Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ә һеҙҙә “Управдом” йыйылышы үттеме?
Апрель урталарында Башҡортостанда “Управдом” республика форумы үтәсәк. Унда торлаҡ-коммуналь хужалығы иң көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителер тип көтөлә.

Республика форумына тиклем ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡ­тары халыҡҡа биләмәне үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләргә тейеш. Шулай уҡ подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, был эштәрҙә граждандарҙың да ҡатнашлығы тураһында һүҙ йөрөтөү мөһим.
Күп фатирлы йорт рәйестәренең йыйылыштары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, Баймаҡ, Бишбү­ләк һәм башҡа район-ҡалаларҙа үтте лә инде. Төп маҡсат – республика фо­румы алдынан иң мөһим мәсьәлә­ләрҙе асыҡлау.

Тәжрибәнән күренеүенсә, йорт комитеттары ағзалары халыҡ менән берлектә көн тәртибенә башлыса подъездарҙы ремонтлау, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү, ихаталарҙы төҙөклән­дереү мәсьәләлә­рен сығара. Йыйылыштар февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк. Унан һуң район һәм ҡала кимәлендәге осрашыуҙар ойошторо­ласаҡ, унда иһә форумда хәл ителергә тейешле темалар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк.
Күптән түгел форум алды осрашыу­ҙары Өфө ҡалаһының Октябрьский районында булды – 200-ҙән ашыу активист торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе өйрәнде. Район хакимиәте башлығы Роберт Ахунов алып барған сарала битараф булмаған граждандар, күп фатирлы йорт советы рәйестәре, идара итеүсе компаниялар һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Роберт Ахунов былтыр районда төҙөкләндереү йәһәтенән тормошҡа ашырылған программалар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 29 ихата, 14 урам, күп фатирлы 74 йорт ремонтланған. “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһына ярашлы Нуғай ауылында 10 километр юл төҙөкләндерелгән.

Ошоноң кеүек осрашыуҙар Өфөлә һәм республика райондарында әле һаман дауам итә. Яңыраҡ Стәрле­тамаҡ ҡалаһында ла йыйылыштар үткән.
– “Управдом” форумында ике урында ҡатнаштым. Бик йәнле, ә иң мөһиме файҙалы һөйләшеү килеп сыҡты. Кешеләр проблемалар тура­һында һөйләне. Ҡайһы бер мәсьәлә­ләрҙе ҡала хакимиәте һәм идара итеүсе компаниялар хәл итә ала, ә ҡайһылары ныҡлап уйлауҙы һәм юғарыраҡ даирәләрҙә өйрәнеүҙе талап итә. Мин төбәк операторҙары, ҡала хакимиәте, идара итеүсе компанияларҙың эшен генә күреп ҡалманым, ә үҙем дә күп нәмәгә өйрәндем. Бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә кәрәк. Йорт буйынса өлкәндәрҙе бүләкләү бик оҡшаны. Уларҙың эшен баһалау мөһим, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльза Раҡаева.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә