Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя көткән, һикһәндә лә егеттәрсә баҫып йөрөгән Фәтих Иҡсановты Әбйәлил районында яҡшы беләләр. Оҙаҡ йылдар райондың Эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыға ул.
Асҡар ауылы ҡыҙы Ләлә Вәли ҡыҙы менән бәхетле йәшәүҙәренә 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн улар һигеҙ ейәнгә, бер ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй. Ҡаҙмаш ауылы егете Фәтих Ғариф улы 1957 йылда әрме сафына алына. Севастополь ҡалаһындағы Ҡара диңгеҙ флотында дүрт йыл “һалдат һурпаһы”н эсергә тура килә уға. Ныҡлы кәүҙәле, һау-сәләмәт, көслө ихтыярлы ауыл егетенә хеҙмәт итеү ауыр булмай. Әрмелә ул урыҫса өйрәнә, төрлө милләт кешеләре менән ихлас аралаша.
Ҡулына сумаҙан тотҡан һалдатты ауылдаштары ҡыуанып ҡаршылай: колхозда эш булыуы хаҡында әйтелә, бер нисә көндән сығырға ҡушыла. Был ваҡытта ауыл халҡы хеҙмәт көнөнә эшләгән була, аҡсаның юҡ сағы. Йәш, дәртле егет күп уйлап тормай, комсомол путевкаһы менән Ҡаҙағстанға эшкә барырға тәүәккәлләй. Ата-әсәһе лә улдарының теләгенә ҡаршы килмәй, һалдаттан яңы ҡайтҡан Фәтих Иҡсанов йәшлек дәрте һәм сәме менән алыҫ ҡаҙаҡ далаларына юлға сыға.
Әммә киң далалы ҡаҙаҡ ере йәш төҙөүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршыламай. Саман өйҙәрҙә биш-алты кеше бергә йәшәргә мәжбүр була, көнкүреш шарттары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Сиҙәм күтәреүселәр һәр саҡ ҡомло әсе елдең ыжғырып тороуына ла яйлап күнегә, тыуған яҡтарының ап-аҡ ҡарын, матур тәбиғәтен һәр саҡ һағынып йәшәй улар. Аҡрынлап Фәтих Иҡсанов яңы һөнәрҙәргә өйрәнә, бигерәк тә йәш егетте шофер танытмаһын алыу теләге тынғылыҡ бирмәй. Ул ваҡытта водитель булыу бик абруйлы һанала, һирәктәргә генә танытма алыу бәхете тейә. Теләк тирәкте һындыра, тигәндәй, яйы үҙенән-үҙе килеп сыға. Шоферҙар әҙерләү курсы асыла, ике егет унда уҡырға теләк белдерә. Улар араһында минең әңгәмәсем дә була.
Тимер юл буйындағы депонан бер бүлмә алып, шундай йәшәй башлай. Көндөҙ уҡый, төндәрен вагон бушатырға бара. Әммә Фәтих Ғариф улының күңелендә тыуған яҡтарына ҡайтып, кәләш алыу, донъя көтөү, балалар үҫтереү теләге тынғылыҡ бирмәй. Ҡайтһа, эше буласағына ла ышана ул, сөнки кеҫәһендә водитель танытмаһы ята.
Тыуған яғына ҡайтҡас, ул “Заветы Ильича” колхозында бер аҙ эшләп ала, урмандан Гусевка ауылына утын ташый. Көндәрҙең береһендә уның тормошон кинәт үҙгәртерлек ваҡиға була. Асҡарҙағы ашханала төшкө аш мәлендә Фәтих Иҡсанов янына бер танышы килеп ултыра. Хәл-әхүәл һорашып, ни өсөн ҡайтҡанлығы хаҡында белешә. Машина йөрөтөргә танытмаһы барлығын белгәс, иртәгә үк район милицияһына эшкә килергә саҡыра.
Төрлө уйҙарға бирелеп, тыуған ауылына ҡайта. Ата-әсәһенә ниәте хаҡында әйткәс тә, улар шунда уҡ риза була. “Имен-һау ғына йөрө!” тип әсәһе биргән фатиха оҙаҡ йылдар геройыма Әбйәлил районының эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итергә ярҙам итә. 1969 йылда өлкән лейтенант милицияла водитель булып эш башлай һәм йылдар дауамында төрлө вазифаға үрләтелә. Ситтән тороп белемен камиллаштырырға ла, үҙен бар яҡлап әҙерлекле спортсы итеп тәрбиәләргә лә ваҡыт таба ул. Оҙаҡ йылдар район халҡы именлеге өсөн хеҙмәт итеп, милиция майоры булараҡ хаҡлы ялға сыға.
Хәрби кеше тыныс шарттарҙа ла тик ултырырға яратмай: райондың тормошонда әле лә ҡайнап йәшәй, кәңәштәрен бирә. Ҡатыны Ләлә ханым менән баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Ял һайын ейән-ейәнсәрҙәре килеп тула, йорттары бәхетле сабый тауышына күмелә. “Ошонан да башҡаса бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!” тигән һүҙҙәрендә Фәтих Иҡсановтың көнкүрешенең матур булыуы, бәхетле ғүмер кисереүе, ҡартлығында балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүенә ҡойоноп йәшәүе сағыла. Барыһына ла шундай бәхет насип итһен, тигән изге теләктәр менән сыҡтыҡ был йылы һәм ҡотло йорттан.