Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡатын-ҡыҙ – йәмғиәтебеҙ тотҡаһы

Гүзәл дә, эшлекле лә.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы беҙ көсһөҙ зат тиергә күнеккәнбеҙ. Уларҙың донъялағы төп урыны – әсә булыу, ғаилә бағыу, ир-атҡа ҡанат ҡуйыуҙа тип һанала. Әммә ошо бурыстары менән бергә юғары даирәләрҙә, етәксе вазифаларҙа, ирҙәр ҡулынан килә алмаҫтай эштәрҙе һөҙөмтәле башҡарып, уңыш ҡаҙанған, йәмғиәткә һанап бөткөһөҙ ҙур файҙа килтергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.

Мәҡәлә геройым Гүзәл Лоҡманованы, һис шикһеҙ, шундайҙарҙың рәтенә инде­рергә була. Үҙенең тырыш­лығы, әүҙем­леге, ойоштороу һәләте арҡаһында бөгөн ул Рәсәйҙең төҫлө металлургия флагманы һаналған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында социаль өлкәне етәкләй.

Гүзәл Лоҡманова Учалы ҡалаһында ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы Рә­шит Ғизетдин улы 41 йыл тау-байыҡтырыу комбинатында моторист булып эшләй, әсәһе Фәниә Сәғит ҡыҙы ғүмере буйы балаларға математика фәненән белем бирә. Балаларын да бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтеп, маҡсаттарға ынтыл­ғанда ауыр­лыҡтар алдында ҡойолоп төшмәҫлек итеп тәрбиәләргә тырыша Ғәзиев­тәр. Бигерәк тә был сифаттар Гүзәлдә ныҡ тамыр йәйә. Мәктәптә гел яҡшы билдә­ләргә генә өлгәшә ҡыҙ, әсәһе кеүек йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, спортты, туризмды үҙ итә. Бала саҡтан табип булырға, кешеләрҙе дауаларға хыяллана.

Үҙгәртеп ҡороуҙар заманы, ауыр 90-сы йылдар Ғәзиевтәр ғаиләһе өсөн дә еңелдән булмай: комбинатта ла, бюджет өлкәһендә лә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы тотҡарлана. Мәктәпте тамамлағас, медицина университетына уҡырға инеү ниәтенән кире ҡайтып, Гүзәл туғандары йәшәгән Златоуст ҡалаһына юл тота. Уларҙа йәшәп, иҡтисадсы белемен ала. Колледжда уҡыу осорон йәшлегенең иң күркәм мәле тип иҫләй ул. Уны төркөмдөң старостаһы итеп һайлайҙар, бергәләп ойошторған КВН-дар, походтар, концерттар күңелендә тик яҡты хәтирәләр булып уйылған.

Колледжды ҡыҙыл дип­ломға тамам­лаған ҡыҙ юғары белемле булыу теләге менән Мәскәү дәүләт коммерция универ­ситетының Силәбе ҡалаһындағы филиалына уҡырға инә. Бында ла һынатмай Гүзәл, әсәһе биргән һабаҡтар теүәл фәндәрҙән яҡшы билдәләргә генә өлгәшергә ярҙам итә.

Ғаилә ҡороп, Учалыға ҡайт­ҡас, 1999 йылда иҡтисад колледжында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 2002 йылда йәш һәм өмөтлө белгесте тау-байыҡтырыу комбинатына һөнәре буйынса эшкә са­ҡыралар. Йәмәғәт туҡла­ныуы комбина­тының иҡтисад бюроһы начальнигы, иҡтисад-планлаштырыу, бюджетлау бүлектәре етәксеһе булып хеҙмәт итә ул. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙен һөнәрен яҡшы үҙләштергән әүҙем белгес, талапсан етәксе итеп таныта.

2010 йылда Гүзәл Рәшит ҡыҙын тау-байыҡтырыу ком­би­натының социаль проекттар идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Учалы ҡала­һына нигеҙ һалған предприятиела бөгөн 6000-гә яҡын кеше хеҙмәт итә. Комбинат хеҙмәт­кәр­ҙә­ренең һаулығын нығытыу, уларҙың һәм бала­ларының файҙалы ялын тәьмин итеү, торлаҡ проблемаларын хәл итеү, пенсио­нерҙарҙы хәстәрләү, предприятиела спортты, үҙешмә­кәр сәнғәтте үҫтереү һәм башҡа әллә күпме мәсьәләләр социаль проекттар идаралығы яуаплылы­ғында. Кешеләр менән уртаҡ тел таба алған, оҫта ойоштороу һәләте булған етәксе арҡаһында был эштәр еренә еткереп башҡарыла.

