Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Ныҡлы терәк булмаҡсы

Иглин районында яңы машина-технологик станцияһы ойошторолдо. Уны асыу өсөн төбәк бюджетынан 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Станция район аграрийҙарына ер эшкәртеүҙә, химик утауҙа, мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итәсәк. МТС-та техникаға ҡытлыҡ юҡ. Кадрҙар мәсьәләһе лә хәл ителгән. Артабан ауыл хужалығы машиналары паркын игенде урып йыйыу техникаһы иҫәбенә киңәйтеү күҙаллана. МТС-ҡа ауыл хужалығы предприятиеларынан мал аҙығы әҙерләү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә ғаризалар килә башлаған да инде.
“Иглин хәбәрҙәре”.


Буласаҡ һалдаттар әҙерлек үтә

Салауат районында хәрби-ялан йыйыны башланды.
Сарала район мәктәптәренең Х класты тамамлаған 52 уҡыусыһы, 113-сө һөнәрселек училищеһынан 52 егет ҡатнашты. Буласаҡ һалдаттар биш көн буйы хәрби әҙерлек үтте: сафҡа теҙелеү, ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләрен өйрәнде, физик норматив тапшырҙы, наряд төрҙәрен башҡарҙы.
“Йүрүҙән”.


Һөт мул һәм сифатлы

Мәләүез районы хужалыҡтары дүрт ай эсендә һөт-консерва комбинатына 3 652 тонна сеймал тапшырған.
Һыйыр малы быйыл ваҡытынан алда йәйләүгә сығарылды. Йәшел үлән көндән-көн һөттөң артыуына булышлыҡ итә. “Ашҡаҙар” кооперативында — 862, “Һуҡайлы”ла — 649, Салауат исемендәге кооперативта — 540, “Арыҫлан” предприятиеһында 422 тонна һөт һауылған.
Миңзәлә Собханғолова – “Ергән” МТС-ы йәмғиәтенең “Юлдаш” участкаһы һауынсыһы. Һарыш фермаһында ул алдынғылар рәтендә. Йыл башынан һәр һыйырҙан 1300 литр һөт һауып алған.
“Көнгәк”.


Тыуған ерҙең тартыу көсө

Краснокама районында бынан егерме йыл элек бөтөрөлгән Иҫке Аткүл ауылы урынында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк.
Ауыл халҡын Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы төҙөлгән ваҡытта күсергәндәр. Тик Иҫке Аткүл һыу аҫтында ҡалмаған. Элекке ауылдаштар биш йылға бер тыуған ерҙә йыйылып, осрашып, хәл-әхүәл белешеүҙе матур йолаға әүерелдергән. Быйылғы байрам 30 июндә үтәсәк.
“Краснокама таңдары”.


Ут күршеләр килде

Ошо көндәрҙә Ишембай районына Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһы делегацияһы эш сәфәре менән килеп, Смаҡай ҡасабаһы менән яҡындан танышты.
– Коммуникациялар төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу, төрлө проекттарҙы финанслау, территориаль йәмәғәт үҙидараһы әүҙемселәренең эше тураһында белеү ҡыҙыҡлы булды. Һәләтле балалар уҡыған мәктәп тә оҡшаны. Ҡасаба билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, сәнғәт оҫталары менән Башҡортостандан ситтә лә дан ҡаҙанған, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Чистай ҡалаһы муниципаль берәмеге башлығы Михаил Ксенофонтов. Бындай тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы, тип билдәләй ишембайҙар.
“Торатау”.


Өмәләр һөҙөмтәле үткән

Мәсетле районында экологик өмәләр мәлендә 520 тонна сүп-сар түгелгән, 5 425 квадрат метр юл ремонтланған, ҡоймалар рәтләнгән.
Өмәлә ҡатнашыусылар 200-ҙән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡан. Мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәткән.
“Наша жизнь”.


Ҡотороп ямғыр яуған

Туймазы һәм Бүздәк районы сәсеүлектәрен көслө ямғыр йыуған һәм боҙ борсаҡ һуҡҡан. Ике районда йәмғеһе өс меңгә яҡын гектар сәсеүлек һәләк булған.
Туймазы районындағы яуым-төшөмдән “Мәтәүтамаҡ” агрофирмаһы баҫыуҙары айырыуса ҙур зыян күргән. Махсус комиссия 620 гектар майҙандағы шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, борсаҡ, ужым арышы сәсеүлектәре һәләк булыуын билдәләгән. Күрелгән зыян 4 миллион һумға баһаланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәсеүлектәр страховкаланмаған, шуға күрә зыянды ҡаплау мөмкинлеге юҡ. Бүздәк районында боҙло борсаҡтан “Ҡыҙаш” ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән “Бүздәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙары ҡаза күргән. Яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, тәбиғәт бәлә-ҡазаһы килтергән зыян 25 миллион һум тәшкил итә.
“Башинформ”.

Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә