Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Уның исеме архив документтарында йыш осрай.

Башҡорт хәрәкәте

“Мәскәүҙә йыйыласаҡ II мосолман коммунистары съезында мөһим мәсьәләләр араһында татар һәм башҡорт мәсьәләһе алдыбыҙҙа тора. Был турала беҙҙән вәкил булып бара­саҡ иптәштәргә ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт булһын тигән уй менән башҡорт­тарҙың был һуңғы 1917 йылдан башлап революцион хәрәкәттәре хаҡында һөйләмәксе булам”, — тип башлай үҙенең докладын Хәлим Әмиров.

“Башҡорт халҡының элекке зама­наларҙағы революцион хәрәкәттәренә һәм уларҙың тарихтарына ҡағылма­йынса, тик ошо Рәсәйҙәге һуңғы революцияла башҡорттарҙың ниндәй урын тотҡанлығын күрһәтеп уҙайым. 1917 йылдың февралендә тыуған бө­йөк Рәсәй революцияһының башынан уҡ башҡорт халҡының теләге милләт­тәргә ерле мөхтәриәт – территориаль үҙбилдәләнеш хоҡуғы биреү булды.

Революцияның әүәлге дәүерҙәрен­дәге булған Ваҡытлы хөкүмәттәр баш­ҡорттарҙы ерле мөхтәриәтле азат ха­лыҡ итеп танымаһа ла, башҡорт хал­ҡы үҙенең Өфөлә, Ырымбурҙа бул­ған элекке дөйөм йыйылыштарын­да, башҡорт халҡына ҡағылышлы юға­ры­лағы лозунгыны ғәмәлгә ҡуйыу өсөн Башҡортостан исемендәге айырым бер өлкә проектын ғәмәлгә ҡу­йыу­­ҙы алға сығарҙы һәм шул юлда хә­рә­кәт итәсәген асыҡтан-асыҡ белдерҙе.
Быуаттар буйы азатлыҡ өсөн ҡан түккән башҡорт халҡы бығаса иҙелеп килгән милләттәр тәҡдире хәл ҡылына торған был революцион дәүерҙә үҙенең яҙмышын хәл итеү эшен башҡаларға тапшырмай, үҙе генә хәл ҡылырға тейеш икәнлеген бик асыҡ белә ине. Башҡалар кеүек иркен йәшәргә хаҡы булған башҡорт халҡы ла иркенлек алып ҡалыуға үә шул иркенлектең кәрәк булһа мәнфә­ғәттәрен һаҡларға тейеш икәнлеген һәр бер башҡорт белә ине һәм шул юлда хәрәкәт итте. Был беҙҙең өсөн берҙән-бер юл ине.

Башҡорт илендә төҙөлгән башҡорт төбәк шуралары үә уларҙың тармаҡ­тары ошо әҙерлек юлында күп кенә эш башҡарҙы, йәғни ҡайһы бер башҡа иҙелгән милләттәр кеүек Октябрь революцияһына ҡәҙәр хаким һөргән Керенский һәм ул яһарға тырышҡан Учредительный йыйылыштан: “Беҙгә ерле мөхтәриәт кәрәк, шуны бирмәҫ­һегеҙме?” – тип кенә тороуҙан баш­ҡорт халҡы уҙған була, әлбиттә. Уның сәйәси күҙе башҡаларға ҡарағанда асығыраҡ ине. Шуның өсөн дә башҡорт халҡы был дәүерҙә үҙенең ерле мөхтәриәтен ғәмәлгә ҡуйыу өсөн бөтә әҙерлеген күреп бөтөрә.
1917 йылдың декабрь айында Ырымбурҙа булған Башҡорт ҡорол­тайы ошо әҙерлекте ҡәтғи рәүештә тамамланы. Башҡорт халҡының теләге булған “Ерле мөхтәриәтен”, ниһайәт, тормошҡа ашырҙы.

Башҡорт иле “Хөр Башҡортостан” тип иғлан ҡылынды. Ҡоролтай Ҙур һәм Кесе Башҡортостан проектта­ры­ның һуңғыһын ҡабул итте. Кесе Баш­ҡортостанда идара өсөн хөкүмәт һай­ланды. Эске идараһында Башҡортос­тан кантондар исемендәге 13 өлкәгә бүленде.

Башҡорт халҡының азатлыҡ донъя­һына сығыу юлдары ҙур, ҡәтғи тарихи мөһим аҙымдар яһаған был Беренсе Башҡорт ҡоролтайы тарал­ғандан һуң бер ай самаһы уҙғас булһа кәрәк, Ырымбурҙа һәм губернаның күп урындарында синфи көрәштән килеп сыҡҡан хөкүмәт көсө – Совет власына күсте, был яңы хөкүмәттең, бигерәк тә иҙелгән, тапалған милләт­тәрҙең хоҡуҡтарын һәм уларҙың тулы иркенлеген тәьмин ҡыла торған бер хөкүмәт икәнлеген белеп, яңы ғына эшкә тотонған Башҡорт хөкүмәте Ырымбур губерна башҡарма комитетына, башҡорт халҡын ерле мөхтәриәтле, ирекле тип Советтар хөкүмәте танығанда, башҡорт халҡы Советтар менән бергә барасаҡ, тип рәсми рәүештә иғлан итте. Башҡорт халҡының был тәҡдименә Ырымбур губерна исполкомы, бәғзе бер иптәштәрҙең ҡотҡоһо менән Башҡорт хөкүмәтенең ағзала­рын ҡулға алыу менән яуап бирҙе.

Башҡорт хөкүмәтенең ағзалары араһында Зәки иптәш Вәлиди ҙә ҡулға алынды. Үҙәктең (Мәскәүҙең – авт.) ҡулға алынған Башҡорт хөкүмәтенең ағзаларын азат ҡылыу тураһындағы әмере булһа ла, улар азат ителмәне. Азатлыҡ донъяһына сығыу өсөн быуаттар буйы күпме ҡан түккән башҡорт халҡына үҙенең хөкүмәт ағзаларының бигерәк тә Совет власы тарафынан ҡулға алыныуы һәм башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәте ошондай ҡыҙғаныс рәүешкә кереүе сикһеҙ ауыр тәьҫир итте. Бының өҫтөнә 1918 йылдың март айында Баймаҡ заводында Башҡорт ҡыҙыл гвардияһы төҙөп йөрөгән башҡорттоң эшлекле, революцион егеттәренән Иҙелбаев, Мағазов һәм башҡаларҙың Ырым­бурҙан ебәрелгән каратель отряды тарафынан атылыуы һәм башҡорт азатлығы өсөн эшләп йөрөгән башҡорт егеттәренең шул уҡ урыҫ ҡыҙыл гвардияһы тарафынан эҙәрлекләнеүе кеүек хәлдәр, тәбиғи, башҡорт халҡының Совет власына ҡарата ыңғай мөнәсәбәт ҡаҙаныуына иң беренсе һәм ҙур кәртә булды.
1918 йылдың яҙында Дутов тарафынан Ырымбурға яһаған сапҡын һөҙөмтәһендә төрмәләге Башҡорт хөкүмәте ағзаларының ҡайһы берҙәре сығарылды. Ҡайһы берҙәре тотҡонлоҡтан ҡасты.

Башҡорт иле республика тип иғлан ителә

1918 йылдың яҙ баштарында Себерҙә башланған реакция көсәйеп барғанда, июнь көндәрендә Силәбегә ҡасып барып сыҡҡан Башҡорт хөкүмәте ағзаларынан Зәки иптәш Вәлиди яңынан Башҡорт хөкүмәтен тергеҙергә һәм ҡораллы ғәскәрен төҙөргә кереште. Башҡорт халҡының ҙур ниәте булған иркенлек, азатлыҡ донъяһына сығыу өсөн үткәндәге әсе тәжрибәләре — ҡораллы көстөң кәрәклеген алға ҡуйҙы.

Шуның өсөн дә башҡорттоң ҡораллы көсө төҙөлә, был көстөң беренсе бурысы – башҡорттоң ирекле­генә ҡаршы килеүселәргә ҡаршы тороу ине. Был ваҡыттарҙа Себерҙәге реакцияның иҙелгән халыҡтарға азатлыҡты тәьмин ҡылырҙан йыраҡ бер нәмә икәнен яңы төҙөлөп килгән Башҡорт хөкүмәте яҡшы белгәнлек­тән, ул Башҡортос­тандың азатлығын тәьмин итеү юлдарына кереште һәм шул уҡ июнь айында Советтар хөкү­мәтенә ике вәкил ебәрҙе. Башҡорт хөкү­мәте август көндәрендә Ырым­бурға күсеп килгәс тә үҙенең сәйәси йөҙөн асты. Беренсе һандарынан “Баш­ҡорт” гә­зитендә Башҡорт хөкү­мә­те Учредительный Йыйылыш комитеты тарафынан яһалған бәғзе бер тәҡдимдәргә ҡаршы рәсми рәүештә: Башҡорт хөкүмәте Брестский дого­ворҙы танымай, уның менән шаяра­саҡ түгел, тип тарихи яуабын бирҙе.

Бынан һуң, күп тә үтмәй, хөкүмәт тағы ла Советтарға вәкилдәрен ебә­реү сараһын күрҙе. Был вәкилдәребеҙ араһында Сәләх Аҙнағолов та бар ине. Был иптәш, үҙенә йөкмәтелгән эштәрҙе онотоп, фронтты уҙғас та Бәләбәйҙә комиссар булып ҡалды. Тәбиғи, башҡорт пролетариатының ҡаны менән уйнаған кешеләр киләсәктә, бер яҡтан, башҡорт фәҡир-фоҡараһы ҡаршыһында, икенсе яҡтан, дөйөм ярлылар алдында яуапҡа тарттырылырға тейеш!

Көндән-көн нығый барған Башҡорт хөкүмәтенең вәкилдәре Учредительный Йыйылыш комитеттарында һәм Өфөләге Дәүләт кәңәшмәләрендә иң һул ҡанаттарҙан булғанлығы берәүгә лә йәшерен түгел.

Башҡорт хөкүмәте менән күрше булған реакцион Дутов һуңғы ваҡыт­тарҙа уға ышанысһыҙ ҡарай башланы. Дутовты, уның штабын ҡулға алыу өсөн Башҡорт ғәскәри идараһы тарафынан әҙерлек башҡарылғандан һуң, был йәшерен эш Ғалимаев тигән офицер тарафынан Дутовҡа еткерелде. Башҡорт ғәскәрҙәре Дутов командаһынан революцион юл менән алынып, Башҡорт иленә һәм уның өлкәләренә ҡуйылғандан һуң, Дутов­тың ҡарашы, һис шикһеҙ, башҡорт­тарға ышанысһыҙ булды.

Зәки Вәлиди иптәш Башҡорт хө­күмәте тарафынан башҡорт ғәскәрҙә­ренең баш командующийы итеп билдәләнгәс, Дутов “Зәки Вәлидиҙе атырға” тип үҙенең ғәскәренә йәшерен бойороғон таратҡан. “Зәки ышаныс­һыҙ, Советтар яҡлы кеше, уның менән эш ҡылырға ярамай, ул — беҙҙең ҙур дошманыбыҙ”, – тигән һүҙҙәр бойороҡтоң башында яҙылғайны.

Башҡорт хөкүмәте артыҡ ҡан түгеүҙе туҡтатырға тейешлек хаҡында Советтарға тағы ла һүҙен ишеттерҙе. Өфөнән аҡтар сыҡҡанда Башҡорт хөкүмәте исеменән Совет власы һәм уның ғәскәре командованиелары менән килешеү мәсьәләләрен тикшереү өсөн Муллаян Халиҡов иптәш ҡалдырылғайны. Был иптәштең үҙенә йөкмәтелгән эште дөрөҫ үтәүе башҡорт халҡының Советтар яғына тиҙерәк күсеүенә ҙур сәбәпсе булды.
9 февралдә Ҡана заводында Башҡорт хөкүмәтенең Советтар яғына сығыуы тураһында йәшерен ҡарары булды. Был ҡарар 18 февралдә сәғәт 10-да ғәмәлгә инде. Башҡорт халҡы үҙенең хөкүмәте, бер корпус ҡораллы ғәскәре менән Башҡорт Совет республикаһы тип иғлан ҡылынды.

19-20 февралдә Темәстә булған Башҡорт ғәскәрҙәре съезында 12 ағзанан торған ваҡытлы Ревкомитет (Башҡортостандың хәрби-революцион комитеты – авт.) төҙөлдө. Яңы Башҡорт Совет республикаһының эштәрен алып барыу бурысы ошо комитетҡа тапшырылды. Шулай итеп, юғарыла әйтеп уҙған ҙур ғына көрәш, ауырлыҡтарҙан һуң башҡорт халҡы ирекле донъяға сығыу юлында тағы ла ҡәтғи бер аҙым яһаны.

Март баштарында Башҡорт хөкү­мәте исеменән Мәскәүҙә рәсми рә­үеш­тә барған вәкилдәр менән Үҙәк Совет республикаһы араһында киле­шеү төҙөлөп, һуңғыһы тарафынан Башҡорт иле ирекле Башҡорт Совет республикаһы тип иғлан ителде.

Башҡорт ревкомы Советтар яғына сыҡҡас та, үҙенең 8-9 полклы ҡорал­лы ғәскәре менән революция­ның төп дошмандары булған реакционер-монархист Дутов һәм Колчактарға ҡар­шы һуғышырға теләгәнлеген белдерҙе һәм “башҡа ҡыҙыл ғәскәрҙәр менән ҡатнашып һуғышыу — беҙҙең уйыбыҙ, дошманды еңеүҙә, һис шикһеҙ, ҙур файҙа килтерәсәкбеҙ” тип (башҡорт ғәскәрҙәренең советтар яғына сығыу менән 80 саҡрым киңлектә фронт асыла) урыҫ ҡыҙыл ғәскәрҙәре командованиеһына еткерһә лә, башҡорт фәҡир-фоҡараһының һүҙе ҡәберлектә аҙашҡан бисара юлсының тауышы шикелле ишетелмәне.

Ауырлыҡтар аша яуланған азатлыҡ

Ысын күңелдән башҡа ҡыҙыл ғәс­кәрҙәр менән бер сафта тороп, революция дошмандарына ҡаршы һуғы­шырға теләгән башҡорт ҡаһарман­дарына ышаныс булманы, уларҙың йөрәктәренән сыҡҡан һүҙҙәрен ише­тергә теләүсе күренмәне. Ул ваҡытта Башҡорт илендә хәрәкәт иткән Пенза дивизияһының башлыҡ­тары башҡорт ғәскәрҙәрен тылға күсереү һәм уларҙы ҡоралһыҙландырыу тураһында бойо­роҡ бирҙе. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, бойороҡ биреүселәрҙең уйы башҡорт ғәскәрҙәренә сәйәси аң-тәрбиә биреү ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһына үә тирәһенә күсерелгән башҡорт ғәс­кәрҙәре, юғарыла әйтелгәнсә, сәйәси аң-тәрбиә алырға тейеш булһа ла, эштәр киреһенсә килеп сыҡты.

Пенза дивизияһының тылында башҡорт ғәскәрҙәрен “һеҙ плен­ныйҙар” тип ҡаршы алды, барғанда кейемдәре, аттары таланды, коман­дирҙары туҡмалды, ауыл урамына сығарып, сәстәренән һөйрәп ҡый­налды. “Һеҙҙе атабыҙ”, – тип урамға сығарып теҙеп, мылтыҡ төбәп көлдөләр, йәбер­ләнеләр. Күпселек ваҡытта ашарға бирмәйенсә ас тоттолар. “Башҡорттарға азатлыҡ биреләсәк түгел, башҡаларығыҙҙың барыһы ла ҡулға алынған”, – тип ғәскәр араһында асыҡтан-асыҡ һөйләй башланылар.

Был ҡыҙғаныс хәлдәрҙе ишетеп, Башҡорт ревкомы хәлдәр менән таныштырыу өсөн үҙенән кешеләр ебәрһә лә, уларҙы ғәскәрҙәребеҙгә керетмәнеләр. Өҫтәүенә ябай баш­ҡорт граждандары араһында бер-бер артлы ҡыҙғаныс хәлдәр була башланы. Һис гонаһһыҙ башҡорт ылаусылары, һис нәмәгә ҡатнашы булма­ған ауылдың аңлыраҡ кешеләре, бөтә башҡорт халҡының иң ҡәҙерле кешеләренән шағиры Бабич, үткер ҡәләмле яҙыусыһы Иркәбаев үә башҡалар атылды.