Предприятиеның генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллин Гүзәл Лоҡма­нованы юҡҡа ғына үҙе­нең ярҙамсыһы итеп тәғәйен­ләмәй. Комбинат хеҙмәткәр­ҙәренең генә түгел, бөтә уча­лыларҙың тормош кимәлен күтәреүҙең мөһим бурыс икәнлеген яҡшы аңлай депутат.

Әлбиттә, һине аңлап, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡын кешеләрең булмаһа, уңыштарға өлгәшеү еңел бирелмәҫ ине. Ғаиләһе – Гүзәл ханымдың таянысы һәм йыуанысы. Комбинаттың имен­лек хеҙмәтендә эшләгән тормош иптәше Владимир Витальевич – ҡаты­нының уң ҡулы. Улдары Альберт Санкт-Петербург Тау академия­һында белем ала, олатаһы кеүек таусы булырға хыяллана ул. Полинаға ни бары 6 йәш, шуға ҡарамаҫтан, бе­йергә, йыр-моңға маһир һәләтле ҡыҙ. Ғаилә әүҙем тормош алып бара, сәйәхәт итергә ярата – Ирәмәлгә генә 14 тапҡыр күтәрелгәндәр, былтыр иһә Эльбруста ла булғандар.

– Ғәҙәттә, үҙең ниндәй, балалар ҙа шундай була, улар ата-әсәһен ҡабатлай. Бала­ларҙы үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиә­ләргә тырышабыҙ, эш яратып, әүҙем, үҙ аллы булып үҫеү­ҙәрен теләр инек, – ти әсә кеше.

Гүзәл Лоҡманованың тағы бер сифатын билдәләмәү мөмкин түгел – ул тыуған еренең ысын патриоты, улы менән ҡыҙын да ошо юҫыҡта тәрбиәләй. Ҡа­ла мөхитен­дә үҫһә лә, тырышып башҡорт телен өйрәнеп, иркен аралашыуға өл­гәшә, “Урал батыр” эпосын пропагандалай. Уның инициати­ваһы менән йәй айҙарында комбинаттың “Ҡалҡан” балалар лагерында эпос буйынса төрлө саралар ойошторола. Предприятие ҡарамағындағы данлыҡлы “Ләйсән” бейеү ансамбле артистары, “Урал батыр”ға нигеҙләнеп, яңы бейеү һа­лырға ла йыйына.

Шәжәрә, тыуған яҡ тарихы менән дә ҡыҙыҡһына ул. Үҙенә Күбәләк-Тиләү ырыуы башҡорттарыныҡына тап килтереп милли кейем дә тектертеп алған, яға ла эшләтеп таҡҡан. Гүзәл Рәшит ҡыҙы – Учалы башҡорттары ҡорол­тайының иң әүҙем ағзала­рының береһе лә.

Ошо көндәрҙә Гүзәл Лоҡ­манова иңдәренә йәнә бер бурыс йөкмәтелде – район ҡатын-ҡыҙҙары конферен­цияһында уны бер тауыштан совет рәйесе итеп һай­ланылар.

– Ҡатын-ҡыҙ – йәмғиә­тебеҙҙең тотҡаһы. Учалының нәфис заттары республика­быҙҙа тик яҡшы яҡтан баһа­лана. Артабан да ошо сифат­тарыбыҙҙы юғалтмай, тор­мошобоҙҙо тағы ла нығыраҡ йәнлән­дереү, йәмләндереү өсөн бергәләп эшләйәсәкбеҙ, – ти ул.

Исеме есеменә тап килеп – гүзәл, тәү ҡарауға нескә генә күңелле, әммә көслө рухлы ханымдың был даирәлә лә уңыштарға өлгәшеренә шик юҡ.


Автор: Римма СОЛТАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 8

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 6

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә