Иҫтәлектәр күңелде йылыта05.03.2019
Яратҡан ағайым Фәрит Сабирйән улы Кирәевтең арабыҙҙан китеүенә ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте, әммә йөрәк түрендә уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана, улар күңелгә йылылыҡ һәм нур биргәндәй.
Фәрит Сабирйән улы Шишмә районында тыуып үҫә, бик иртә әсә наҙынан мәхрүм ҡала. Иҫ киткес матур йырлаған, өҙә баҫып бейегән егет бер ҡыйынлыҡһыҙ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Әммә һалҡын алдырып, тауышын юғалта, шулай ҙа етәкселек уны уҡыуҙан ебәрмәй. Фәрит ағай яҙмышын бейеү менән бәйләргә ҡарар итә. Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай, Японияла уҙған йәштәр фестивалендә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһап ҡайта.
Филармонияла эшләгән сағында беҙгә – Әбйәлил районының Амангилде ауылына гастролгә килде. Ул ваҡытта клуб бик бәләкәй ине, шуға күрә концертты ауыл советы алдында күрһәтергә булдылар. “Әминә Сабирйән ҡыҙының (әсәйем – автор) ҡустыһы килгән”, – тигән хәбәрҙе ишетеп, эргә-тирәләге ауылдарҙан да халыҡ эркелеп килгәйне. Ағайым йырланы ла, бейене лә. Ул ваҡытта Өфөнән артистар бик һирәк килә торғайны, уларҙы халыҡ сәхнәгә ҡабат-ҡабат һорап сығарҙы.
Концерттан һуң оҙон күкрәкле арбаға егелгән атта ағайым менән Ҡаҙмашҡа ҡайттыҡ. Арбала бер биҙрә ялан сәскәләре. Ай яҡтыһында улар шундай матур булып күренә!
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Фәрит ағайым минең өсөн һәр ваҡыт яҡты маяҡ булып торҙо. Уның кеүек булырға, тырышып уҡырға тырыштым.
Бейеүсенең сәхнәләге ғүмере ҡыҫҡа. Фәрит ағайым да БДУ-ның тарих факультетын тамамлап, уҡытыу эшенә күсте, университетта ла, Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла һабаҡ бирҙе. БДУ-ның данлыҡлы “Ирәндек” ансамблен етәкләне, сәнғәткә булған оло һөйөүен, бейеү оҫталығын студенттарына йәлләмәй өләште.