Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Башҡортостанда Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу этаптарын тикшерҙеләр
26 мартта Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда Евразия күсмә цивилизациялар музейының музей-күргәҙмә комплексын, башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген, «Күскенсе» СПА-шифаханаһының берҙәм инженер тәьминәте үҙәген ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һүҙҙәренсә, быйыл йәй Турахан һәм Кесе кәшәнәләрҙе тоташтырған 800 метр оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр һуҡмағын ҡулсалау, шулай уҡ йәйге амфитеатр төҙөлөшөн башлау планлаштырыла.
Уның һүҙҙәренсә, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылғандан һуң уны 87 меңдән ашыу кеше килеп ҡараған.
«Евразия күсмә цивилизациялар музейы бинаһы ике төрлө кимәлле күләмдән тора. Беренсеһе – стилобат өлөшө. Икенсе күләм – музейҙың төп бинаһы», – тине «Архтамға» эксперт-проект бюроһының генераль директоры Рөстәм Әлибаев.
Төп бинала санузелдар, гардероб, әсә һәм бала бүлмәһе, намаҙ уҡыу бүлмәһе менән вестибюль, экспозиция залдары, сувенирҙар, кафе, конференц-залдар һәм 1000 урынлыҡ ҙур зал булдырыу күҙ уңында тотола. Унда концерттар ҙа ойошторорға мөмкин.
Проект буйынса бер стилобат өлөшөндә ғилми хеҙмәткәрҙәр менән административ блок, аш-һыу бүлмәһе, медицина пункты, административ биналар, хеҙмәткәрҙәр өсөн лабораториялар менән ғилми блок, конференц-залдар, ҡуртымға биреү һәм оҫталыҡ дәрестәре өсөн оҫтаханалар, фонд һаҡлау урыны була.
«Бында электр уты, газ үткәрергә, ҡаҙанлыҡ, таҙартыу ҡоролмалары, һыу алыу ҡоролмаһы төҙөргә кәрәк. Төҙөлөш темптары бюджетҡа бәйле. Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе иҫәпкә алып, хәлдең ҡатмарлы булыуы хаҡында һәр ваҡыт әйтә киләм. Шуға күрә бөтәһен дә ентекле тикшерҙек», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров журналистарҙың һорауына.Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...