Ныҡлы терәк булмаҡсыИглин районында яңы машина-технологик станцияһы ойошторолдо. Уны асыу өсөн төбәк бюджетынан 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Станция район аграрийҙарына ер эшкәртеүҙә, химик утауҙа, мал аҙығы әҙерләүҙә ярҙам итәсәк. МТС-та техникаға ҡытлыҡ юҡ. Кадрҙар мәсьәләһе лә хәл ителгән. Артабан ауыл хужалығы машиналары паркын игенде урып йыйыу техникаһы иҫәбенә киңәйтеү күҙаллана. МТС-ҡа ауыл хужалығы предприятиеларынан мал аҙығы әҙерләү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә ғаризалар килә башлаған да инде.
“Иглин хәбәрҙәре”.
Буласаҡ һалдаттар әҙерлек үтәСалауат районында хәрби-ялан йыйыны башланды.
Сарала район мәктәптәренең Х класты тамамлаған 52 уҡыусыһы, 113-сө һөнәрселек училищеһынан 52 егет ҡатнашты. Буласаҡ һалдаттар биш көн буйы хәрби әҙерлек үтте: сафҡа теҙелеү, ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләрен өйрәнде, физик норматив тапшырҙы, наряд төрҙәрен башҡарҙы.
“Йүрүҙән”.
Һөт мул һәм сифатлыМәләүез районы хужалыҡтары дүрт ай эсендә һөт-консерва комбинатына 3 652 тонна сеймал тапшырған.
Һыйыр малы быйыл ваҡытынан алда йәйләүгә сығарылды. Йәшел үлән көндән-көн һөттөң артыуына булышлыҡ итә. “Ашҡаҙар” кооперативында — 862, “Һуҡайлы”ла — 649, Салауат исемендәге кооперативта — 540, “Арыҫлан” предприятиеһында 422 тонна һөт һауылған.
Миңзәлә Собханғолова – “Ергән” МТС-ы йәмғиәтенең “Юлдаш” участкаһы һауынсыһы. Һарыш фермаһында ул алдынғылар рәтендә. Йыл башынан һәр һыйырҙан 1300 литр һөт һауып алған.
“Көнгәк”.
Тыуған ерҙең тартыу көсөКраснокама районында бынан егерме йыл элек бөтөрөлгән Иҫке Аткүл ауылы урынында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк.
Ауыл халҡын Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы төҙөлгән ваҡытта күсергәндәр. Тик Иҫке Аткүл һыу аҫтында ҡалмаған. Элекке ауылдаштар биш йылға бер тыуған ерҙә йыйылып, осрашып, хәл-әхүәл белешеүҙе матур йолаға әүерелдергән. Быйылғы байрам 30 июндә үтәсәк.
“Краснокама таңдары”.
Ут күршеләр килдеОшо көндәрҙә Ишембай районына Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһы делегацияһы эш сәфәре менән килеп, Смаҡай ҡасабаһы менән яҡындан танышты.
– Коммуникациялар төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу, төрлө проекттарҙы финанслау, территориаль йәмәғәт үҙидараһы әүҙемселәренең эше тураһында белеү ҡыҙыҡлы булды. Һәләтле балалар уҡыған мәктәп тә оҡшаны. Ҡасаба билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, сәнғәт оҫталары менән Башҡортостандан ситтә лә дан ҡаҙанған, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Чистай ҡалаһы муниципаль берәмеге башлығы Михаил Ксенофонтов. Бындай тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы, тип билдәләй ишембайҙар.
“Торатау”.
Өмәләр һөҙөмтәле үткәнМәсетле районында экологик өмәләр мәлендә 520 тонна сүп-сар түгелгән, 5 425 квадрат метр юл ремонтланған, ҡоймалар рәтләнгән.
Өмәлә ҡатнашыусылар 200-ҙән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡан. Мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәткән.
“Наша жизнь”.
Ҡотороп ямғыр яуғанТуймазы һәм Бүздәк районы сәсеүлектәрен көслө ямғыр йыуған һәм боҙ борсаҡ һуҡҡан. Ике районда йәмғеһе өс меңгә яҡын гектар сәсеүлек һәләк булған.
Туймазы районындағы яуым-төшөмдән “Мәтәүтамаҡ” агрофирмаһы баҫыуҙары айырыуса ҙур зыян күргән. Махсус комиссия 620 гектар майҙандағы шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, борсаҡ, ужым арышы сәсеүлектәре һәләк булыуын билдәләгән. Күрелгән зыян 4 миллион һумға баһаланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәсеүлектәр страховкаланмаған, шуға күрә зыянды ҡаплау мөмкинлеге юҡ. Бүздәк районында боҙло борсаҡтан “Ҡыҙаш” ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән “Бүздәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙары ҡаза күргән. Яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, тәбиғәт бәлә-ҡазаһы килтергән зыян 25 миллион һум тәшкил итә.
“Башинформ”.
Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.