Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Уҙған йылда прокуратура органдары дәүләттең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән башҡарма производстволар буйынса бурыслы булғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән бурыстарын һөҙөмтәле хәл итте. Махсус хәрби операция башланғандан алып 39 хәрби хеҙмәткәрҙең хоҡуҡтары тергеҙелгән һәм был эш әле лә дауам итә.
Бөгөн республика прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусыларҙың (айырыуса Урал аръяғы райондарында) хоҡуҡ боҙоуҙарына юл ҡуйылманы.
«Һеҙҙең тикшереү материалдары буйынса файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда ауыл хужалығы биләмәләре ерҙәрен боҙоу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, 660 миллион һумдан ашыу күләмендә зыян килтерелде. Һеҙ бәлиғ булмағандарҙың, етемдәрҙең, инвалид балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Прокуратура органдарының әүҙем ҡатнашлығында 756 баланың алимент алыуға хоҡуҡтары тергеҙелде. Инвалид балаларҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү өсөн 720 миллион һумдан ашыу өҫтәмә лимиттар тапшырылды», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Уның фекеренсә, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген яраштырыу прокурорҙар эшенең мөһим йүнәлеше булып ҡала. Власть органдарыныңбыл йүнәлештә прокуратура менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтерә.
Прокуратура органдары иҡтисади тормошто үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, эшлекле мөхитте яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Бюрократик баҫымды кәметеү, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күҙәтеүҙе һәм контролде ойоштороуҙа тәртип урынлаштырыу буйынса саралар комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......
Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт
Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....
Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды 15.09.2026 // Йәмғиәт
Хәҙер исемлектәр электрон төрҙә була....
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт
Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......
Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...
Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт
Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....
Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт
Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...
Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт
Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...