Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың муниципаль хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантана барышында республика етәксеһе уларҙың намыҫлы хеҙмәте ҡалалар һәм райондар халҡы өсөн бик мөһим булыуын билдәләне.


«Һеҙ көн һайын муниципалитеттар тормошон ойоштораһығыҙ, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирәһегеҙ, уларҙың файҙалы башланғыстарын хуплайһығыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ профессионализм, киң компетенциялар ғына түгел, ә кешеләргә иғтибар, юғары яуаплылыҡ талап итә.


Белеүегеҙсә, быйыл март айында ҡабул ителгән урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында федераль закон төбәктәргә муниципаль властың структураһын үҙ аллы билдәләү хоҡуғын бирә. Республикабыҙҙа ауыл һәм ҡала биләмәләре менән ике кимәлле муниципаль идара итеү системаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Шуға күрә беҙ ғәмәлдәге системаны һаҡлап ҡалырға, иң яҡшы традицияларҙы дауам итергә булдыҡ. Киләсәктә лә дөйөм тырышлыҡ менән муниципаль хеҙмәттәрҙең асыҡлығын тәьмин итербеҙ, тораҡ пункттарҙың инфраструктураһын нығытырбыҙ, ижтимағи һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡларбыҙ тип ышанам», – тине Радий Хәбиров.


Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, тап муниципаль хеҙмәткәрҙәр стратегияларҙы һәм программаларҙы реаль эштәргә әүерелдерә – таҙалыҡты һәм тәртипте һаҡлай, урамдарҙы һәм ихаталарҙы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндерә, граждандар һәм власть органдары араһында тығыҙ бәйләнеш булдыра.


Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән эшен баһаланы. 


«Был – беҙҙең изге, мөһим бурысыбыҙ, һеҙ уны лайыҡлы хәл итәһегеҙ. Сит ҡайғыға битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Дөйөм еңеүгә лайыҡлы өлөш индерәһегеҙ», – тине республика етәксеһе һәм ҡайһы бер бүләкләнеүселәр тураһында һөйләп үтте.


«Миҙхәт Хәбибулла улы Вәлитов ярты быуаттан ашыу ғүмерен Ауырғазы районын үҫтереүгә арнаны. Хакимиәт башлығы вазифаһында балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, медицина учреждениелары һәм башҡа мөһим объекттар төҙөү, ауылдарға газ үткәреү, производство инфраструктураһын нығытыу менән әүҙем шөғөлләнде. Уның тырышлығы менән райондың ауыл хужалығы беҙҙең агросәнәғәт комплексы лидерҙарына әүерелде», – тине Радий Хәбиров.


Республика Башлығы муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы һаулыҡ, именлек, мөһим пландарҙы һәм башланғыстарҙы бойомға ашырыуҙарын, ә барлыҡ муниципалитеттарға уңыштар теләне.  


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-15/radiy-habirov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-munitsipalnym-sluzhaschim-4198812





Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә