряд исемдәре лә диңгеҙгә бәйле. Вожатый булып Мәсәғүт педагогия училищеһы студенттары эшләй. Лагерь бинаһына ремонт яһалған, спорт майҙансығы урындағы эшҡыуар ярҙамында заманса йыһазландырылған.
“Беҙҙең Ҡыйғы”.
Тормош булғас...Ағымдағы йылдың биш айында Федоровка районында 25 пар никахын теркәгән.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес байтаҡҡа түбән. Никахлашыусыларҙың аҙлығын үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә хөкөм иткән иҡтисади-социаль көрсөк менән бәйләйҙәр.
Уның ҡарауы, пенсионерҙар тормоштарынан йәм табып йәшәй. Мәҫәлән, Бала Сытырман һәм Федоровка ауылдарында май-июнь айҙарында 35 оло йәштәге кеше халыҡ университетында шөғөлләнгән, инглиз теле һәм компьютер нескәлектәрен төшөнгән.
"Ашҡаҙар таңдары".
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.