Алкоголгә үрелгәндә бер кем дә, эскелек ҡоллоғона эләгермен, тип уйламай.Ни өсөн айыҡлыҡ беҙ йәшәгән ХХI быуатта ла – сәйәси, иҡтисади, социаль һәм әхлаҡи көрсөк ныҡ тәрәнәйгән осорҙа – бик тә баһалы ҡиммәткә әүерелә бара?
Күп быуаттар буйына халыҡты алкоголдең зарарлы тәьҫиренән, эскелектең фажиғәле эҙемтәләренән ҡурсалау өсөн төрлө ысулдар, саралар эҙләнгән һәм ҡулланылған. Алкоголгә ҡаршы көрәште һис тә “йомшаҡлыҡта” ғәйепләп булмайҙыр: заманында эскеселәрҙе төрмәгә япҡандар, яза биргәндәр, спиртлы эсемлектәр етештереүҙе тыйғандар, һатыуҙы сикләгәндәр, виноград плантацияларын ҡырғандар һ.б. Әммә “йөк һаман да үҙ урынында”, эскелек мәсьәләһе, бөтә донъялағы кеүек, Рәсәйҙә лә хәл ителмәгән: илдә өс миллиондан ашыу эскесе иҫәпләнә.
Эскелектең ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең һаулыҡты ҡаҡшатыу менән бергә яҡындарыбыҙҙың тормошон аяныслы хәлгә төшөрәбеҙ, сиргә һабыштырабыҙ, ғүмерҙәрен ҡыҫҡартабыҙ. Эскелек арҡаһында күпме халыҡ юл-транспорт фажиғәләрендә ҡырыла, үҙ-үҙенә ҡул һала, башҡаларҙың ғүмерен ҡыя – һанап бөтөрлөкмө ни “йәшел йылан” менән мауығыуҙың бәлә-касафаттарын? Бер кем дә махсус рәүештә “алкоголик булам” тип араҡыға үрелмәй, бер кем дә үҙенең билдәле сикте ҡасан уҙырын белмәй, әммә йәшәү рәүешен үҙгәртеү, яҙмышыңды үҙ ҡулыңа алыу бары кешенең үҙенән тора.
Бәлки, “эсмә!”, “эсергә ярамай!” тип нотоҡ уҡығанға ҡарағанда, сирҙең эҙемтәләре, йәшәү рәүешен ҡырҡа үҙгәртергә көс тапҡан кешеләрҙең тәүбәгә килеүе, ғөмүмән, етди мәсьәлә хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ошо проблеманан ыҙаланғандар өсөн этәргес булыр, уйландырыр?
“Түңәрәк өҫтәл”дә 1-се республика наркология диспансерының баш табип урынбаҫары, психиатр-нарколог Ксения Михайловна БОБКОВА, Республика клиник психотерапия үҙәгенең бүлексә мөдире, психотерапевт Кирилл Андреевич ГАВРЮШИН, Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ инспекторы Линар Шамил улы ЗИННУРОВ, БДУ магистранты Ләйсән Илдар ҡыҙы БӘХТИЕВА һәм Өфөләге аноним алкоголиктар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Александр исемле был ике ир-егет билдәле сәбәптәр арҡаһында исем-шәрифтәрен атамауҙы, фотоға төшөрмәүҙе үтенде.
– Беҙ эскелектең ниндәй бәләләргә килтереүен яҡшы беләбеҙ. Тик ни өсөн эсәбеҙ, һаулығыбыҙҙы ҡаҡшатабыҙ? Был кешегә хас психологик проблемамы? БОБКОВА: Алкоголизмдың нимә икәнен һәм ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын барыбыҙ ҙа белә. Шуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә был сир аҙғандан-аҙа, таралғандан-тарала. Фәҡирлек, тормош сифатының түбәнлеге, енәйәтселектең кәмемәүе, инвалидлыҡтың артыуы менән бергә милләттең эскелеккә бирелеүе – иң ҙур социаль проблемаларҙың береһе. Медицина хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, эш биреүселәр һәм Президент та, ошо көнүҙәк мәсьәләгә яңынан-яңы ҡайтып, хәл итеү юлдарын эҙләй.
Уның иң тәүҙә ауыр хроник сир булыуын танырға кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта ауырыуҙы һауыҡтырыу мөмкин дә түгел. Даими һәм оҙайлы эсеү организмды айырым патология хәленә төшөрә, кеше тыйып торғоһоҙ рәүештә эскегә бирелә, шәхестең үҫеш кимәле түбәнәйә. Иҫереү алкоголик өсөн иң яҡшы психик торошҡа әүерелә. Бөтә энергияһы, аҡсаһы, уйҙары – бары хәмер табыуға йүнәлтелә, тирә-яғындағы гөрләп торған донъя ҡыҙыҡ түгел, уны эшкә сығыу, ғаиләне тәьмин итеү, бала тәрбиәләү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырмай. Эскәс, уға мотлаҡ иҫергәнсе, аяҡтан йығылғансы эсергә кәрәк. Һеҙ уларҙың бер тәғәм аҙыҡ ҡабып та ҡарамайынса стакандарҙы бер-бер артлы бушатҡанын күргәнегеҙ ҙә барҙыр.
– Организмдың күтәрә алыусанлығы шулай көслөмө? БОБКОВА: Юҡ, ғәмәлдә организм алкоголь менән ағыуланыуға ҡаршы көрәшкә һәләтһеҙ, һаҡланыу механизмдары эшләмәй тигән һүҙ, бөтә эскән шыйыҡлыҡ организмда ҡала. Ә һуңғы этаптарҙа, киреһенсә, бер нисә йотом шараптан һуң да ауырыуҙың иҫереүе мөмкин. Был осор бик ауыр үтә, “баш төҙәтеү”ҙән һуң хәле тағы насарлана төшә, асыуы ташып сыға, сәбәпһеҙгә ярһый һ.б. Ысын мәғәнәһендә өҙлөкһөҙ эсә (запой) башлай, ауырыу бер нисә көн, хатта аҙналар буйы баш күтәрмәй хәмер йота. Был саҡта медицина ярҙамы мотлаҡ кәрәк.
Алкоголизмды наркоманияның бер төрө итеп ҡарау дөрөҫ, сөнки уның нигеҙендә алкоголгә ҡарата физик һәм психик бәйлелек ята. Ҡыҫҡаса ғына этил спиртының ағзаларға һәм туҡымаларға нисек тәьҫир итеүен ҡарайыҡ: ағыулы матдәләр тере күҙәнәктәргә зарар килтерә, организмда тарҡалған өлөшсәләре лә зыянлы. Этил спирты бауырҙа әсей һәм тарҡалған матдә төрлө ағзаларҙы ағыулай, микроциркуляция боҙола, һөҙөмтәлә тромбтар барлыҡҡа килә. Алкоголдең һаулыҡҡа ниндәй зыян килтереүен тәфсирләп һөйләүҙең кәрәге лә юҡтыр, заманында һылыуҙарҙың-һылыуы, аҡыллыларҙың да аҡыллыһы булған кешене лә танымаҫлыҡ итеп ҡартайтып, кәкрәйтеп ҡуйғанын күргәнебеҙ бар.
– Ксения Михайловна, һеҙҙең алдығыҙҙа бөгөн типһә тимер өҙөрҙәй, бәһлеүәндәй ике ир-ат ултыра. Икешәр юғары белемле, эрудициялы, бер нисә сит телдә иркен һөйләшкән, әлеге көндә эштәре лә, аштары ла булған, ғаиләле ир-егеттәр. Икеһе лә үҙҙәренең эскесе икәнлеген раҫлай. Уларҙы “алкоголик” тип әйтергә телегеҙ әйләнерме? БОБКОВА: Мин, наркология өлкәһендә 25 йыл хеҙмәт иткән табип булараҡ, элек хәмер ҡоллоғона төшөп, бөгөн унан ҡотолорға ихтыяр көсө табыу өҫтөнә башҡаларға ла ярҙам ҡулы һуҙған уҙамандарға “афарин!” тип кенә әйтә алам. Медицина берлеге яғынан элекке эскеселәрҙең ҡулға-ҡул тотоноп, йәнә һаҙлыҡҡа батмаҫ өсөн сәләмәт тормош алып барырға ынтылыуына, табиптар менән кәңәшләшеп йәшәргә тырышыуына ниндәй ҡаршылыҡ булһын инде.
