Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Республикала 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле асыла
3 апрелдән Башҡортостанда урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле асыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе.
«Һауа температураһының күтәрелеүен, сиктәш биләмәләрҙә ҡоро үләндең яныуын иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, шулай уҡ 1 майҙан республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тип белдерҙе министр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индереү өсөн материалдар әҙерләргә ҡушты.
«Гидрометеорология буйынса федераль хеҙмәт һәм Авиация урман һағының яҡынса фараздарына ярашлы, республиканың айырым райондарында майҙан сентябргә тиклем юғары класлы янғын хәүефе фаразлана. Шуға күрә төп бурысыбыҙ — төрлө хәлдәргә әҙер булыу. Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2025 йылға урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы раҫланды, ул 11,5 мең кешене һәм 3,3 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота», — тине Марат Шәрәфетдинов.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ландшафт янғындарын һүндереү өсөн 7,5 меңдән күберәк кеше һәм 1 меңдән ашыу берәмек техника әҙер.
«Республика янғынға ҡаршы хеҙмәтенең беҙҙең ведомство ҡарамағындағы учреждениеһы нигеҙендә йыл һайын оператив штаб ойошторола, уның бурысы — янғындарҙы һүндергәндә өҫтәмә техника, янғын һүндереү ҡорамалдары һәм ирекмәндәр менән тәьмин итеүҙе координациялау. Ошо эш барышында 55 муниципалитет ландшафт янғындарын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөнө. Бынан тыш, Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, уҙған миҙгелдәрҙә ул үҙенең һөҙөмтәле булыуын раҫланы», — тине Кирилл Первов.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...