Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Бөгөн, 4 февралдә, Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды.
Бинаның дөйөм майҙаны – 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөштөң хаҡы иһә 200 миллион һумдан күберәк.
«Минеңсә, ҙур, күркәм мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Балаларға художестволы үҙешмәкәрлек, сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар. Тамаша залы ла ҙур, мәҙәниәт министры беҙҙең театрҙар һәм филармония артистары концерттар, спектаклдәр менән гастролгә килер тип вәғәҙәләне. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш. Урғаҙала һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк әле. Баймаҡ районында егәрле халыҡ йәшәй, беҙ районға үҫешергә ярҙам итербеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе социаль-мәҙәни үҙәкте лә ҡараны.
Беренсе ҡатта эстрада менән тамаша залы, күргәҙмә зонаһы менән фойе, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, етәкселек кабинеты, китапханалар (ололар һәм балалар бүлеге), компьютер студияһы, костюмдар бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡатта иһә тренажер залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе.
Республика Башлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Бында балалар өсөн бөтә шарттар ҙа бар, улар беҙҙең түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй, өлкәндәр ҙә шөғөлләнергә килә», – тип билдәләне хеҙмәткәрҙәр.
«Ауыл ҙур, өс меңгә яҡын кеше йәшәй, шуға күрә, әлбиттә, бында клубһыҙ тормош юҡ. Был асылда ауыл клубы түгел, ә социаль-мәҙәни үҙәк, бында балалар музыка мәктәбе, художество мәктәбе, спорт зонаһы бар. Халыҡҡа йөрөүе уңайлы булһын өсөн бына шундайҙарҙы төҙөргә кәрәк. Эргәлә генә мәктәп, иң мөһиме – методистар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» журналисының һорауына.

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...