Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Радий Хәбиров Башҡортостан ғалимдары алдына өс бурыс ҡуйҙы
5 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Фән сәғәте»н үткәрҙе. Был сара Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә уҙҙы. Ғалимдар менән осрашыу Рәсәй фәне көнө алдынан ойошторола, тип билдәләне республика етәксеһе һәм республиканың ғилми берләшмәһен һөнәри байрамы менән ҡотланы.
«Күпселектә ғилми потенциалдың юғары булыуы һөҙөмтәһендә Башҡортостан алдынғы, сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәктәр иҫәбенә инә. Өсөнсө йыл беҙ – Милли фәнни-технологик үҫеш рейтингында тәүге унау иҫәбендә. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге – республиканың төп ғилми үҙәге, илдең алдынғы фәнни учреждениеларының береһе. Беҙҙең үҙәк көслө ғилми мәктәптәре, тармаҡ компетенцияларын үҫтереү үҙәктәре булған лидер ойошма тип танылды. 14 институт фәнни өлкәнең бөтә йүнәлештәрен тиерлек үҙ эсенә ала. Һеҙ мөһим тикшеренеүҙәр үткәрәһегеҙ, тәбиғи һәм техник фәндәр өлкәһендә ҙур асыштар яһайһығыҙ. Евразия социомәҙәни киңлегендә киң гуманитар, этнологик компетенцияларҙы үҫтерәһегеҙ», - тине Радий Хәбиров.
Үҙәк үҙенең үҫеше өсөн федераль аҡса йәлеп итте. Мәҫәлән, приборҙар базаһын яңыртыуға (2022 йылда – 203 миллион һум, 2024 йылда – 243,3 миллион һум), мега-лабораториялар асыуға (2021-2023 йылдарҙа – 90 миллион һум; 2024-2028 йылдарҙа – 500 миллион һум), мал аҙығы культуралары буйынса селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә (2021 йылда – 15 миллион һум). «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 5 йәштәр лабораторияһы эшләй.
«Республика ла үҙәккә ярҙам күрһәтә. Йәш ғалимдарға, аспиранттарға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Ошо көндәрҙә мин «Йылдың йәш ғалимы» премияһын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙым», - тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге коллективы алдына өс бурыс ҡуйҙы.
«Беренсеһе – йәш ғилми кадрҙар әҙерләү. Университетты тамамлаусыларҙың күбеһенең карьераһын республика иҡтисадының фән һәм технологик секторҙары, фән менән бәйләүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Улар менән ныҡлы эшләргә, ректораттар, уларҙың ғилми етәкселәре менән эш алып барыу зарур.
Икенсеһе. Уҙған йылды аҙағында беҙ республиканың фәнни-технологик үҫеш дәүләт программаһын раҫланыҡ. Ғилми-технологик көн тәртибенә әүҙем ҡушылырға кәрәк.
Өсөнсөһө. Хөрмәтле коллегалар, беҙ һеҙҙә иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүҙең төп мәсьәләләрендә хеҙмәттәштәр, партнерҙар күрәбеҙ. Һеҙҙең тикшеренеүҙәр башлыса иҡтисадтың, аграр тармаҡтың, социаль өлкәнең инновациялы секторҙары өсөн ғәмәли һөҙөмтәгә йүнәлтелгән булырға тейеш», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...