Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?
Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле. Улар – Мәскәү, Өфө, Ырымбур, Силәбе, Саранск һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары. Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыу идеяһы 1917 йылдың майында Мәскәү ҡалаһында, I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында, барлыҡҡа килә. Башҡорт делегацияһы бында автономия өсөн көрәштең идара органы – Башҡорт өлкә бюроһын ойоштора. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһын төҙөү эшенә нигеҙ Мәскәү ҡалаһында һалына.

Автономия нисек ғәмәлгә ашырыла?

Башҡорт делегацияһы 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа I Дөйөм Башҡорт ҡоролтайын үткәреү хаҡында килешә. Ошоға бәйле бер һорау тыуа. Ни өсөн башҡорт эшмәкәрҙәре ҡоролтай уҙғарыу урыны итеп борондан Башҡортостандың үҙәге һаналған Өфө ҡалаһын түгел, ә Ырымбурҙы һайлай? Ә бит 1897 йылғы Дөйөм халыҡ иҫәбен алыу буйынса Өфө губернаһында күпселек халыҡты баш­ҡорт­тар тәшкил иткән. Ошоно раҫлап, революцияға тиклем бер автор былай тип яҙа: “Уфимская губерния, если так можно выразиться, губерния башкирская – по преимуществу; г. Уфа условно называется часто в печати “Столицей Башкирии”.

Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт лидерҙары Ырымбурҙы һайлай. Бының үҙ сәбәптәре була, әлбиттә. Беренсенән, бер быуаттан ашыу (1744–1865) Ырымбур ҡалаһы Башҡортостандың административ үҙәге була. Икенсенән, бында башҡорт халҡының мәшһүр бинаһы Каруанһарай тора. Ул XIX быуатта Башҡорт ғәскәренең резиденцияһы ролен үтәй. Хәҙер инде Каруанһарай автономия өсөн көрәштең үҙәгенә әүерелә. Ырымбур ҡалаһын Башҡортостан дәүләт­селегенең бишеге тип атаһаҡ, бер ҙә хата булмаҫ, сөнки 1917 йылдың июлендә бында I Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы үтә.
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономия­һы иғлан ителә. Шул уҡ йылдың декаб­рендә III Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында бер тауыштан автономия раҫлана һәм тәүге Башҡортостан хөкүмәте ойошторола. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре Ырымбур ҡалаһын киләсәктә Башҡортостан автономияһы­ның баш ҡалаһы сифатында күрмәгән. III Башҡорт ҡорол­тайында “Резиденция правительства Башкурдистана должна быть в городе, находящемся в центре края” тигән ҡарар ҡабул ителә. Ҡарарҙа ниндәй ҡала тураһында һүҙ барғанлығы аңлашыла: ул – әлбиттә, Башҡортос­тандың уртаһында урынлашҡан Өфө ҡалаһы.

Әммә, ҡатмарлы сәйәси хәлде күҙ уңында тотоп, ҡоролтай иғлан ителгән Башҡортостан автономияһын ике этапта тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Зәки Вәлиди ҡоролтай делегаттары ҡарамағына ике проект сығара: “Оло Башҡортостан” һәм “Бәләкәй Башҡортостан”. Тәүге этапта автономияны Ырымбур, Пермь һәм Өфө губернаһының көнсығышындағы башҡорт улыстарында ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Был биләмә “Бәләкәй Башҡортостан” тигән исем ала. Ә инде 1918 йылда Башҡортостандың көнбайышында автономиялы идараны индерергә уйлайҙар. Ошо рәүешле “Оло Башҡортостан” проекты тормошҡа ашырылырға тейеш була. Ләкин бөтә илдә власты ҡулға алған большевиктар, халыҡтарҙың үҙбилдәлә­нешкә хоҡуғы бар тип декларация ҡабул итһә лә, ысынында иһә милли мәсьәләнең мөһимлеген аңлап еткермәй. Улар милли хәрәкәттәрҙе баҫыу, юҡ итеү юлына күсә. 1918 йылдың февраль башында Ырым­бурҙа Башҡортостан хөкүмәте ҡулға алына. Ғинуарҙа Өфө губернаһында уҙға­рылған өйәҙ ҡоролтайҙары ҡыуып таратыла. Мәҫәлән, Әлшәй ауылында йыйыл­ған Бәләбәй өйәҙе башҡорттары съезы көс ҡулланып таратыла. Ошо рәүешле Оло Башҡортостан биләмәһендә автономияны тормошҡа ашырыу эше туҡтап ҡала.

Декреттың юҡ ителгәне

Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшен ҡайтанан 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында башлай. Башҡортостан автономияһының был осоро большевик­тарға ҡаршы көрәш менән бәйле. Силәбелә хөкүмәт, тәү сиратта, милли ғәскәр төҙөү менән мәшғүл була. Бында автономияның хәрби органдары һәм тәүге полктары төҙөлә. Башҡортостан етәксе­леге Силәбелә оҙаҡ булмай, 1918 йылдың август башында Ырымбурға ҡайта.

Каруанһарай ҡабаттан Башҡортостан хөкүмәтенең резиденцияһына әүерелә, ләкин ноябрь айында Колчак диктатураһы урынлашҡас, Дутов уның яғына күсә. Башҡортостан хөкүмәте менән Дутов араһында мөнәсәбәттәр ҡырҡыулаша. Ҡатмарлы осорҙа Башҡортостан хөкүмәте автономия территорияһына яҡын булыуҙы хуп күрә һәм 1918 йылдың ноябрендә Бөрйән-Түңгәүер кантонының Таналыҡ-Баймаҡ ауылына (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) күсә. Бында хөкүмәт 1919 йылдың ғинуарына тиклем эшләй. Аҡтар яғында автономия алыуға өмөт булмаясағын аңлап, башҡорттар совет власы менән бәйләнеш урынлаштырырға ҡарар итә. Ғинуар аҙағында Башҡортостан хөкүмәте Баймаҡтан Темәс ауылына күсә. Был үҙ ғәскәрҙәренә яҡыныраҡ булыу маҡсатында эшләнгәндер. Ошо мәлдә Өфөлә советтар менән һөйләшеү башлана. 1919 йылдың 16 февралендә Башҡортостан хөкүмәте РСФСР яғына сығыуы тураһында рәсми ҡарар ҡабул итә.

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә төҙөлгән тарихи Килешеү буйынса Темәс ауылы Башҡорт Совет Республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы итеп иғлан ителә. Әммә “... окончательное же решение вопроса предоставляется съезду Советов в Башкирии” тиелә документта. Тап ошо килешеү төҙөлгән мәлдә Башҡортостан хөкүмәте Темәс ауылынан китә һәм унда башҡа ҡайтмай. Апрель айында хөкүмәт алыҫ Саранск ҡалаһына эвакуациялана. Бында ул өс ай тирәһе эшләй. Башҡортостан етәкселеге Темәс буйынса бер ниндәй ҙә пландар ҡормай, сөнки ауыл республиканың баш ҡалаһы ролен үтәй алмай. Быны бөтәһе лә яҡшы аңлай.

Республика етәксеһе Зәки Вәлиди Саранскиҙан Ырымбурға ҡайтып, шунда берләшкән Ҡаҙаҡ-Башҡорт Совет Респуб­ликаһының үҙәген булдырырға уйлай. Быны ул татар коммунистары алға һөргән Татар-Башҡорт Республикаһы проектына ҡаршы эшләй. Әммә Үҙәк власть Вәлидиҙең тәҡдимен кире ҡаға, шул уҡ ваҡытта татар коммунистарының дәғүәһен дә ҡабул итмәй. Татар-Башҡорт Республикаһы тураһындағы декретты юҡ итә.

