Иле бар халыҡ кәм булмаҫ.Һәр миҙгелдең үҙенсәлеген самалап, айҙарҙың көллөһөнә лә тапҡыр атамалар бирә килеп, халҡыбыҙ, әллә тәжрибәгә, әллә ырымға таяныптыр, аяҡ баҫҡан йылына, ҡояш үлсәме менән үтә торған айына, хатта күҙ эйәрмәҫ аҙнаһына шул рәүешле үҙ мөнәсәбәтен белдереүҙе кәрәк һанаған. Шаҡай, ҡырпағай, буранай… Февраль, ноябрь, март… Был исемдәрҙән тәрән мәғәнә эҙләмәйек. Уларҙа бары халыҡтың тәбиғәттән һис айырылмай, уның холоҡ-фиғеленә үҙенсә, фәлсәфәүи баһа бирә барыуы ғына күренә. Әммә беҙ әле генә телгә алған бер нисә айға айырым илтифат белдерәбеҙ икән, был тарихта ҡалған бәғзе бер ваҡиғаларҙың ошо мәлдәр менән осраҡлы тап килеүе генә. Сәйәсәт, шәхестәр, тормош…
Айыҡ аҡылды һаҡлап ҡалыу шарт Шулай ҙа Рус дәүләте эсендә йәшәлгән йөҙҙәрсә быуат ғүмер байрам йыйынында бер-береңә мәҙхиә арнау өсөн сәбәп кенә түгел. Тарихтың, ғәҙәттә, яҡты сәхифәләренән ҡаралары күберәк була. Күңелдәрҙе күтәрер дәртле көйҙөң аһ-зарлы сеңләүгә күсеүен ҡайһы саҡ аңғармай ҙа ҡалаһың. Тәүге февраль инҡилабы, император Николайҙың хакимлыҡтан баш тартыуы Рәсәйҙә халыҡтың төрлө ҡатламдарында әле аңлашылып та етмәгән хөрриәттән ҡапыл дәртләнеүгә сәбәп булһа, икенсе йылдың ҡара көҙөндә һалдат-матростарҙың Ҡышҡы һарайға бәреп инеүе, йүгәнһеҙ-теҙгенһеҙ охлократияның власть вәкәләттәрен һорап та тормай үҙенә алыуы тарҡалған империяла дәүләтселектең ҡыйралыуын аңлатты. Илдең үслеләргә бүленеп, халыҡтың ҡанлы дауыл эсендә ҡалған сағында тормошто яңыса ҡороп ебәреү өсөн дәртле кешеләре лә, дарман да кәрәк булды.
Ун етенсе йылдың февраленән ун туғыҙынсының яҙына тиклемге араға күҙ һирпеп кенә алыу ҙа йәш совет республикаһында иң тәүҙә нимәгә тотонорға белмәй үрһәләнеүҙе, таралып төшкән империя харабаларында үҙаллы йәшәй алырлыҡ милли төбәктәр булдырырға маташыуҙы күрһәтә, ләкин әлегә аныҡ ҡына маҡсаттар юҡ, һәм уларға йүнәлеш бирерлек кешеһе лә табылмаған. Шул йылдарҙа Францияның Рәсәйҙәге илсеһе булған Морис Палеолог көндәлектәрендә ошолай тип яҙа: “Инҡилап эсендәге иң хәтәр яралғы бына бер нисә көн ҡурҡыныс тиҙлектә үҫә бара. Финляндия, Лифляндия, Эстляндия, Польша, Литва, Украина, Грузия, Себер үҙҙәре өсөн мөстәҡиллек, йәки, юҡ тигәндә лә, тулы автономия талап итә.
Рәсәйҙең федерализмға дусар булыуы хәҙер инде мәғлүм һымаҡ. Биләмәләренең икһеҙ-сикһеҙлеге, унда йәшәгән расаларҙың бихисаплығы, ихтыяждарының үҫә барыуы шуны фаразларға мөмкинлек бирә. Әммә хәҙерге хәрәкәттә, федерализмдан бигерәк, сепаратизм асығыраҡ төҫмөрләнә. Тимәк, ул милли тарҡалыуға ынтыла. Таврический һарайында ултырған ахмаҡтарға ни, ун быуат буйына төҙөлгән, яйланғанды бер нисә аҙна эсендә емереү теләге ымһындыра.
Француз инҡилабы республиканы берҙәм һәм бүленмәҫлек тип иғлан итеү менән башланғайны. Ошо принципҡа меңдәрсә кешенең ғүмере ҡорбан ителде һәм француз берҙәмлеге ҡотҡарып ҡалынды. Рус инҡилабы иһә бүлгеләнеү һәм тарҡалыу лозунгы менән алдырмаҡсы”. Ул ваҡыттағы баш әйләнерлек буталсыҡтың айышына сит ил дипломаты түгел, ошонда ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған үҙебеҙҙең дәүләт эшмәкәрҙәре лә төшөнә алмаған. Төрлө сәйәси йүнәлештәге фирҡәләр, әле хасил булып, иртәгәһенә үк тарала торған ойошмалар, “мин үҙем!” тип кикрек киреп йөрөгән эреле-ваҡлы түрәләр… Кемдең һүҙе – һүҙ? Хәҡиҡәт ҡайһы яҡта? Көс һәм хакимлыҡ кем ҡулында? Ошондай мәхшәрҙә айыҡ аҡылды һаҡлап ҡалыу мөмкин эшме?
Килешеү раҫланған мәл Әммә ата – улды, әсә ҡыҙҙы танымаған, өмөтһөҙлөктөң ышанысты ҡыҫырыҡлап барған мәлдәрҙә лә Башҡортостан өсөн автономия юллау эше туҡтамай. 1919 йылдың 28 февралендә Ә.-З. Вәлиди исеменә И.В. Сталин имзалаған телеграмма килеп төшә. Унда совет Башҡортостанына автономия биреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кисекмәҫтән Мәскәүгә килеп етергә тәҡдим ителә. Март башында әүәлерәк теүәлләнмәгән һөйләшеүҙәр икенсе һулыш ала. Совет етәкселеге уларҙы диҡҡәт менән күҙәтеп бара.
7 мартта Сталин партияның Өфө һәм Ырымбур губерна комитеттарына Милләт эштәре буйынса халыҡ комиссариатында барған һөйләшеүҙәр тураһында телеграмма һуға. Унда былай тип әйтелгән: “Башҡорттарҙың делегацияһы Мәскәүгә килеп етте. Башҡорттар мотлаҡан совет автономияһын аласаҡ. Әлегә ҡайһы бер нәмәләр, биләмәнең сиктәре аныҡланмаған, шул айҡанлы һөйләшеүҙәр бара. Үҙәк комитет партия эшмәкәрҙәренә хеҙмәтсән башҡорт халҡының ихтыяждарына ҡарата иғтибарлы булыу һәм уларға совет Башҡортостанын төҙөү эшендә ярҙам итеү бурысын йөкмәтә”.
Һөйләшеүҙәр барышында Ә.-З. Вәлидигә һәм башҡорт делегацияһының бүтән ағзаларына, И.В. Сталиндан тыш, В.И. Ленин, Г.К. Орджоникидзе, Л.Б. Каменев, Г.Л. Пятаков, Л.Д. Троцкий һәм Совет хөкүмәтенең башҡа етәкселәре менән осрашырға тура килә. Көтөлгәнсә, Башҡортостан совет автономияһы тураһындағы килешеү проектын әҙерләүҙә шаҡтай ҡыйынлыҡтарға осрай. Тарихсылар артабан раҫлағанса, бәғзе параграфтар һәм пункттар буйынса киҫкен бәхәстәр ҡубып ҡына тора. Шулай ҙа тиҙҙән Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре – Мстислав Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Әбдрәшит Бикбаув менән РСФСР вәкилдәре Иосиф Сталин һәм Александр Каменский 1919 йылдың 9 мартында имзалаған яҡынса Мәскәү килешеүе әҙер була. Ундағы 14 параграфтың тәүгеһе ошоно хәбәр итә: “Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы Кесе Башҡортостан сиктәрендә булдырыла һәм Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһына инеүсе федератив өлөштө кәүҙәләндерә”. Артабан инде, төрлө төҙәтмәләр һәм өҫтәүҙәр индерелеп, формаль ҡағиҙәләрҙе бойомға ашырып, әлеге документ Килешеү тигән атама ала. 1919 йылдың 20 мартында РСФСР Халыҡ комиссарҙары Советының В.И. Ленин рәйеслек иткән ултырышында ул раҫлана.
Уны ғәмәлгә ашырыу ғәйәт ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. Граждандар һуғышы бара. Башҡортостан аша Көнсығыш фронт һыҙығы үтә. Һәр тарафта ҡыҙылдар менән аҡтар сәкәләшә. Ғәйепһеҙҙе ғәйепле кешенән айырыу мөмкин түгел. Бөгөн салт аяҙ дуҫ булып йөрөгән кеше иртәгәһенә хас дошман булып сыға.
Башҡорт илендәге бола, әлбиттә, беҙҙең төбәк менән генә сикләнәһе түгел, ҡаңғырыш, дошманлыҡ әүәлге Рәсәй империяһының мәшриғына ла, мәғрибына ла тарала, тамыр ебәреп өлгөрә.
“Тупрағымдан уңдым…”Март айы Рәсәйҙә, һәр хәлдә ХХ быуат башында, сәйәси әүҙемлек осоро була. Шуны раҫлағандай, 18–23 март көндәрендә Мәскәүҙә коммунистар фирҡәһенең VIII съезы үтә. Көн тәртибендәге мәсьәләнең мәғәнәһе шунда: съезд илдәге ҡоролоштоң капитализмдан социализмға күсеүе ваҡытындағы бурыстарын аныҡлай. Айырып әйткәндә, етештереү әйберҙәрен уртаҡ ҡулға йәһәтерәк күсереү, идара итеү сараһы булараҡ, дәүләт органдарын бөтөрөү, хәлле крәҫтиәндәргә ҡарата мөғәмәләне үҙгәртеү юлдары тикшерелә. Ошолай һөйләшеү артабанғы йылдарға үҙенең егәрлелеге менән икмәкле булған крәҫтиәндәргә ҡарата хакимиәт яғынан самаһыҙ радикаль мөнәсәбәттәргә килтерә лә инде. Халыҡтың аңына мәңгелеккә һеңгән “Малды тапҡан баҡһын, утынды тапҡан яҡһын” тигән ҡағиҙәгә хилаф ҡылыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хакимдарҙың тәүге ғәмәлдәренән үк башлана. Бының ниндәй һөҙөмтәләр биргәне аңы томаланмаған һәр кемгә хәҙер мәғлүм.
“Донъя – ҡуласа”, – тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр, юғиһә бер быуатлыҡ ғүмер эсендә генә илебеҙ өҫтөнән иҫкән хәтәр елдәр ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫ ине. Заманында юҡһылдар мөлкәтлеләрҙең күмәгәйен йолҡһа, хәҙер килеп яңы үә ҡанһыҙ байҙар фәҡир ватандаштарының йәнен ала. Үҙен һәм ижадын иленән һәм халҡынан һис бер ваҡыт айырмаған Мостай ағай, 50 йәшен тултырғанда: “Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, /Октябрҙән – тыуған айымдан, – Ана нисек минең юлдарыма/ Һары йондоҙ һибә ҡайындар”, – тип яҙып, шунда уҡ: “Тупрағымдан уңдым. Башҡортостан!/ Һин иманым минең ҡәҙерлем...” – тип тә өҫтәгәйне. Шунан, бәддоға ҡылырлыҡ 90-сы йылдар килгәс, халыҡ шағирының ҡәләмен йөрәк ҡанына манып яҙған әрнеүле һүҙҙәре хасил булды: “Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә, /Кәмһетәләр һине, изгебеҙ. /Былай булғас, йә баламы һиңә,/ Йә бәләме һиңә инде беҙ?”
Быуатты ваҡлап хисаплай башлаһаң, нисәмә йыл, күпме айҙар, һанап-һанап та осона сыҡҡыһыҙ көндәр, сәғәттәр йәшәлә. Кешеләр өмөтөн юймай, һәр ваҡыттағыса, донъяның Мостай Кәрим теләгән ҡояшлы яғына ынтылып ҡарай ҙа ул, ләкин аяҙ яҡта ғүмер кисереү күпселеккә яҙмаған икән. Оло байрамдар мәлендә лә бүректәрҙе күккә сорғотмайыҡ – улар түбәбеҙҙә ҡалһын. Хәстәр-хәсрәттәрҙе онотоп байрам итеү ваҡыты әлегә етмәгән. Улар – алдағы өмөттә. Хәҙергә беҙҙе рус халҡының ғалим-шағиры Федор Тютчевтың фәлсәфәүи фекерҙәре уйландыра торһон. Башҡортсаға ауҙарырға тырышмай ғына тәҡдим итеүемде уҡыусы аңлар әле.
О, родина моя! Ужели никогда
Без роковых преград,
без пропастей глубоких,
Как реки плавные равнин
твоих широких,
Ты не пойдешь путем
Разумного труда?