Төптән уйлағанда, егеттәр хаҡлы бит. Дауалау ысулдары күп төрлө, әммә ике “алтын ҡағиҙә” бар: үҙеңде эскесе итеп таныу һәм дауаланыу теләге. Һигеҙ йыл буйы бер йотом хәмерҙе ауыҙына алмаған Александрҙың үҙен “эскесе” тип һанауы аңлашыла. Дауаланғандан һуң үҙеңде һау-сәләмәт тойоу – бер, ә бөтә ихтыяр көсөңдө егеп, ысҡынып китмәү – икенсе. Хатта ете-һигеҙ йыл дауамындағы айыҡ тормоштан һуң да, эсеү теләге һүрелгәс тә, “тәмләп” ҡарау бөтә тырышлыҡты юҡҡа сығарыуы ихтимал. Йәнә тәүге “иҫәп нөктәһе”нә киләсәкбеҙ: иҫергәнсе эсеү, оҙайлы дауаланыу. Терапия алғандан һуң айыҡ юлға баҫҡандар “башҡалар” кеүек хәмерҙе бер ваҡытта ла уртлай алмай.
– Александр, һеҙ, бына һигеҙенсе йыл айыҡ тормошта йәшәйһегеҙ. Ихтыяр көсөн ҡайҙан алдығыҙ?АЛЕКСАНДР БЕРЕНСЕ: Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик, тормошомдоң ҙур өлөшө эскелеккә бәйле һәм бөгөнгө һәр көнөм – үҙ-үҙем менән көрәш. Мин әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, барыбер эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шарапҡа үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә, тирә-йүндәгеләрҙең аңлап ҡабул итеүе лә кәрәк.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, минең тарихым түбәндәгесә. Етеш ғаиләлә үҫтем, атайым етәксе булды, әммә ныҡ эсә ине. Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел: ике юғары белемем бар, сит телдәрҙә иркен аралашам, заманында юғары вазифа ла биләнем. Тик эскелекте еңә алманым, “йәшел йылан” һаҙлығының иң төбөнә төштөм, күрмәгәнемде күрҙем, күпме яҡындарымды, дуҫтарымды юғалттым...
Һуңғы һигеҙ йылда бөтөнләй эсмәйем. “Ысҡынғаның” булманымы, тиерһегеҙ. Булды, бынан өс йыл элек тағы рюмкаға үрелгәйнем, туҡтарлыҡ көс тапманым. Тағы ла тәртипһеҙ тормошҡа, көн менән төн алмашынғанын аңламаҫлыҡ хәлгә ҡайттым. Араҡыға бик тә ҡарамаҫ инем, булмай, был теләк минән күпкә көслөрәк булып сыҡты. Аноним алкоголиктар ойошмаһына рәхмәт – “бәләләш” дуҫтарым тағы бер тапҡыр һаҙлыҡтан сығырға ярҙам итте, ҡотҡарыу ҡулын һуҙҙы.
– Ә кемдәр һуң улар – “аноним алкоголиктар”? Ниндәйерәк ойошма, теләгән кешеләргә уны нисек эҙләп табырға?АЛЕКСАНДР БЕРЕНСЕ: Был йәмәғәт ойошмаһы бынан 80 йыл элек АҠШ-та барлыҡҡа килгән. Эскелектән яфаланған бер нисә кеше үҙҙәре кеүек үк проблемаға дусарҙарҙы берләштергән, артабан эшмәкәрлеген бөтә донъяға йәйелдергән. Уның бер төркөмө Өфөлә лә эшләй.
Тарихын һөйләһәң оҙаҡ, әммә шуныһы мәғлүм – бөгөн ойошма донъяның бар төбәктәрендә лә уңышлы эшләй, эскелек сиренә дусар булған, әммә унан ҡотолорға теләгән кешеләргә ярҙам итә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бында бер кем дә медицина юлы менән дауаламай, аҡыл өйрәтмәй, вәғәз уҡымай. Эскеселәр араһында иҙән йыуыусы һәм профессорҙар, юғары етәксе вазифаһын биләгәндәр һәм эшһеҙҙәр, ирҙәр һәм ҡатындар – һәммәһе лә бар. Йәмғиәттә улар социаль статусы, йәшәү мөхите һәм башҡа сифаттар буйынса айырылһа, беҙҙең ойошмала барыһы ла тиң һәм уларҙы фәҡәт бер маҡсат берләштерә – алкоголгә бәйлелектән ҡотолорға тырышыу, айыҡ тормош алып барыу.
Ойошманың аныҡ ҡағиҙәләре, талаптары бар. Төп маҡсат 12 аҙымға бүленгән. Йөкмәткеһе алкоголь алдында көсһөҙлөгөбөҙҙө, яңылышыуыбыҙҙы таныуға, үҙ ҡылығыбыҙға анализ яһауға, тәүбәгә килеүгә, рухи уяныу кисергәндән һуң башҡаларға ла ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.
– Кирилл Андреевич, һеҙ, ауырыуҙарҙың психологияһын яҡшы үҙләштергән табип булараҡ, эскесенең ысын йөҙөн һүрәтләһәгеҙ ине. Йәлләү тойғоһоноң был осраҡта ярҙамсы түгеллеген нисек иҫбатлар инегеҙ? ГАВРЮШИН: Эскелектең психологик сәбәптәрен кешенең шәхси проблемаларын алкоголь ярҙамында хәл итергә маташыуынан да эҙләргә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, спиртлы эсемлектәр ысынлап та ваҡытлыса көсөргәнеште кәметергә ярҙам итә, шуға күрә ҡайһы берәүҙәр стрестан ҡотолоу юлын алкоголь ҡулланыуҙа күрә. Ә был көткән һөҙөмтә, офоҡҡа яҡынлашҡан һайын киңәйә барған донъялай, тағы ла күберәк доза талап итә.
Алкоголде күберәк һәм йышыраҡ ҡулланыу менән бергә кешенең үҙ-үҙен тотошонда үҙгәрештәр башлана: фекерләү ҡеүәһе кәмей, физик реакциялар яйлай, кешеләр менән мөнәсәбәт боҙола. Шулай итеп, тәүге проблемалар өҫтөнә яңылары, тағы ла етдиерәктәре өйөлә.
Эскән кешенең ярамаған ҡылығы өсөн яҡындарынан оялып, үҙен ғәйепле тойоуы мөмкин, әммә насар кәйефен күтәреү өсөн йәнә ҡулы рюмкаға үрелә. Ә ҡайһы берәүҙәр етди сәбәп булмағанда ла эсергә ярата, сөнки уға ошондай кәйеф-сафа ҡороу оҡшай, ихтыяр көсө юҡ йәки иптәштәренең һүҙен йыға алмай.
Психотерапевт ярҙамы эскесенән бигерәк уның менән йәнәш йәшәгән ғаилә ағзаларына кәрәк. Яңыраҡ ғүмер буйы ошо хәмер ҡоллоғонан ҡотола алмаған бер ирҙең ҡатыны менән әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Ире терапия үтә. Эскесе менән йомшаҡ һөйләшеүҙең файҙаһыҙ булыуын яҡшы беләм, сөнки уның манипуляция ҡорбанына әүерелеүе бик еңел. Ул үҙен йәлләтергә, үҙ яғына ауҙарырға оҫта. Шулай итеп, хәмер ҡоло психологты үҙе өсөн хәүефһеҙ аралыҡта тотоу маһирлығына эйә. Тәжрибәле психолог, уның эске донъяһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты, ҡурҡыу тойғоһон һиҙгәнгә күрә, “ҡармаҡҡа” эләкмәй.
АЛЕКСАНДР ИКЕНСЕ: Минең дә тарихым әле бәйән ителгәнгә оҡшаш. Тормошта билдәле бер уңыштарға өлгәшкәс, үҙемде донъяның хужаһы итеп тоя башланым, кәйеф-сафа ҡороуҙан бушаманым. Бер нисә йылдан тамам араҡы ҡолона әүерелдем. Дауаханаларҙа ла яттым, традицион булмаған медицина ярҙамында ла дауаланып ҡараным, мең ҡат тәүбәгә килдем, әммә араҡыны еңә алманым. Яҡындарымдың күргән-кисергәндәрен әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек – сир! Уның нисек ялмап алғанын кеше аңламай ҙа ҡала. Шуныһы: йәмғиәттә эскеселәргә түбәнһетеп, көлөп ҡарайҙар, ә бит башҡа сирлеләрҙән бер ҙә көлмәйҙәр ҙәбаһа!
– Эйе, бер сирҙе лә кеше үҙе һорап алмай, ә бит эскелеккә кеше үҙ теләк-торошо менән бирелә. Был саҡта үҙ бәләһенә үҙе ғәйепле булып сыға түгелме ни? БӘХТИЕВА: Әлбиттә, кешенең үҙенән күп нәмә тора. Ҡурҡыу ғына түгел, спиртлы эсемлектәргә ҡарата үҙеңдә һәм яҡындарыңда ытырғаныу, нәфрәт тойғоһо тәрбиәләү мөһим, сөнки ҡәһәрле ғәҙәт йәшен-ҡартын да, байын-ярлыһын да аямай, күптән замана афәтенә әүерелгән.
Йәшерен-батырыны юҡ: мин ҡәҙимге ғаиләлә үҫтем. Ҡунаҡ-мәжлестәрҙә өҫтәлдә алкоголле эсемлектәр ҙә була ине, әммә яҡындарым бер ваҡытта ла уға әһәмиәт бирмәне. Үҙемә ҡалһа, алкоголле эсемлектәр бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы, тәмләп ҡарағым да килмәй. Ғөмүмән, үҙ-үҙемде үҫтереү, камиллашыу йәһәтенән һәр ваҡыт аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәйем. Улар араһында алкоголгә бөтөнләй урын юҡ.
АЛЕКСАНДР ИКЕНСЕ: Алкоголь ярҙамында күңел асҡан йә иһә ҡайғыһын баҫырға тырышҡан кеше, ғөмүмән, алкоголикка әйләнермен, тип уйламай. Унан һуң, беҙҙең йәмғиәт араҡы-шарапты күптән пьедесталға “күтәргән”: бәләкәй һәм ҙур байрамдар, төрлө сәбәп арҡаһында йыйылған мәжлестәр, эшлекле осрашыуҙар, ғөмүмән, спиртлы эсемлекһеҙ үтмәй. Бәләнең башы ошонда, минеңсә. Кешеләр үҙҙәре лә һиҙмәйенсә ҡолға әүерелә, алкоголгә бәйле тормош нормаға инә. Йәшәйешебеҙҙең ошо ҡанун-ҡалыптарын еңеү анһат түгел, уның ҡорбандары буласаҡ әле.
– Кешеләрҙең төрлөһө бар бит... Эсергә мең сәбәп табыуҙары, үҙҙәрен төрлөсә аҡлауҙары ихтимал. БӘХТИЕВА: Минеңсә, эсергә теләк рухи бушлыҡтан килә. Кеше тормошонан, хәл-торошонан ҡәнәғәт булмаһа, проблемаларын хәл итерлек юл күрмәһә, рюмкаға үрелеүе ихтимал. Бәғзеләр иңенә төшкән һынауҙарҙы күтәрә алмай... Үҙемә ҡалһа, үрҙә телгә алынған сәбәптәрҙең береһен дә аҡларлыҡ ғәмәлдәр тип күрмәйем.
Миңә лә тормошомда бик ауыр осор кисерергә тура килде: йәшләй генә яратҡан иремде юғалттым, бәләкәй бала менән тол ҡалдым. Күңелемә толҡа тапмай, һағыштарҙан иңрәгән саҡта ла шарапҡа үрелергә башыма килмәне, киреһенсә, мин Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иттем, сабырлыҡ һәм күңел тыныслығы биреүен ялбарҙым.
– Эскелек, кешенең шәхси фажиғәһенә әүерелеүҙән тыш, тормоштағы башҡа бик күп бәләләрҙең сәбәпсеһе лә...ЗИННУРОВ: Был фекер менән тулыһынса килешәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең эшкә лә эскелектең ҡағылышы бар. Статистика аяуһыҙ: хәмер һемергәндән һуң рулгә ултырғандар арҡаһында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғалары әленән-әле булып тора, ҡанундарҙы ҡатыраҡ итеү ҙә бәғзеләргә тәьҫир итмәй.
Ғөмүмән, былтыр Башҡортостанда бөтәһе 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 549 кеше һәләк булған, 5 494 кеше йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт фажиғәләренең төрҙәренә килгәндә, ауыр эҙемтәлеләре өҫтөнлөк итә.
Күп осраҡта ҡәҙимге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, тик рулгә ултырғанда был хаҡта бәғзеләр бөтөнләй уйланмай, тип әйтергә мөмкин. Юғары тиҙлек менән елдереү, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу, юл киҫешкән урында хәрәкәт сиратын көтмәү, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә туҡтамау, светофор билдәләрен инҡар итеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп бәләләрҙең сәбәбе булып тора.
Эскән килеш рулгә ултырғандар – иң хәүефле хоҡуҡ боҙоусыларҙың береһе. Уйлап ҡарағыҙ: былтыр эскән водителдәр арҡаһында республика юлдарында 103 кеше һәләк булған, 509 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Дөйөм алғанда, һәр унынсы юл-транспорт ваҡиғаһына эскән водитель сәбәпсе.
2018 йылда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республика юлдарында 18 меңдән ашыу водителде эскән килеш тотҡан. Шулар араһында 2210 кеше быға тиклем ошондай уҡ ғәйебе арҡаһында яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Тик, күреүебеҙсә, улар һығымта яһамаған.
– Ни өсөн өгөт-нәсихәт уҡыуҙы “буш эш” тип иҫәпләйһегеҙ? Бөтә кешелек өсөн дә уртаҡ әхлаҡ был осраҡта урынлы түгелме? АЛЕКСАНДР БЕРЕНСЕ: Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм: медицина ауырыуҙың физик хәл-торошон яҡшырта, йәғни абстине́нт синдро́мдан (һынылышлы “бахмур”ҙан, йәғни эскелек зәленән) сығара. Алкоголдән ҡаҡшаған организмдың эшен көйләү өсөн дә медицина ярҙамы кәрәк, әлбиттә. Әммә наркология бүлегендә ятып сығып ҡына, бер эскесе лә һауыҡмай, сөнки артабан айыҡ тормошта йәшәү өсөн ихтыяр көсө, этәргес, ярҙам кәрәк. Ә беҙҙә нисек? Ғәҙәттә, кеше дауаланыу үткәндән һуң ҡәҙимге мөхитенә ҡайта, шул уҡ дуҫ-иштәре менән аралаша, хәмер эскән компанияларҙа булырға тура килә. Бәғзеләр: “Нимә, хөрмәт итмәйһеңме ни?” – тип рюмка һуҙырға ла тартынмай... Ошонан һуң эскесе тағы ла “ысҡына”, күнеккән тормош рәүешенә ҡайта.
АЛЕКСАНДР ИКЕНСЕ: Аноним алкоголиктар ойошмаһының төп айырмаһы ошонда: улар эскелек һаҙлығына батҡандарҙы хаталарын танып, артабан тормоштарын тулыһынса үҙгәртергә, айыҡ тормош юлына баҫырға өндәй. Бында һәр кем – бер-береһенә терәк-таяныс. Беҙ ойошма ағзалары менән һәр саҡ бәйләнештә торабыҙ, осрашабыҙ, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, ихтыяр көсө етмәгәндәргә рухи ярҙам күрһәтәбеҙ. Тәбиғәткә сығып ял итеүҙәр, күңелле саралар ҙа була, тик унда бер тамсы алкоголгә лә урын юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо ойошмаға эләкмәһәм, кем белә, хәҙер мин ҡайҙа булыр инем...
ГАВРЮШИН: Эскесенең бөтә ҡиммәттәр системаһы бары эсеүгә, араҡы өсөн аҡса табыуға йүнәлтелә. Шуға күрә дауа барышында психологка ундағы юғалтылған элекке ҡиммәттәрҙе ҡайтарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә. Шунһыҙ сәләмәтлеккә юл юҡ.
Ғөмүмән, хәмерҙе ауыҙынан өҙмәгән бер кеше лә үҙен эскесе тип иҫәпләмәй. Киреһенсә, “теләһәм, иртәгә үк эсеүҙе ташлайым”, “уның сәләмәтлеккә бер зыяны юҡ” тип ҡырталашыуы, проблеманың барлығын тулыһынса инҡар итеүе мөмкин. Үҙенең ниндәй хәлгә төшөүен танымағанда бер кем дә ярҙам итә алмай, әлбиттә.
Йыш ҡына ауырыу бәхетһеҙлектәре менән япа-яңғыҙ ҡала, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул тирә-яғындағы таныштарын, яҡындарын бөтә бәләлә ғәйепләй. Бик ауыр хәлдә үҙенең ғүмеренә ҡул һалырға ынтылыуы ла бар. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә яратмай, уңайһыҙлыҡтарҙы кисерә алмай, ауырлыҡты кисерергә түҙемлеге етмәй...
Психотерапевт ошондай мәлдә ауырыуҙы сабырлыҡҡа, үҙ проблемаларын яйға һалырға өйрәтә. Терапияның һөҙөмтәһен дә аңлатырға кәрәк. Белгестең хаҡлы икәнлеген тойған ауырыуға артабанғы аҙымдарҙы яһау еңелерәк бирелә.
Психотерапевт бер ваҡытта ла ауырыуға өгөт-нәсихәт уҡымай һәм унда ғәйеп тойғоһон уятырға тырышмай. Дауалау ысулдары төрлө, тәьҫирлеләре лә етерлек, күптәрҙе упҡын сигенән йолоп алып ҡалырға мөмкин булыр ине. Бөтә бәлә – ауырыуҙың психологка йәки психотерапевҡа үҙ мәлендә мөрәжәғәт итмәүе, ваҡытында килеп етмәүе.
Тәжрибәнән күренеүенсә, эскеселәрҙең ғаиләһендә яфаланып үҫкән балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары булып тора. Ошондай имен булмаған ғаиләнең һәр ағзаһы психолог ярҙамына мохтаж, тип иҫәпләйем.
– Ни өсөн белгестәр ауырыуға һәр осраҡта ла ярҙам итә алмай?ГАВРЮШИН: Ҡағиҙә булараҡ, эскесе күңелендә нимә ятҡанын, борсоғанын, тынғы бирмәүен һиҙҙерергә тырышмай, асылып бармай. Ҡурҡыу тойғоһон, серҙәрен сит кешегә белдереү менән ул үҙен яланғасланып, ҡола яланда ҡалғандай тоясаҡ һәм терапияның файҙаһы ла булмаҫ ине. Әгәр ҙә эскелектән ыҙаланған кеше үҙ-үҙен бөтөрөүгә барғанын аңламаһа, ни өсөн алкоголгә әүәҫләнеү сәбәбен дә аңламаясаҡ, шуға күрә терапия ваҡытында уның хәмер ҡоллоғона аңлы рәүештә, ихтыярһыҙ ынтылышы иҫәпкә алына.
Консультация ваҡытында беҙ, уның бөгөнгө хәлен аңлатыуҙан тыш, киләһе көндәрендә тәртибендә, сәләмәтлек торошонда ниндәй үҙгәрештәр буласағын күҙаллап, бөтә күңелһеҙлектәрҙе һүрәтләйбеҙ. Ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән күҙаллауҙарҙың тормошҡа аша барыуын күреп, ғәҙәттә, пациент асыуын бөтә тирә-яҡҡа сәсеүҙән тыйыла, ғәйеп тойғоһонан яйлап ҡотола. Һәр хәлдә, психологтың был тактикаһы әхлаҡҡа өндәүгә ҡарағанда отошлораҡ.
Психотерапевт кешегә айыҡлыҡҡа аҙым яһарға, ынтылырға ярҙам итә ала, әммә уны эсеүҙе ташларға мәжбүр итә алмай. Дөрөҫөн әйткәндә, белгес һәр эскесегә лә ярҙам итеп булмаҫын иҫтә тоторға тейеш. Барыһы ла сирҙең дәрәжәһенә, шәхестең юҡҡа сығыу кимәленә, уның дауаланыу теләгенә бәйле.
БӘХТИЕВА: Мин иһә, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барыу яғында. Тормош иҫ киткес күп яҡлы, ә ғүмер берәү генә. Уның әһәмиәтен тулыһынса баһалар өсөн мотлаҡ хәмер тәмен татып ҡарарға кәрәкме һуң?