Вәлиди эшләгән йорт

Совет власы Башҡорт Совет Респуб­ликаһының үҙәге итеп Стәрлетамаҡ ҡалаһын билдәләй. 1919 йылдың август башында Башревком (Башҡортостан хөкүмәте) Стәрлетамаҡҡа килеп урынлаша. Билдәле тарихсы Б.Х. Юлдашбаев Стәрлетамаҡ тураһында “фактически стал первой столицей Башкирской Советской Республики” тип яҙа. Ысынлап та, уның менән килешмәй булмай. Йәш Совет Башҡортостанының аяҡҡа баҫыуы тап ошо ҡала менән бәйле.
Граждандар һуғышы барған осорҙа Башҡорт Республикаһы хөкүмәте үҙенең төп иғтибарын, тәү сиратта, фронттағы башҡорт ғәскәрҙәрен тәьмин итеүгә, тулыландырыуға йүнәлтә. Августа Бәләбәй ҡалаһында төҙөлгән 3-сө Башҡорт кавалерия полкы Стәрлегә күсерелә, сентябрҙә Троцкий фарманы буйынса Петроградҡа (хәҙерге Санкт-Петербург) ебәрелә. Бында ун меңлек Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө ойошторола.

Ошо ғәскәрҙәрҙе тәьмин итеү, тулыландырыу өсөн Башҡорт хәрби комиссариаты Стәрлетамаҡта запас ғәскәрҙәр булдырыу эшенә тотона. Бәләкәй ғәскәрҙәр – ҡалала, ә ҙурҙары Стәрленән алыҫ булмаған ауылдарҙа урынлаша. 1919 – 1920 йылдарҙа Стәрлелә урын­лашҡан Башҡортостандың хәрби учреждениелары, ғәскәрҙәре тураһында республиканың Милли архивында документтар һаҡлана. Уларҙан күренеүенсә, республиканың Хәрби комиссариаты Стәрленең Үҙәк урамындағы 148-се йортта урынлашҡан булған. Тимәк, Зәки Вәлиди ошо йортта эшләгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортос­тан хөкүмәте милли мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат, фәнде үҫтереү буйынса эшмә­кәрлеген йәйелдерә. Стәрлегә килеү менән Башревком башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Башҡортостан хәбәрҙәре” һәм “Известия Башкирии” исемле хөкүмәт гәзиттәрен сығарыуҙы юлға һала. “Баш­ҡорт­остан хәбәрҙәре” гәзите мөхәрририә­те Стәрленең Баҙар майҙанындағы 46-сы йортта урынлаша, “Известия Башкирии” редакцияһы 62-се йортта эшләй.

Шулай итеп, 1919 – 1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡ йәш Башҡорт Совет Респуб­ликаһының үҙәгенә, баш ҡалаһына әүерелә. Тап ошонда башҡорт милли мәҙәниәтенең төп институттары – театр, мәғариф, матбуғат, ғилми йәмғиәт, музей, архив үҙ эшмәкәрлеген башлай.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы республиканың үҫешендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ролен күрһәтергә кәрәк, тип уйлайым. Стәрле­тамаҡта БАССР-ҙың дәүләт учреждениелары эшләгән йорттарға иҫтәлекле таҡ­таташтар ҡуйырға, Башҡортостан хөкү­мәтенең Стәрлетамаҡ­тағы эшмәкәрлеген сағылдырған документтар һәм материалдар йыйынтығын сыға­рырға кәрәк.

Ғөмүмән, был тема артабан тикшере­неүҙе талап итә һәм ул, һис шикһеҙ, Баш­ҡортостан тарихын яңы, ҡыҙыҡлы факттар менән тулыландырасаҡ.


Автор: Азат ЯРМУЛЛИН тарихсы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана

Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгеле башлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Тәүгеләрҙән булып «һабан байрамын» Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары халҡы ......

Тотош уҡырға 1

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана 28.05.2026 // Йәмғиәт

Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ: республикала һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....

Тотош уҡырға 3

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт

Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә