Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт язаһыҙ ҡалмай
Асҡын районы. Күп балалы ғаиләләргә бүлеп бирелгән ер биләмәләренә коммуникация һаман үткәрелмәгән, прокуратура район хакимиәтенә был етешһеҙлекте төҙәтергә ҡушҡан.

Асыҡланыуынса, Асҡын районы үҙәгендә хакимиәт 192 ер биләмәһен межалаған һәм уны льготалы граждандарға бүлеп биргән. Уларҙың яртыһы самаһы күп балалы йәки инвалид бала аҫраған ғаиләләргә тура килә. Әммә был биләмәләргә юл һалынмаған, газ һәм электр үткәрелмәгән, улар һыу менән дә тәьмин ителмәй. Был хәлдең яңы хужаларға ерҙе үҙләштереүгә һәм торлаҡ төҙөүгә мөмкинлек бирмәүе сәбәпле, халыҡ үҙ хоҡуҡтарының боҙолоуы хаҡында прокуратураға хәбәр иткән.

Ҡануниәткә ярашлы, ауыл һәм ҡаса­баларҙы энергия менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, шулай уҡ юл эшмәкәрлеге муни­ципалитеттарҙың бурысы булып тора. Ошоға бәйле, прокуратура чиновниктарҙан үҙ вәкәләттәрен башҡарыуҙы талап иткән. Суд талапты ҡәнәғәтләндергән һәм хәҙер, уның ҡарарына ярашлы, хакимиәт коммуника­цияларҙы 2020 йылдың ноябренә тиклем үткәрергә бурыслы.

* * *
Ғафури районы. Сәйетбаба ауыл советының элекке етәксеһенә ҡарата енәйәт эше раҫланған. Район прокуратураһы белдереүенсә, ул ер менән законһыҙ алыш-биреш итеүҙә ғәйепләнә.

Тәфтишселәр раҫлауынса, элекке етәксе 2012 йылда уҡ әле үҙ туғанына хужалыҡ кенәгәһенән ялған документ биргән. Был ҡағыҙ уның 35 сутый ергә хоҡуғын раҫлай икән. Артабан ошо ҡатын ер биләмәһен шәхси милке итеп яҙҙырта. Һөҙөмтәлә муниципаль район ҡаҙнаһына 220 мең һумлыҡ зыян килә. Алдан тикшереү барышында был майҙанды теркәү эше туҡтатыла. Ғәйепләнеүсе был эштең ҡануниәткә ҡаршы булыуы менән ризалашҡан, ғәйебен таныған, эш район-ара судта ҡарала.

* * *
Ишембай ҡалаһы. Район-ара прокуратура ошонда йәшәгән граждандың мөрәжә­ғәте буйынса урындағы нотариустың эшмәкәрлеген тикшергән. Баҡһаң, ул ошо граждандың ялыуына ике ай буйы яуап бирмәгән икән.

Асыҡланыуынса, был ялыу хатта теркәл­мәгән дә. Ә ошо хәл Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.59-сы статьяһына (граждандар мөрәжәғәтен ҡарау тәртибен боҙоу) тура килә.

Тикшереү һөҙөмтәһендә нотариусҡа биш мең һум штраф һалынған, район-ара прокуратураның хатынан һуң мөрәжәғәт итеүсегә тейешле яуап ебәрелгән.
* * *
Йәрмәкәй районы. Бынан ике йыл элек район хакимиәтенең архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһенең “Модульнефтегазкомплект” ғилми-техник компанияһына эшкә алынғанда коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең боҙолоуы асыҡланған.

Эш шунда: коррупция эшмәкәрлегенә юл ҡуймау өсөн компания етәкселеге элекке дәүләт хеҙмәткәре менән килешеү төҙөү тураһында уның бынан алдағы эш урынына хәбәр итергә тейеш ине, ләкин был башҡарылмаған. Ошо хәлгә ҡарата район прокуратураһы компания етәкселегенә ҡарата административ хоҡуҡ боҙолоуы тураһындағы эш ҡуҙғатҡан. Ул Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 19.29-сы статьяһы (элекке дәүләт хеҙмәткәрен яңы эш урынына законһыҙ йәлеп итеү) буйынса ғәйепләнә.

Тикшереү һөҙөмтәһендә ойошма – 100 мең, уның директоры 20 мең һум штраф түләргә тейеш. Район прокуратураһы әмеренә ярашлы, артабан бындай хәлгә юл ҡуймау буйынса саралар күрелгән.

* * *
Йылайыр районы. Ошо төбәктә йәшәгән ике кешегә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан һәм шул нигеҙҙә урман фондына зыян килтергән өсөн ярты миллион һумдан ашыу штраф һалынған. Улар Рәсәй Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса ғәйепләнә.

Тикшереү күрһәтеүенсә, ошо ике кеше урман үҫентеләрен һатыу буйынса килешеүҙәге ҡултамғаларҙы тейешле белгес урынына үҙҙәре алдап ҡуя һәм Юлдыбай урман хужалығындағы 76 ҡарағайҙы законһыҙ быса. Улар тарафынан урман фондына килтерелгән зыян 560 мең һумдан ашыу тәшкил итә, ләкин ғәйепләнеүселәр был сумманы үҙ теләге менән ҡапларға теләмәй, шуға күрә улар суд ҡарары нигеҙендә мәжбүри түләтеүгә дусар ителгән.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә