Апрель урталарында Башҡортостанда “Управдом” республика форумы үтәсәк. Унда торлаҡ-коммуналь хужалығы иң көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителер тип көтөлә.
Республика форумына тиклем ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары халыҡҡа биләмәне үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләргә тейеш. Шулай уҡ подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, был эштәрҙә граждандарҙың да ҡатнашлығы тураһында һүҙ йөрөтөү мөһим.
Күп фатирлы йорт рәйестәренең йыйылыштары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, Баймаҡ, Бишбүләк һәм башҡа район-ҡалаларҙа үтте лә инде. Төп маҡсат – республика форумы алдынан иң мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау.
Тәжрибәнән күренеүенсә, йорт комитеттары ағзалары халыҡ менән берлектә көн тәртибенә башлыса подъездарҙы ремонтлау, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү, ихаталарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләрен сығара. Йыйылыштар февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк. Унан һуң район һәм ҡала кимәлендәге осрашыуҙар ойоштороласаҡ, унда иһә форумда хәл ителергә тейешле темалар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк.
Күптән түгел форум алды осрашыуҙары Өфө ҡалаһының Октябрьский районында булды – 200-ҙән ашыу активист торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе өйрәнде. Район хакимиәте башлығы Роберт Ахунов алып барған сарала битараф булмаған граждандар, күп фатирлы йорт советы рәйестәре, идара итеүсе компаниялар һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Роберт Ахунов былтыр районда төҙөкләндереү йәһәтенән тормошҡа ашырылған программалар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 29 ихата, 14 урам, күп фатирлы 74 йорт ремонтланған. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы Нуғай ауылында 10 километр юл төҙөкләндерелгән.
Ошоноң кеүек осрашыуҙар Өфөлә һәм республика райондарында әле һаман дауам итә. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла йыйылыштар үткән.
– “Управдом” форумында ике урында ҡатнаштым. Бик йәнле, ә иң мөһиме файҙалы һөйләшеү килеп сыҡты. Кешеләр проблемалар тураһында һөйләне. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡала хакимиәте һәм идара итеүсе компаниялар хәл итә ала, ә ҡайһылары ныҡлап уйлауҙы һәм юғарыраҡ даирәләрҙә өйрәнеүҙе талап итә. Мин төбәк операторҙары, ҡала хакимиәте, идара итеүсе компанияларҙың эшен генә күреп ҡалманым, ә үҙем дә күп нәмәгә өйрәндем. Бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә кәрәк. Йорт буйынса өлкәндәрҙе бүләкләү бик оҡшаны. Уларҙың эшен баһалау мөһим, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльза Раҡаева.