Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя көткән, һикһәндә лә егеттәрсә баҫып йөрөгән Фәтих Иҡсановты Әбйәлил районында яҡшы беләләр. Оҙаҡ йылдар райондың Эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыға ул.

Асҡар ауылы ҡыҙы Ләлә Вәли ҡыҙы менән бәхетле йәшәүҙәренә 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Өс бала тәр­биәләп үҫтереп, бөгөн улар һигеҙ ейәнгә, бер ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй. Ҡаҙмаш ауылы егете Фәтих Ғариф улы 1957 йылда әрме сафына алына. Севастополь ҡалаһындағы Ҡара диңгеҙ флотында дүрт йыл “һалдат һурпаһы”н эсергә тура килә уға. Ныҡлы кәүҙәле, һау-сәләмәт, көслө ихтыярлы ауыл егетенә хеҙмәт итеү ауыр булмай. Әрмелә ул урыҫса өйрәнә, төрлө милләт кешеләре менән ихлас аралаша.

Ҡулына сумаҙан тотҡан һалдатты ауылдаштары ҡыуанып ҡаршылай: колхозда эш булыуы хаҡында әйтелә, бер нисә көндән сығырға ҡушыла. Был ваҡытта ауыл халҡы хеҙмәт көнөнә эшләгән була, аҡсаның юҡ сағы. Йәш, дәртле егет күп уйлап тормай, комсомол путевкаһы менән Ҡаҙағстанға эшкә барырға тәүәккәлләй. Ата-әсәһе лә улдарының теләгенә ҡаршы килмәй, һалдаттан яңы ҡайтҡан Фәтих Иҡсанов йәшлек дәрте һәм сәме менән алыҫ ҡаҙаҡ далаларына юлға сыға.

Әммә киң далалы ҡаҙаҡ ере йәш төҙөүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршыламай. Саман өйҙәрҙә биш-алты кеше бергә йәшәргә мәжбүр була, көнкүреш шарттары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Сиҙәм күтәреүселәр һәр саҡ ҡомло әсе елдең ыжғырып тороуына ла яйлап күнегә, тыуған яҡтарының ап-аҡ ҡарын, матур тәбиғәтен һәр саҡ һағынып йәшәй улар. Аҡрынлап Фәтих Иҡсанов яңы һөнәрҙәргә өйрәнә, бигерәк тә йәш егетте шофер танытмаһын алыу теләге тынғылыҡ бирмәй. Ул ваҡытта водитель булыу бик абруйлы һанала, һирәктәргә генә танытма алыу бәхете тейә. Теләк тирәкте һындыра, тигәндәй, яйы үҙенән-үҙе килеп сыға. Шоферҙар әҙерләү курсы асыла, ике егет унда уҡырға теләк белдерә. Улар араһында минең әңгәмәсем дә була.

Тимер юл буйындағы депонан бер бүлмә алып, шундай йәшәй башлай. Көндөҙ уҡый, төндәрен вагон бушатырға бара. Әммә Фәтих Ғариф улының күңелендә тыуған яҡтарына ҡайтып, кәләш алыу, донъя көтөү, балалар үҫтереү теләге тынғылыҡ бирмәй. Ҡайтһа, эше була­сағына ла ышана ул, сөнки кеҫәһендә водитель танытмаһы ята.

Тыуған яғына ҡайтҡас, ул “Заветы Ильича” колхозында бер аҙ эшләп ала, урмандан Гусевка ауылына утын ташый. Көндәрҙең береһендә уның тормошон кинәт үҙгәртерлек ваҡиға була. Асҡарҙағы ашханала төшкө аш мәлендә Фәтих Иҡсанов янына бер танышы килеп ултыра. Хәл-әхүәл һорашып, ни өсөн ҡайтҡанлығы хаҡында белешә. Машина йөрөтөргә танытмаһы барлығын белгәс, иртәгә үк район милицияһына эшкә килергә саҡыра.

Төрлө уйҙарға бирелеп, тыуған ауылына ҡайта. Ата-әсәһенә ниәте хаҡында әйткәс тә, улар шунда уҡ риза була. “Имен-һау ғына йөрө!” тип әсәһе биргән фатиха оҙаҡ йылдар геройыма Әбйәлил райо­нының эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итергә ярҙам итә. 1969 йылда өлкән лейтенант милицияла водитель булып эш башлай һәм йылдар дауамында төрлө вазифаға үрләтелә. Ситтән тороп белемен камил­лаштырырға ла, үҙен бар яҡлап әҙерлекле спортсы итеп тәрбиәләргә лә ваҡыт таба ул. Оҙаҡ йылдар район халҡы именлеге өсөн хеҙмәт итеп, милиция майоры булараҡ хаҡлы ялға сыға.

Хәрби кеше тыныс шарттарҙа ла тик ултырырға яратмай: райондың тормошонда әле лә ҡайнап йәшәй, кәңәштәрен бирә. Ҡатыны Ләлә ханым менән баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Ял һайын ейән-ейән­сәр­ҙәре килеп тула, йорттары бәхетле сабый тауышына күмелә. “Ошонан да башҡаса бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!” тигән һүҙҙәрендә Фәтих Иҡсановтың көнкү­решенең матур булыуы, бәхетле ғүмер кисереүе, ҡартлығында балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүенә ҡойоноп йәшәүе сағыла. Барыһына ла шундай бәхет насип итһен, тигән изге теләктәр менән сыҡтыҡ был йылы һәм ҡотло йорттан.


Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне Район: Әбйәлил районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә