Асҡын районы. Күп балалы ғаиләләргә бүлеп бирелгән ер биләмәләренә коммуникация һаман үткәрелмәгән, прокуратура район хакимиәтенә был етешһеҙлекте төҙәтергә ҡушҡан.
Асыҡланыуынса, Асҡын районы үҙәгендә хакимиәт 192 ер биләмәһен межалаған һәм уны льготалы граждандарға бүлеп биргән. Уларҙың яртыһы самаһы күп балалы йәки инвалид бала аҫраған ғаиләләргә тура килә. Әммә был биләмәләргә юл һалынмаған, газ һәм электр үткәрелмәгән, улар һыу менән дә тәьмин ителмәй. Был хәлдең яңы хужаларға ерҙе үҙләштереүгә һәм торлаҡ төҙөүгә мөмкинлек бирмәүе сәбәпле, халыҡ үҙ хоҡуҡтарының боҙолоуы хаҡында прокуратураға хәбәр иткән.
Ҡануниәткә ярашлы, ауыл һәм ҡасабаларҙы энергия менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, шулай уҡ юл эшмәкәрлеге муниципалитеттарҙың бурысы булып тора. Ошоға бәйле, прокуратура чиновниктарҙан үҙ вәкәләттәрен башҡарыуҙы талап иткән. Суд талапты ҡәнәғәтләндергән һәм хәҙер, уның ҡарарына ярашлы, хакимиәт коммуникацияларҙы 2020 йылдың ноябренә тиклем үткәрергә бурыслы.
* * *
Ғафури районы. Сәйетбаба ауыл советының элекке етәксеһенә ҡарата енәйәт эше раҫланған. Район прокуратураһы белдереүенсә, ул ер менән законһыҙ алыш-биреш итеүҙә ғәйепләнә.
Тәфтишселәр раҫлауынса, элекке етәксе 2012 йылда уҡ әле үҙ туғанына хужалыҡ кенәгәһенән ялған документ биргән. Был ҡағыҙ уның 35 сутый ергә хоҡуғын раҫлай икән. Артабан ошо ҡатын ер биләмәһен шәхси милке итеп яҙҙырта. Һөҙөмтәлә муниципаль район ҡаҙнаһына 220 мең һумлыҡ зыян килә. Алдан тикшереү барышында был майҙанды теркәү эше туҡтатыла. Ғәйепләнеүсе был эштең ҡануниәткә ҡаршы булыуы менән ризалашҡан, ғәйебен таныған, эш район-ара судта ҡарала.
* * *
Ишембай ҡалаһы. Район-ара прокуратура ошонда йәшәгән граждандың мөрәжәғәте буйынса урындағы нотариустың эшмәкәрлеген тикшергән. Баҡһаң, ул ошо граждандың ялыуына ике ай буйы яуап бирмәгән икән.
Асыҡланыуынса, был ялыу хатта теркәлмәгән дә. Ә ошо хәл Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.59-сы статьяһына (граждандар мөрәжәғәтен ҡарау тәртибен боҙоу) тура килә.
Тикшереү һөҙөмтәһендә нотариусҡа биш мең һум штраф һалынған, район-ара прокуратураның хатынан һуң мөрәжәғәт итеүсегә тейешле яуап ебәрелгән.
* * *
Йәрмәкәй районы. Бынан ике йыл элек район хакимиәтенең архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһенең “Модульнефтегазкомплект” ғилми-техник компанияһына эшкә алынғанда коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең боҙолоуы асыҡланған.
Эш шунда: коррупция эшмәкәрлегенә юл ҡуймау өсөн компания етәкселеге элекке дәүләт хеҙмәткәре менән килешеү төҙөү тураһында уның бынан алдағы эш урынына хәбәр итергә тейеш ине, ләкин был башҡарылмаған. Ошо хәлгә ҡарата район прокуратураһы компания етәкселегенә ҡарата административ хоҡуҡ боҙолоуы тураһындағы эш ҡуҙғатҡан. Ул Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 19.29-сы статьяһы (элекке дәүләт хеҙмәткәрен яңы эш урынына законһыҙ йәлеп итеү) буйынса ғәйепләнә.
Тикшереү һөҙөмтәһендә ойошма – 100 мең, уның директоры 20 мең һум штраф түләргә тейеш. Район прокуратураһы әмеренә ярашлы, артабан бындай хәлгә юл ҡуймау буйынса саралар күрелгән.
* * *
Йылайыр районы. Ошо төбәктә йәшәгән ике кешегә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан һәм шул нигеҙҙә урман фондына зыян килтергән өсөн ярты миллион һумдан ашыу штраф һалынған. Улар Рәсәй Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса ғәйепләнә.
Тикшереү күрһәтеүенсә, ошо ике кеше урман үҫентеләрен һатыу буйынса килешеүҙәге ҡултамғаларҙы тейешле белгес урынына үҙҙәре алдап ҡуя һәм Юлдыбай урман хужалығындағы 76 ҡарағайҙы законһыҙ быса. Улар тарафынан урман фондына килтерелгән зыян 560 мең һумдан ашыу тәшкил итә, ләкин ғәйепләнеүселәр был сумманы үҙ теләге менән ҡапларға теләмәй, шуға күрә улар суд ҡарары нигеҙендә мәжбүри түләтеүгә дусар ителгән.