Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Радий Хәбиров Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө барышын баһаланы
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Радий Хәбиров Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө барышын баһаланы

31 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды. Республика етәксеһе монтажлау һәм биҙәкләү эштәренең барышын баһаланы.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсеткә 2006 йылда нигеҙ һалынғайны. Төҙөлөштө төрлө инвесторҙар финансланы. 2016 йылдың йәйендә эштәр туҡтатылды. 2021 йылдың аҙағына иман йортона бөтәһе 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән.


2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшөн тергеҙеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Шунан һуң белгестәр объектҡа комплекслы тикшереү үткәрҙе һәм уның торошон баһаланы.


2024 йылдың 10 апрелендә республика Башлығы ҡатнашлығында мәсетендә төҙөлөш эштәре тергеҙелде. 


Төҙөүселәр әйтеүенсә, бөгөнгө көндә мәсеттең дүрт манараһы ла Грециянан килтерелгән мәрмәр менән йөҙләнгән, мозаика менән биҙәлгән.


«Манараларҙы эшләү бик ауыр, һәр элемент 80 килограмдан ашыу тарта, архитектура яғынан да үҙ балансын һаҡларға кәрәк ине. Күп көс талап иткән эш, бер квадрат метрҙы ҡайһы берҙә ике көн эшләргә кәрәк булды. Тотош илдән белгестәр йәлеп ителде. Бөгөн үк Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары уларҙың матурлығы менән һоҡлана ала. Төҙөүселәр мәсеттең эсе яҡты булһын өсөн тәҙрәләрен алмаштыра. Беҙ Радий Фәрит улына ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ, финанслау йәһәтенән бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Бөтә этаптарҙы ваҡытында тамамлау һәм республика Башлығы ярҙамында алға барыу өсөн барыһы ла төҙөүселәргә бәйле», – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты аппараты етәксеһе Тимур Зәйнуллин.


«Шәхсән минең өсөн был – иң ҡатмарлы төҙөлөш объекттарының береһе, сөнки оҙаҡҡа һуҙылған объектҡа килеүе һәр саҡ ауыр. Әле тегендә, әле бында төрлө проблемалар килеп тыуа, шуға күрә тикшереү өсөн күп ваҡыт сарыф ителде. Быйыл фасадты көпләүгә тотонорға тигән ҡарар ҡабул иттек. Быйыл фасадты эшләп, киләһе йылда эске биҙәкләү эштәрен башлаһаҡ, яҡшы булыр ине. Ваҡытын әйтмәйем, финанс мөмкинлектәренә ҡарап, эште тыныс ҡына дауам итербеҙ. Уны туҡтатмайбыҙ, Хоҙай ярҙамы менән башҡарып сығырбыҙ», – тине Радий Хәбиров «Башинформ» журналисына «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш барышы менән танышҡандан һуң.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-31/radiy-habirov-otsenil-hod-stroitelstva-mecheti-ar-rahim-v-ufe-4103627



Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә