Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 30 йыл көтөп тә ҡолаҡ ҡаҡ инде...
Бүздәк районы проку­ратураһы ауыл хакимиәте чиновник­тарының муниципаль торлаҡты үҙләш­тереүе факттарын асыҡланы.

Бүздәк ауыл хакимиәтендә тор­лаҡ шарттарын яҡшыртыуға 30-ҙан ашыу кеше тора, улар ара­һын­да һуғыш ветерандарына тиңләште­рел­гәндәр, пенсио­нерҙар һәм йәш ғаиләләр ҙә бар. Ҡайһы берҙәре со­циаль торлаҡ биргән­дәрен 30 йылдан артығы­раҡ көтә. Әммә, ошо граждандар­ҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе ҡайғыртаһы урынға, Бүздәк ауыл хакимиәте башлығы 2013 – 2014 йылдарҙа бер нисә муниципаль бүлмәне һәм фатирҙы урындағы предприятие, учреж­дениеларҙа эш­ләгән, ләкин социаль торлаҡҡа хоҡуғы булмаған кешеләргә бир­гән. Торлаҡ нигеҙҙә ошо граж­дан­дарҙың етәкселәре һорауы нигеҙендә тапшырыл­ған, артабан уларҙы хосуси­лаш­тырған­дар. Му­ниципали­тетҡа килтерелгән зыян 1,4 миллион һум тәшкил итә.

Прокуратура барлығы дүрт факт­ты асыҡлаған, Рәсәй Енә­йәт кодексының 286-сы статья­һының 2-се өлөшө (вазифа вәкәләттәрен арттырыу) буйынса уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һөҙөм­тәлә элекке ауыл хакимиәте баш­лығы өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Прокуратура был ҡарарҙы артыҡ йом­шаҡ тип тапҡан һәм уға ҡарата дәғүә белдергән.

Ауыл биләмәһе башлығының элек­ке урын­баҫары ла муниципаль мөлкәт менән законһыҙ эш иткән бу­лып сыҡты. 2014 йылда ул, тор­лаҡ комиссияһы етәксеһе булараҡ, бер ай эсендә, сиратты урап үтеп, үҙенә бүлмә алған. Баҡһаң, өс ай элек кенә уның ҡатыны йортон һәм туғыҙ сутый ерҙе яһалма рәүештә ситләштергән булған, тимәк, ғаилә торлаҡҡа мохтаж тип таныла алма­ған. Суд уны бүлмәһен муниципа­ли­тетҡа кире ҡайтарырға мәжбүр итте.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне Фото: forum.onliner.by


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә