Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр

Баймаҡ ерендәге ваҡиғаларға тарихсылар ниндәй баһа бирә?

Беҙҙең быуат үтер, асылырҙар
Ҡаты ишектәре архивтарҙың.
Ғаләм күрер тарихыбыҙҙың
Яҡты данын һәм «аҡ таптары»н.
«Алла»ларҙың ысын йөҙө асылып,
Яланғасланыр ысынбарлыҡ.
Әммә тик иң бөйөк эштәр генә
Мәңге бөйөк булып ҡалырлыҡ.
(Николай Тихонов).

Баймаҡ төбәге тәбиғәт байлыҡтары менән генә түгел, иҫ киткес милли йолалары һәм мәҙәни-тарихи мираҫы йәһәтенән дә үҙенсәлекле. Башҡортостандың артабанғы үҫешенә йоғонто яһаған иң мөһим тарихи ваҡиғалар тап ошонда барған. Баймаҡ районында сәсәндәр Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Ғәбит Арғынбаевтан үлемһеҙ “Урал батыр” эпосы яҙып алынған, XVIII быуатта был тарафта батша властарының башбаштаҡлығына ҡаршы ихтилалдар ойошторолған.

Исемдәре тергеҙелә

Был ерҙәр – данлыҡлы Алдар батыр, алтын сәнәғәтселәре, меценат Рәмиевтәр төбәге, шағирҙар, ҡурайсыларҙың тыуған ере, башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлаусы изге тупраҡ. XX быуаттың бөйөк ваҡиғаларының береһе һаналған автономиялы республика төҙөү ҙә Баймаҡ районы менән бәйле.

100 йыл элек Темәс ауылында Баш­ҡорт­ос­тандың автономияһы иғлан ителә, беренсе башҡорт Хөкүмәте төҙөлә. Быға батша хөкүмәтен юҡҡа сығарған һәм киләсәккә демократик үҙгәрештәр вәғәҙә иткән Февраль революцияһы сәбәпсе була. Башҡортостан автономияһының бер быуатлыҡ тарихы милләттәрҙең үҙбилдә­ләнеш хоҡуғының һәм суверенлы башҡорт дәүләтселегенең ғәмәлгә ашыуын дәлил­ләй. Боронғо тарихы булған һәм оҙайлы быуаттар буйы рус дәүләте составында йәшәгән башҡорт халҡы үҙаллы үҫеш юлына баҫты.

Бөгөнгө демократик институттарҙы нығытыу менән бер үк ваҡытта “власть вертикалдәрен” көсәйтеүгә ынтылыш һәм милли республикаларҙың хоҡуҡтарын сикләү дауам иткән заманда суверенитет проблемаһы һәм халыҡтарҙың үҙбилдә­ләнеш хоҡуғы айырыуса актуаль, шуға күрә автономияның 100 йыллығына бәйле был темаға ҡарата сәйәсмәндәрҙең һәм тарихсыларҙың ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләү бурысы тарих уҡытыусыларын да был мәсьәләне төрлө яҡлы өйрәнергә мәжбүр итә, сөнки Баймаҡ төбәге төрлө тарихи сығанаҡтарға бай. Темәс ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тупланған яҙма сығанаҡтар һәм табыл­дыҡтар героик һәм шул уҡ ваҡытта фажи­ғәле үткәнебеҙҙе күҙалларға ярҙам итә. Сығанаҡтарҙы өйрәнеүгә йүнәлтелгән музей дәрестәре, экскурсиялар уҡыусыларҙа Башҡортостандың автономияһы тарихы кеүек ҡатмарлы теманы ла ентекле өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.

Башҡорт милли республикаһының үҫеш юлы проблемаһы өҫтөндә билдәле тарихсылар – Башҡортостан тарихы буйынса күп һанлы ғилми хеҙмәттәр һәм әсбаптар авторҙары Б.Х. Юлдашбаев, М.М. Ҡол­шәрипов эшләне. Ғалимдар башҡорт мил­ләтенең барлыҡҡа килеү барышын, 1917 йылғы милли хәрәкәттең характерын һәм билдәле шәхестәрҙең яңы дәүләт­селекте төҙөүҙә ролен өйрәнә, фактик материалдар нигеҙендә объектив баһа бирә.

Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, фәлсәфәүи фәндәр докторы Ф. Фәй­зуллин Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостандың дәүләтселеге һәм суверенитеты үҫешенең хәҙерге этабын үҙенең мәҡәләһендә төплө аса. Автор федерализм, демократия һәм суверенитет принциптарын үтәгәндә генә дәүләтте тарҡалыуҙан һаҡларға була тип иҫәпләй.

Азат Ярмуллин “Башҡорт республика­һының башында” (“У истоков Башкирской республики”) исемле хеҙмәтендә Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең индергән өлөшө тураһында бәйән итә. Азат Шәкир­йән улының ярҙамы менән башҡорт авто­номияһын төҙөүҙә әһәмиәтле роль уйнаған тиҫтәләгән шәхестәрҙең исеме тергеҙелде.

Заман талабы

Һәр халыҡ үҙенең арҙаҡлы шәхес­тәре менән ғорурланырға хаҡлы. Ә уларҙы белеү һәм ошо геройҙар миҫалында үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү – һәр тарих уҡытыусыһының бурысы. Көслө шәхестәр – шәхси әхлаҡи һәм ихтыяр көсө аңдарында, эштәрендә сағылған ысын лидерҙар. Башҡорт милли хәрәкәте лидеры, Автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалған, көнсығышты өйрәнгән Әхмәт-Зәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов та (эмиграцияла Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған) ошо сифаттарға эйә була.

Азат Ярмуллин үҙенең “Башҡорт республикаһының башында” (“У истоков Башкирской республики”) тигән хеҙмәтендә былай тип яҙа:
“1916 йылда Әхмәт-Зәки Вәлидовты 4-се Дәүләт думаһының мосолман фрак­цияһы янындағы Өфө губернаһы вәкиле сифатында Петроградҡа ебәрәләр. Уның сәйәси эшмәкәрлеге ошо мәлдә башлана. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Вәлидов Рәсәйҙең федератив республика ҡоролошо һәм мосолман халыҡ­тарының милли-территориаль автономия­һы өсөн әүҙем сығыш яһай, башҡорт де­ле­гацияһы етәксе орган – милли хәрә­кәттең Башҡорт өлкә бюроһын ойоштора”.

Башҡорттарҙың дәүләтселеген төҙөүҙә беренсе аҙым – 1917 йылдың 11 ноябрен­дә башҡорт Шураһының беренсе фарманы менән баҫма сығарыу була. Унда автоно­мияға дәғүә раҫлана. Башҡорт халҡы нейтралитет яҡлы һәм дәүләтселекте үҙаллы, демократик юл менән үҫтерергә теләген белдерә. 1917 йылдың 15 ноябрендә Кесе Башҡортостан сиктәрендә Башҡортос­тандың автономияһы иғлан ителә. Был “Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары декларацияһы” (2 ноябрь, 1917) буйынса милләттәрҙең үҙбилдәләнеше принцибына ярашлы эшләнә. Башҡорт Хөкүмәте составына билдәле шәхестәр Әхмәт-Зәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары Шәриф Манатов, юрист Юныс Бикбов, табип Мстис­лав Ҡулаев, Темәс халыҡ учили­щеһында уҡытыусы Муллаян Халиҡов һәм башҡа­лар инә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкә­тенең барлыҡ эшмәкәрҙәре Тыуған илебеҙҙең киләсәге өсөн янған халҡы­быҙҙың мәғрифәтле элитаһы вәкилдәре була. Күптәре дәһшәтле 30-сы йылдарҙа репрессиялана, ҡайһы берҙәре Граждандар һуғышында фажиғәле һәләк була. Хөкүмәт һәм Предпарламент ағзалары, 1917 йылда Баймаҡта атылыуға хөкөм ителгән офицерҙар Ғ. Мағазов һәм Ғ. Иҙел­баев – шулар иҫәбендә.

Ҡанлы тарих

1918 йылдың башында Башҡорт хөкү­мәте ҡушыуы буйынса Әмир Ҡарамышев, офицерҙар Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов башҡорт ғәскәрен ойоштороу өсөн Бөрйән-Түңгәүер кантонына ебәрелә. 1918 йылдың 2 мартында офицерҙар Баймаҡ большевиктары тарафынан әсиргә алына. 7 мартта Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов сауҙагәр Кабанов йорто янында атыла. Был урында ул ваҡытта милли ғәскәрҙең хәрби штабы урынлашҡан була. Автономия өсөн көрәш юлындағы билдәле эшмәкәрҙәрҙең ғүмерҙәре шулай аяныслы өҙөлә. Уларҙың исеме күптән түгел генә тергеҙелде. Башҡорт халҡы яңы геройҙарын белде.

100 йылдан һуң – 2018 йылдың 11 ок­тябрендә Баймаҡ ҡалаһында сауҙагәр Кабановтың боронғо йорто (хәҙерге ва­ҡытта “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-заповедник урынлашҡан) янында Башҡортостандың автономияһы өсөн көрәшеүселәр иҫтәлегенә стела асылды. Республика көнө уңайынан ойошто­ролған тарихи ваҡиғала баш ҡалабыҙ Өфөнән Хөкүмәт ағзалары, уҡытыусылар, ҡала һәм район уҡыусылары, киң йәмәғәт­селек ҡатнашты. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, офицерҙар Ғ. Иҙел­баев һәм Ғ. Мағазовтың исемдәре мәңгеләштерелде.

Был ваҡиға уҡыусыларға гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүҙә оло әһәмиәткә эйә. Яңы факттарҙың һәм исемдәрҙең барлыҡҡа килеүе теге йәки был пробле­маға үҙҙәренең ҡарашын формалаш­тырырға тейеш. Уның ярҙамында ғына улар фекер йөрөтөргә, ваҡиғаларға баһа бирергә өйрәнәсәк. Был проблеманың халыҡтың социаль составы, башҡорттар­ҙың ҡыҙылдар яғына күсеү шарттары, иҡтисад һәм хужалыҡ үҫеше кимәле, дауалау учреждениелары кеүек өйрәнелмә­гән аспекттары бар.

Юғарыла һанап кителгән темалар буйынса документаль сығанаҡтарҙы, Темәс ауылындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрә­неү музейындағы экспонаттарҙы ҡулла­нып, тарих уҡытыусылары Башҡортос­тандың автономияһына арналған тикше­реү эштәре алып бара. Улар Ю. Мусин һәм И. Ғүмәровтар – “Темәс – автоно­мияның сәңгелдәге”, “Темәс ауылындағы хөкүмәт йорттары” темаларына проект эштәре етәкселәре. В. Ғүмәрова “Беренсе Этҡол ауылынан Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар” темаһын өйрәнде.

Бер быуат элек тетрәткән фажиғәле ваҡиғалар Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Беренсенән, дәүләт автоно­мияһы төҙөлдө: Башҡортостан Рәсәй составында автономиялы республика булараҡ еңел булмаған юл үтте, икенсе­нән, милли-дәүләт автономия башҡорт теленә дәүләт статусы биреүгә шарттар тыуҙырҙы, был башҡорттарға милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Өсөнсөнән, автономия – аныҡ шәхестәр – милли хәрәкәт лидерҙарының әүҙем эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Беҙ уларҙың исемен оноторға тейеш түгел!

Шулай итеп, ул йылдарҙың ваҡиғалары – республикабыҙҙың милли-дәүләт үҫе­шенең бер этабы. Был ҡанлы тарих Тыуған ил менән яҙмышын бәйләгән күп кенә шәхестәребеҙҙең яҙмы­шына ла ҡағылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873