Бүздәк районы прокуратураһы ауыл хакимиәте чиновниктарының муниципаль торлаҡты үҙләштереүе факттарын асыҡланы.
Бүздәк ауыл хакимиәтендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 30-ҙан ашыу кеше тора, улар араһында һуғыш ветерандарына тиңләштерелгәндәр, пенсионерҙар һәм йәш ғаиләләр ҙә бар. Ҡайһы берҙәре социаль торлаҡ биргәндәрен 30 йылдан артығыраҡ көтә. Әммә, ошо граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе ҡайғыртаһы урынға, Бүздәк ауыл хакимиәте башлығы 2013 – 2014 йылдарҙа бер нисә муниципаль бүлмәне һәм фатирҙы урындағы предприятие, учреждениеларҙа эшләгән, ләкин социаль торлаҡҡа хоҡуғы булмаған кешеләргә биргән. Торлаҡ нигеҙҙә ошо граждандарҙың етәкселәре һорауы нигеҙендә тапшырылған, артабан уларҙы хосусилаштырғандар. Муниципалитетҡа килтерелгән зыян 1,4 миллион һум тәшкил итә.
Прокуратура барлығы дүрт фактты асыҡлаған, Рәсәй Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының 2-се өлөшө (вазифа вәкәләттәрен арттырыу) буйынса уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һөҙөмтәлә элекке ауыл хакимиәте башлығы өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Прокуратура был ҡарарҙы артыҡ йомшаҡ тип тапҡан һәм уға ҡарата дәғүә белдергән.
Ауыл биләмәһе башлығының элекке урынбаҫары ла муниципаль мөлкәт менән законһыҙ эш иткән булып сыҡты. 2014 йылда ул, торлаҡ комиссияһы етәксеһе булараҡ, бер ай эсендә, сиратты урап үтеп, үҙенә бүлмә алған. Баҡһаң, өс ай элек кенә уның ҡатыны йортон һәм туғыҙ сутый ерҙе яһалма рәүештә ситләштергән булған, тимәк, ғаилә торлаҡҡа мохтаж тип таныла алмаған. Суд уны бүлмәһен муниципалитетҡа кире ҡайтарырға мәжбүр итте.