Күп башҡорт ауылдарында Пенза дивизияһының ҡыҙыл ғәскәре тарафынан күп кенә башҡорт ҡыҙҙары, ҡатындары, мөғәллимәләре мәсхәрә ителде. Башҡорт халҡының азатлыҡ донъяһына сығыуы ҡыҙғаныс булды. Ҡорбандарыбыҙ йөҙәрләп һанала. Шул уҡ ҡыҙыл ғәскәр башҡорт ауылдарынан үткәндә башҡорттоң тәҙрә­һеҙ, ишекһеҙ 10-15 йортлоҡ ауылдарына 100-200 мең һумлап контрибуция һалып, түләргә хәлдәренән килмәгәс, меҫкен ярлыларҙың аҡтыҡ икмәген, атын тартып алды. Быны тыйған Үҙәктең ҡәтғи әмерҙәре үтәлмәне. Таланыу, атылыу, иҙелеү һаман да хөкөм һөрҙө.

Бисара башҡорт халҡы, бигерәк тә уның ҡыҙыл ғәскәрҙәре Советтар яғына сыҡҡас, күп ауырлыҡ, иҙелеүҙәр күрҙе.
Киләсәктә быға бәйле ғәйепле­ләрҙе тарих беҙгә күрһәтер тип ышанабыҙ. Һуғыш хәлдәренең сыуалып китеүе сәбәпле, Башҡорт ревкомы үҙ иленән күсергә мәжбүр булды.

Май баштарында Башҡорт ревкомы, Үҙәктең күрһәтмәһенә ярашлы, Пенза губернаһының Саранск ҡалаһына күсеп килде һәм ревком артынан уҡ Советтар яғына сыҡҡан бер корпус ғәскәрҙәренең ҡыҙғаныс ҡалдыҡтары ла күсеп килде.

Саранскиҙа төҙөлә башлаған дүрт полк ҡыҙыл башҡорт ғәскәре 10 июндә көньяҡҡа оҙатылды.

Көньяҡ фронтта дүрт ай һуғышып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорт ҡыҙыл ғәскәре пролетар революция­ның усағы булған Петроградты һаҡларға Көньяҡ фронттан Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа күсерелде. Хәҙер Петроград фронтында башҡорттоң бер атлы дивизияһы һәм бер йәйәүле бригадаһы һуғыша”, – тип докладын тамамлай Хәлим Әмиров.

Исемдәре халыҡ хәтерендә

Юденич армияһы тар-мар ителгән­дән һуң, Башҡорт кавалерия дивизия­һы Новгород губернаһына, ә Башҡорт уҡсы бригадаһы полктары Финляндия сигенә күсерелә. Шуның менән Хәлим Әмировтың Петроградтағы эшмәкәр­леге лә тамамлана. Ул 1920 йылдың февралендә Башҡортостанға ҡайтып, элекке вазифаһына, мәғариф комиссариаты коллегияһына тәғәйенләнә, әммә фронттан алыҫ ятҡан Башҡорт­ос­танда ла сәйәси хәл бигүк тыныстан булмай. Автономия өсөн көрәш дауам итә. Йәш Башҡорт республи­каһына күрше губерна властары теше-тырнағы менән ҡаршылыҡ күрһәтә. Автономияны нисек тә булһа тарҡатырға, юҡ итергә тырыша урындағы большевиктар.

1920 йылдың мартында Башҡорт­ос­тан автономияһына ҡаршы кеше­ләрҙән торған Үҫәргән кантоны РКП(б) комитеты (Ырымбур губкомының йәшерен бойороғо буйынса), Башревкомдың рөхсәтенән тыш, кантондың Советтар съезын үткәреп, яңынан кантревком һайлай. Съезд тураһында башҡорт ауылдарына әйтелмәй, делегаттар күпселек урыҫ ауылдарынан йыйыла. Әҙселекте тәшкил иткән башҡорт делегаттарын ҡорал менән ҡурҡытып, съезда Башҡортостанға ҡаршы ҡарарҙар ҡабул ителә, Башревкомға буйһон­маҫҡа тигән сығыштар яңғырай. Кантон башҡарма комитетына автоно­мияға ҡаршы кешеләр һайлана. Кантон үҙәге Ейәнсура ауылынан Чеботаревка исемле урыҫ ауылына күсерелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Үҫәргән кантонында власть фетнә­селәр ҡулына күсә.

Башревком Үҫәргән кантонындағы ваҡиғалар тураһында ишетеү менән Хәлим Әмиров, Сөләймән Ишмырҙин һәм Ибраһим Исхаҡовтарҙан торған махсус комиссия булдыра. Зәки Вәлиди комиссияның рәйесе итеп Хәлим Әмировты тәғәйенләй. Башревком комиссияһы һалдаттар менән Үҫәргән кантонына килеп төшә. Килеү менән Әмиров тиҙ арала кантонда тәртип урынлаштыра, Башҡортостан автономияһы власын тергеҙә. Баш­рев­комға буйһонмаған яңы кантревком һәм кантком ағзаларын ҡулға ала. Фетнәсе коммунистарҙың береһе Ырымбурға ҡасып ҡотола. “Башревком выслал в Усерганский кантон – Чеботаревку комиссию во главе с Амировым и двумя отрядами, первый в сто человек занял Чеботаревку, второй отряд, количество коего не выяснено, расположился в районе Чеботаревки. Комиссией арестованы коммунисты: Атанов, Ивашкин, Брозинский, Похлебаев и другие; разоружен военкомат; распущены коммунистические партии вплоть до ячеек…” – тип Ленин менән Дзержин­скийға еткерә Рәсәй транспорт ЧК-һы рәйесе Данилевский. Хәлим Әмировтың Үҫәргән кантоны комму­нистарының “арт һабаҡтарын уҡы­тыуын” ВЦИК-тың Башревком янындағы вәкиле Ф. Самойлов аҙаҡ “Последний крупный “подвиг” валидовцев” тип баһалай.

25 мартта Башревком Үҫәргән кантонына етәкселекте Х. Әмировтың үҙенә тапшыра, уны кантревком рәйесе итеп тәғәйенләй. Әммә уның Үҫәргән кантонындағы коммунистарҙы ҡулға алыуы, РКП(б) ойошмаһын ҡыуып таратыуы Башобкомға оҡшамай. Май айында өлкә комитеты Әмировтың эшен тикшереү буйынса конфликт комиссияһын ойоштора. 16 майҙа комиссия Үҫәргән кантоны коммунистарын аҡлап сығыш яһай, Әмировты бер йылға партиянан сығарырға ҡарар ҡыла. 18 майҙа үткән Башобком пленумы иһә уны бер йылға бөтә яуаплы вазифаларҙан ситләтергә тәҡдим итә.

Ләкин Башревком коммунистарҙың ҡарарына әллә ни ҡолаҡ һалып бармай. Әмировты “Башглавпродукт” рәйесе вазифаһына тәғәйенләй. 1921 йылдың авгусынан ул Башобкомдың Башҡортостан Ревтрибуналы янын­дағы Дәүләт ғәйепләүсеһе (Гособвинитель) урынбаҫары булып эшләй, һуңынан Төркөстанда Башҡортостан вәкиллегенә етәкселек итә.

Артабан башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең күбеһе дәүләт эшенән ситләтелә, ә инде 30-сы йылдар башында уларҙы эҙәрлекләү, ҡулға алыуҙар башлана. Был осорҙа Хәлим Әмиров Өфө моторҙар заводында плановик булып эшләй. 1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алынып, өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Бынан һуң Хәлим Насретдин улы Әмировтың эҙҙәре юғала. 1989 йылдың 12 ноябрендә реабилитациялана. Бер китеүенән Сталин лагерҙарынан башҡа ҡайта алма­ғандыр, күрәһең.

Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалған Зәки Вәлиди менән бер рәттән уның көрәштәштәрен дә онотмаһаҡ ине. Шуларҙың береһе Хәлим Әмиров та халыҡ хәтерендә лайыҡлы урын алырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872