Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттарына Башҡортостанда урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү тураһында һөйләне
Башҡортостан – илдә урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса лидерҙарҙың береһе. Республикала 92 колледж һәм 44 филиал эшләй. Бөгөн Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитетының күсмә кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай һандар килтерҙе. Кәңәшмәнең темаһы – кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу тәжрибәһе.
«Урта һөнәри белем биреү төрлө этаптарҙы үтте, колледждар бөгөн төрлө хәлдә. Әммә беҙ колледжда уҡыған йәштәрҙе ихтирам итергә, уҡыу һәм йәшәү өсөн шарттар булдырырға кәрәклеген аңланыҡ. Беҙҙә колледждарҙың инфраструктураһын яҡшыртыу, уларҙы матди-техник яҡтан йыһазландырыу, шулай уҡ ятаҡтарын капиталь ремонтлау өсөн республика программаһы ҡабул ителде», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда республикала 331 миллион һумға 15 колледжда капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Өс йыл эсендә 29 колледжды капиталь ремонтлау өсөн республика бюджетынан 1,3 миллиард һум бүленде.
«Беҙ бер тенденцияға иғтибар иттек: колледжда ремонт яһағандан һуң унда уҡырға инергә теләгән студенттар күбәйә. Хәҙер ремонт үткәрелгән колледждарға инеүе күңелле. Тағы ла бер мөһим бурыс – студенттарҙың остаздарына ярҙам итеү. Беҙҙең колледждарҙа 5 меңдән ашыу уҡытыусы һәм 500-гә яҡын производствоға өйрәтеү мастеры эшләй. 2022 йылдан иң яҡшы уҡытыусыларға һәм производствоға өйрәтеү мастерҙарына грант ярҙамы күрһәтелде. Өс йыл эсендә 50 белгес 690 мең һумлыҡ грант алды. Һәләтле студенттар өсөн стипендиялар күләме һәм һаны арттырылды», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Республикала Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса колледждарға 2000 кешегә күберәк ҡабул итәләр. Улар иһә оборона сәнәғәте предприятиелары өсөн эшсе кадрҙар. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 170 миллион һум бүленде.
«Профессионалитет» федераль программаһы Башҡортостан колледждарын үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. Ошо программа сиктәрендә республикаға 1,6 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп ителде. Был проектта ҡатнашҡан 58 колледждың матди-техник базаһын яңыртырға, 14 белем биреү-производство кластерын булдырырға мөмкинлек бирҙе. Колледждарҙың һәм предприятиеларҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә быйыл бындай кластерҙар һаны 19-ға етергә тейеш. Әлеге күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урынды биләй.
«Бөгөн Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитетының күсмә кәңәшмәһендә ҡаралған тема бик мөһим, беҙ үҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм башҡа төбәктәрҙең иң яҡшы өлгөләрен үҙләштерергә әҙербеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...