Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иҫтәлектәр күңелде йылыта
Яратҡан ағайым Фәрит Сабирйән улы Кирәевтең арабыҙҙан китеүенә ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте, әммә йөрәк түрендә уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана, улар күңелгә йылылыҡ һәм нур биргәндәй.

Фәрит Сабирйән улы Шишмә районында тыуып үҫә, бик иртә әсә на­ҙынан мәхрүм ҡала. Иҫ киткес матур йырлаған, өҙә баҫып бейегән егет бер ҡыйынлыҡһыҙ Өфө сәнғәт учи­лищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Әммә һалҡын алдырып, тауышын юғалта, шулай ҙа етәксе­лек уны уҡыуҙан ебәрмәй. Фәрит ағай яҙмышын бейеү менән бәй­ләргә ҡа­рар итә. Башҡорт дәүләт фи­лар­мо­нияһында эш башлай, Японияла уҙған йәштәр фестивалендә ҡатна­шып, уңышлы сығыш яһап ҡайта.

Филармонияла эшләгән сағында беҙгә – Әбйәлил районының Амангилде ауылына гастролгә килде. Ул ваҡытта клуб бик бәләкәй ине, шуға күрә концертты ауыл советы алдында күрһәтергә булдылар. “Әминә Сабирйән ҡыҙының (әсәйем – автор) ҡустыһы килгән”, – тигән хәбәр­ҙе ишетеп, эргә-тирәләге ауылдар­ҙан да халыҡ эркелеп килгәйне. Ағайым йырланы ла, бейене лә. Ул ваҡытта Өфөнән артистар бик һирәк килә торғайны, уларҙы халыҡ сәхнәгә ҡабат-ҡабат һорап сығарҙы.

Концерттан һуң оҙон күкрәкле ар­баға егелгән атта ағайым менән Ҡаҙмашҡа ҡайттыҡ. Арбала бер биҙрә ялан сәскәләре. Ай яҡтыһын­да улар шундай матур булып күренә!

Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Фәрит ағайым минең өсөн һәр ваҡыт яҡты маяҡ булып торҙо. Уның кеүек булырға, тырышып уҡырға тырыштым.

Бейеүсенең сәхнәләге ғүмере ҡыҫҡа. Фәрит ағайым да БДУ-ның тарих факультетын тамамлап, уҡытыу эшенә күсте, университетта ла, Башҡорт дәүләт педагогия инс­титутында ла һабаҡ бирҙе. БДУ-ның данлыҡлы “Ирәндек” ансамблен етәкләне, сәнғәткә булған оло һөйөүен, бейеү оҫталығын студенттарына йәлләмәй өләште.


Автор: Роза ҒӘЛИМОВА Район: Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә