Мәктәптә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән, ярайһы уҡ уңыштарға ирешкән, әкренләп хеҙмәт баҫҡыстары буйлап күтәрелә барған Рәсимә Ниғмәтуллинаның, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, эшҡыуарлыҡҡа тотоноуына күптәр башта аптырап ҡарай. Әммә ул үҙе бының һис тә осраҡлы хәл булмауын яҡшы белә, күңелендә күптән йөрөткән хыялын тормошҡа ашырыуына ифрат шат.
Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә тамамлаған Рәсимә киләсәген мотлаҡ уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт-төрөк бүлегендә белем ала. Өфө ҡалаһының 83-сө лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирә. Эшен дә, балаларҙы ла ярата.
Әммә көндәрҙән бер көндө Рәсимә Ниғмәтуллина, тормошонда киҫкен боролош яһап, туризм йүнәлешендәге эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә.
– Был ҡарарға килеүемә сәйәхәт итергә яратыуым сәбәпсе булғандыр. Ғүмеремдең 19 йылын мәғарифҡа бағышлағандан һуң, туристик агентлыҡ асыуыма күп таныштарым, яҡындарым сәйерһенеп ҡараны. Әммә бөгөн эштәремдең ыңғай барыуын күреп, минең өсөн ныҡ ҡыуаналар, һәр йәһәттән дәртләндерергә тырышалар, – тип һөйләй Күгәрсен районы Теләүембәт ауылы ҡыҙы.
Бөгөн ул етәкләгән “География” туристик агентлығын Башҡортостанда бик яҡшы беләләр.
Улар аша Европа илдәренә, Таиланд, Кипр, Һиндостан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Ҡытай, Вьетнам, Ҡырым, Абхазия кеүек төбәктәргә ял итергә барыусылар бихисап.
“География” туристик агентлығы авиабилеттар һатыу менән дә шөғөлләнә. Киләсәктә эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү мөмкинлектәрен эҙләй ул.
– Мин бихисап сит илдәрҙә булдым, әммә хозурлығы, матурлығы йәһәтенән беҙҙең Башҡортостанға тиңләшерлек ер юҡ. Киләсәктә республикабыҙҙа туризм тармағы тағы ла нығыраҡ үҫешер тигән өмөттәмен. Ул сағында беҙ ҙә тыуған төйәгебеҙҙе танытыу йәһәтенән күберәк файҙа килтерер инек, – ти эшҡыуар ханым.
Рәсимәнең изге теләктәренең мотлаҡ тормошҡа ашыуын, Башҡортостандың туристар өсөн ылыҡтырғыс төбәккә әйләнеүен теләйек. Ә кешеләргә онотолмаҫ ял, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, матур тәьҫораттар бүләк иткән “География” туристик агентлығына һәм уның мөләйем, эшлекле хужабикәһенә тик уңыштар юлдаш булһын! Һәр ваҡыт шулай хыялдарҙы ысынбарлыҡ итеп йәшәргә яҙһын!