Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хыялдарҙы ысынбарлыҡ итеп...
Мәктәптә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән, ярайһы уҡ уңыштарға ирешкән, әкренләп хеҙмәт баҫҡыстары буйлап күтәрелә барған Рәсимә Ниғмәтуллинаның, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, эшҡыуарлыҡҡа тотоноуына күптәр башта аптырап ҡарай. Әммә ул үҙе бының һис тә осраҡлы хәл булмауын яҡшы белә, күңелендә күптән йөрөткән хыялын тормошҡа ашырыуына ифрат шат.

Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә тамамлаған Рәсимә киләсәген мотлаҡ уҡы­тыусы һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт-төрөк бүлегендә белем ала. Өфө ҡалаһының 83-сө лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирә. Эшен дә, балаларҙы ла ярата.

Әммә көндәрҙән бер көндө Рәсимә Ниғмәтуллина, тормошонда киҫкен боролош яһап, туризм йүнәлешендәге эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә.
– Был ҡарарға килеүемә сәйәхәт итергә яратыуым сәбәпсе булғандыр. Ғүмеремдең 19 йылын мәғарифҡа бағышлағандан һуң, туристик агентлыҡ асыуыма күп таныштарым, яҡындарым сәйерһенеп ҡараны. Әммә бөгөн эштәремдең ыңғай барыуын күреп, минең өсөн ныҡ ҡыуаналар, һәр йәһәттән дәртләндерергә тырышалар, – тип һөйләй Күгәрсен районы Теләүембәт ауылы ҡыҙы.

Бөгөн ул етәкләгән “География” туристик агентлығын Башҡортостанда бик яҡшы беләләр.

Улар аша Европа илдәренә, Таиланд, Кипр, Һиндостан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Ҡытай, Вьетнам, Ҡырым, Абхазия кеүек төбәктәргә ял итергә барыусылар бихисап.

“География” туристик агентлығы авиабилеттар һатыу менән дә шөғөлләнә. Киләсәктә эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү мөмкинлек­тәрен эҙләй ул.
– Мин бихисап сит илдәрҙә булдым, әммә хозурлығы, матурлығы йәһәтенән беҙҙең Башҡортостанға тиңләшерлек ер юҡ. Киләсәктә республикабыҙҙа туризм тармағы тағы ла нығыраҡ үҫешер тигән өмөттәмен. Ул сағында беҙ ҙә тыуған төйәгебеҙҙе танытыу йәһәтенән күберәк файҙа килтерер инек, – ти эшҡыуар ханым.

Рәсимәнең изге теләктәренең мотлаҡ тормошҡа ашыуын, Башҡортостандың туристар өсөн ылыҡтырғыс төбәккә әйләнеүен теләйек. Ә кешеләргә онотолмаҫ ял, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, матур тәьҫораттар бүләк иткән “География” туристик агентлығына һәм уның мөләйем, эшлекле хужабикәһенә тик уңыштар юлдаш булһын! Һәр ваҡыт шулай хыялдарҙы ысынбарлыҡ итеп йәшәргә яҙһын!


Автор: Г. ӘМИНЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә