Тыныс йәшәү хас түгел.Сентябрь айы булыуға ҡарамаҫтан, Еҙем йылғаһы буйында бер төркөм уҡыусылар сафҡа теҙелгән. ГТО нормаһын тапшыра улар. Бына физкультура уҡытыусыһының “Марш!” тигән командаһы яңғырай. Шуны ғына көткән балалар кемуҙарҙан һыуға сума ла бирге яҡ ярға йөҙә башлай. Араларынан Зөләйха исемлеһе, хатта малайҙар менән бергә ярышып, тәғәйен урынға тәүгеләрҙән килеп етә. “Вәт, исмаһам, Еҙем ҡыҙы!” – тип уҡытыусыһы Мөхәмәт Камил улы Урманшиндың дәртләндергәнен бөгөнгөләй хәтерләй М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина.
“Атай, әсәй ҡәҙерлеләрем” Йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Имәндәш ауылында (Ғафури районы) үтә буласаҡ ғалимәнең бала сағы. “Тормошомда тыуған ауылым, бала саҡ иле, уның бик күптәрҙе үҙенә тартып торған гүзәл тәбиғәте һәр ваҡыт хәтерҙең иң-иң ҡәҙерле урынында һаҡлана. Уйҙарҙа ғына түгел, төштәрҙә лә уның урамдарын гиҙәм, тауҙарға сәйәхәт ҡылам, тыуған йортомда үҙ мәшәҡәттәрем менән булам. Бер кем ҡамасауламай. Тап ошондай төштәрҙән һуң күңел күтәренкелеге тояһың, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо барлыҡҡа килә, эшкә дәртең арта”, – ти Зөләйха Әхмәт ҡыҙы үҙенең тыуған яғы, ауылы тураһында.
Ишле ғаиләлә иң кесе бала булараҡ иркәләнеп кенә үҫә Зөләйха. Атаһы Әхмәт ағай Еҙем лесничествоһында урмансы булып эшләй, инәһе Сәбилә апай сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. “Атайым менән инәйемдең бала тәрбиәләүҙәге алымдары хәҙерге педагогика фәнендә яҙылғандарҙан бер ҙә ҡалышмаған икән, – тип дауам итә Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. – Апайымдар менән йорт тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе бүлешеп башҡарабыҙ. Миңә бигерәк тә йорт-ҡура тирәһендәге һыу ташыу, йәйгеһен баҡсала ярҙамлашыу кеүек эштәр оҡшай торғайны”.
Үҙе бәләкәйҙән етем ҡалып, өләсәй тәрбиәһендә үҫеп, мохтажлыҡты күп кисергән Әхмәт ағай балаларының яҡты киләсәге тураһында айырыуса хәстәрлек күрә, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһына, йыш ҡына мәктәпкә барып, дәрестәренә инеп ултыра. Ата-әсәләр комитеты рәйесе булараҡ, мәктәп йыйылыштарында әүҙем ҡатнаша. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, ете класс белеме менән сикләнергә тура килһә лә, урта мәктәптә үтелгән фәндәрҙең бөтәһен дә берҙәй яҡшы белә, дәрескә әҙерләнгәндә балаларына ярҙам итә, уларҙың уҡыуҙағы уңыштарын күреп ихлас шатлана.
Әхмәт ағай үтә лә тырыш, йүнсел, ғәҙел, бала йәнле кеше була. Ауыл магазиндарында дефицит иҫәпләнгән кейем-һалымды Өфөнөң үҙенә барып алыр булған, шул рәүешле балаларына “кеше кеймәгән матур кейемдәр” кейҙереп үҫтерергә ынтыла, төрлө уйынсыҡтар алып ҡайта. Йәш сағында ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан: ҡурайҙа уйнаған, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, үҙешмәкәр театрға йөрөгән, спектаклдәрҙә ҡатнашҡан. Был турала арҙаҡлы ауылдашыбыҙ, тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов йыш ҡына: “Һинең атайың – минең дуҫым Әхмәт – ауылда берҙән-бер ҡурайсы булды. Киске уйындарҙа өҙҙөрөп ҡурай тарта торғайны”, – тип хәтерләй ине.
Инәһе Сәбилә Исмәғил ҡыҙы ихлас, ҡул эштәренә оҫта, егәрле, бөтмөр кеше була. Үҙенең балаларына ғына түгел, ауылдаштарына ла заказ буйынса матур-матур күлдәктәр, итәктәр тегә, хатта мейесен дә үҙе сығара. “Инә ҡулы им” тигәндәй, халыҡ медицинаһы буйынса быуын ултыртыу, ҡот ҡойоу, ҡолаҡ тиштереү, мейе ҡаҡтырыуға ла ҡулы килешә уның. Бынан тыш, уңған әсәнең өйөндә һәм баҡсаһында төрлө гөл-сәскәләр үҫә, емеш-еләге ишелеп уңа, өҫтәленән аш-һыуы өҙөлмәй.
“Ярышып китап уҡыныҡ”– Бәләкәйҙән хәреф танырға, яҙырға өйрәндем, мәктәпкә төшкәнгә тиклем үк апайҙарымдың китаптарын уҡый торғайным, шиғырҙарын да ятланым. Китапханаға үҙаллы йөрөй башлағас, апайҙарым менән ярыша инек. Беҙҙең өйҙә ниндәйҙер бер уҡыу культы була торғайны, – тип хәтерләй Зөләйха Әхмәт ҡыҙы үҙенең бала сағын. – Мәктәп, ауыл китапханаларының иң әүҙем уҡыусылары ла беҙ булдыҡ. Буш ваҡыттарҙа һәр кем китап, гәзит-журнал ҡарай. “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Совет Башҡортостаны”, “Йондоҙ”, республика һәм район гәзиттәре, “Пионер”, “Ағиҙел” журналдарынан тыш, үҙәк баҫмаларҙан да бер-ике гәзит килә ине.
Имәндәш урта мәктәбендә белем алған йылдарын һағынып иҫкә ала Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Пионер, комсомол ойошмаларының гөрләп торған сағы. “Бишле” билдәләренә генә уҡыған Зөләйха мәктәптә дружина советы рәйесе, комсомол комитеты секретары кеүек яуаплы вазифалар башҡара, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡытыусыларының уң ҡулы була. “Беҙгә үҙ эшенә мөкиббән көслө уҡытыусылар белем бирҙе. Бөгөн республикабыҙҙың күренекле йәмәғәт эшмәкәре Ғәлинур Ҡалмырҙин директор булып эшләгән замандарҙа тәүге уҡытыусыбыҙ Фатима Сафина, класс етәксебеҙ Рәмзиә Урманшина-Яҡшыбаева, Салауат Түҙбәков, Ләлә Урманшина, Фәнүзә Ибраһимова, Наилә Абдуллина, Әҙһәм Мифтахов һәм Сәриә Ибраһимова, Әлтәф Түҙбәков, Гөлъямал Мифтахова, Гөлира Мәхмүтова, Мөхәмәт Урманшин, Зөфәр Юнысов, Мафруза Йәғәфәрова белем үрҙәренә әйҙәне. Уларҙың һәр береһенә сикһеҙ рәхмәтлемен”, – тип хәтирәләргә бирелә ғалимә.
Бала саҡта һәр кем хыялланып үҫә. Тәүге уҡытыусыһы Фатима Шәйхетдин ҡыҙы, класс етәксеһе Рәмзиә Һибәт ҡыҙы кеүек балаларға белем биреүсе итеп тә күҙ алдына килтерә ул үҙен. Унан аҡ халатлы табипҡа әйләнә.
Икенсе хыялы тиҙерәк тормошҡа аша Зөләйханың: урта мәктәптән һуң ул Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған районының Ҡаранйылға ауылында бер нисә йыл фельдшер булып эшләй. Был йылдарҙы Зөләйха үҙе лә, ауыл халҡы ла һағынып иҫкә ала. Ысынлап та, ихлас, яҡты йөҙлө, бөтмөр һылыуҙы ауыл халҡы тиҙ арала үҙ итә. “Их, ошо ҡыҙҙы килен итергә ине”, – тип хыялланған әсәйҙәр аҙ булмай ят ауылда, һөйөүен белдергәндәр ҙә табыла. Әммә Зөләйха ҙур хыялдар менән йәшәй. Юғары белем алырға кәрәк.
Райондан махсус йүнәлтмә алып медицина институтына килһә лә, уның документтарын ҡабул итмәйҙәр. Имеш, училищенан һуң өс йыл эшләргә кәрәк. Шулай ҙа аптырап ҡалмай ҡыҙ – Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге БДПУ) филология факультетына уҡырға инә.
Остазынан фатиха алған
Өлгөр ҡыҙ көндөҙгө бүлектә уҡый, кистәрен Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Өҫтәүенә төркөм старостаһы вазифаһын башҡара, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Юғары уҡыу йортонда абруйлы ғалимдар Фирҙәүес Хисамитдинова, Рәйсә Халиҡова, Зәйтүнә Шәрипова, Әхәт Вилданов, Рауил Ниғмәтуллин, Юлай Псәнчин, Айһылыу Хөсәйенова, Игорь Артюшков һ.б. уҡытыусыларҙан белем алыуын өлөшөнә төшкән ҙур бәхет тип иҫәпләй ул. Остаздарынан һайлаған һөнәреңә талапсан, тырыш булырға, күп уҡырға, бары шул саҡта ғына уңышҡа өлгәшеү мөмкинлегенә төшөнә. Һөҙөмтәлә Зөләйха Әхмәт ҡыҙы 1996 йылда уҡыу йортоноң рус-башҡорт бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай.
– Ҡайһы берәүҙәр тәүге һөнәремдән һуң бөтөнләй икенсе профессия алыуыма ғәжәпләнә, – тип һөйләй педагог. – Бер ҡараһаң, быға бер ҙә аптырайһы түгел. Уҡытыусы ла, табип та кеше менән эшләй. Шуғалырмы, бәләкәйҙән уларҙың икеһе лә күңелгә яҡын, был ике һөнәр күңелемде бер бөтөн итә.
Диплом эшен, юғары кимәлдә башҡарып, уңышлы яҡлаған йәш белгескә ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова аспирантураға уҡырға инергә тәҡдим итә. Төплө белемле ҡыҙ бер үк ваҡытта үҙе йәштәргә белем бирә, шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡый. 2004 йылда “Хәҙерге башҡорт теленең боронғо төрки яҙма ҡомартҡылары телдәре менән сағыштырма лексикаһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Бөгөн З.Ә. Хәбибуллина – 120-нән ашыу ғилми һәм методик хеҙмәт авторы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
– Остазым Рәйсә Халиҡоваға сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. – Үҙе күптән баҡыйлыҡҡа күсһә лә, рухы шаттыр тип уйлайым. Халыҡ-ара кимәлдәрҙә киң билдәлелек яулаған Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында заманында Рәйсә Хәлил ҡыҙы үҫтергән йәш коллегалары, уның элекке аспиранттары, студенттары уңышлы хеҙмәт итә, халҡым, телем тип янып йәшәй. Башҡорт теле кафедраһының тәүге мөдире, абруйлы профессор Р.Х. Халиҡованы башҡорт тел ғилеме фәненең үҫешенә тос өлөш индергән ғалимә, юғары мәҙәниәтле талапсан, үтә лә ғәҙел уҡытыусы булараҡ юғары баһалайҙар һәм бөгөн дә һағынып иҫкә алалар.
Зөләйха Әхмәт ҡыҙы халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлдәрендә үткәрелгән ғилми конференцияларҙа даими ҡатнаша, йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыуҙа әүҙем эшләй. “Үҙ фәнендә көслө булған, уны тәрән аңлаған, ысын күңелдән яратҡан уҡытыусы ғына үҙ уҡыусыларына тәьҫир итә ала”, – тигән һүҙҙәренең хаҡлығын З.Ә. Хәбибуллинаның эшмәкәрлегендә күрергә була. Уның етәкселегендә студенттарҙың ғилми мәҡәләләре, курс һәм диплом эштәре яҙыла, күптән түгел ғалимәнең аспиранттары Алита Лоҡманова, Алина Хәлилова кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы, тағы бер аспиранты кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә.
Тыныс ҡына йәшәү хас түгел Зөләйха Әхмәт ҡыҙына. Уҡытыу һәм фән эшмәкәрлегенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге менән берлектә республика кимәлендә төрлө конкурстар, олимпиадалар, осрашыуҙар үткәрә. Уҡыусылар, уҡытыусылар менән ойошторған был саралар, лекциялары, оҫталыҡ дәрестәре йәнле һәм фәһемле үтә. Йыш ҡына уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән төбәк-ара һәм республика олимпиадаһында, Кесе фәндәр академияһында жюри ағзаһы булараҡ күрергә була уны.
Еҙемдән көс-дәрт алыпҒаилә, балалар... Был йәһәттән дә тормошо тулы Зөләйха Әхмәт ҡыҙының. Баймаҡ егете Рәфис менән ғаилә ҡороп, ике бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Азалия, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөй. Балалар табибы буласаҡ ул. Арыҫлан – Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының етенсе класс уҡыусыһы.
Үҙе күркәм ғаиләлә ата-әсәһенән матур тәрбиә, бөткөһөҙ һөйөү алып, шул йылылыҡты кешеләргә лә өләшеп йәшәй һоҡланғыс шәхес Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Бәлки, шуғалыр ҙа уның туғандары, дуҫтары, студенттары, коллегалары һәр ваҡыт уға тартыла, кәңәштәренә ҡолаҡ һала, ярҙамын тойоп, изгелеген күреп йәшәй. Шул йылылыҡ бөгөн алтын юбилейын билдәләгән Зөләйха Әхмәт ҡыҙының ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫтарына, яҡташтарына, уҡытыусыларына, коллегалары – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты коллективына күңел түренән сыҡҡан ихтирамы, рәхмәте булып яңғырай.
... Ҡасандыр Еҙем тулҡындары менән шаярып һыу ингән ҡыҙ бөгөн фән өлкәһендә ҡолас ташлап йөҙә. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ғәзиз төйәгенә лә юлды һыуытмай Зөләйха Әхмәт ҡыҙы. Күмәк балаларҙың шат ауазынан яңғырап торған тыуған йортонда болоҡһоу хәтирәләргә бирелһә лә, бәхетле бала сағына әйләнеп ҡайта. Стеналағы атай-әсәһенең фотоһүрәттәре ҡыҙының уңыштарына ихлас ҡыуана кеүек. Ә инде бер аҙ бушағас, улар Еҙем буйына юллана…