Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ватан ҡушҡан бурыс
Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуы хаҡында хәбәр ителде. Күптәр был яңылыҡты һуғыш бөткәндәй ҡыуанып ҡабул итте, бәғзеләре аҙналар буйы телевизор янынан китмәй, донъя яңылыҡтары менән танышты. Хатта ауылда “дошман” һүҙе хыянатсы тигән синонимды алмаштырҙы.

Уйлап ҡараһаң, ул йылдарға 30 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Тыуған ауылымдағы ике яугир-интернационалистың әле береһе генә иҫән. Афғанстанда хеҙмәт иткәндәргә баштараҡ халыҡ бер аҙ һағайыбыраҡ ҡа­раны, бөгөн иһә улар менән ғорурланабыҙ. Ысынында, был мәғәнәһеҙ һуғыш күпме йәш егеттең ғүмерен өҙҙө, күпме әсәнең күҙ йәшен түктереп, уларҙы ғәзиз улдарынан мәхрүм итте. Туғыҙ йылдан ашыу барған хәрби хәрәкәттә 14 мең совет һал­даты һәләк була, 50 меңдән ашыуы ғәрип­ләнә. Һуғышта барлығы 400 мең кеше ҡатнаша, шуның 9214-е – Башҡортостан егеттәре. 307 яҡташыбыҙҙың үле кәүҙәһе ҡурғаш табутта ҡайта.

Ниндәй генә осор булмаһын, һалдат Ва­таны ҡушҡанын үтәй. Үҙ илен һайлап ала алмаған кеүек, ул да ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген һайлау мөмкинлегенә эйә түгел. Күп егеттәрҙе ҡыҙыҡтырған илебеҙ­ҙең элиталы ғәскәре – “зәңгәр береттар” , “ҡанатлы пехота”ға эләгеү бик аҙҙарҙың ғына өлөшөнә төшә. Үҙенә генә хас не­с­кә­лектәре, сиселмәгән серҙәре менән дан ал­ған ғәскәрҙә хеҙмәт юлын башлаған Бай­маҡ районының Түбә ауылы егете Нәзир Әбйәлиловтың да яҙмышы Афғанстан менән бәйле.

Тәүҙә ауылдағы мәктәптә, артабан Сибай һөнәрселек училищеһында белем алған Нәзир Нурмөхәмәт улы үҙен алда ҡанлы, аҙым һайын әжәл эҙәрлекләгән һуғыш көтә тип уйламағандыр, моғайын. Ул түҙемһеҙлек менән Совет Армияһы сафында хеҙмәт итергә атлыға, осоро шундай була. Егеттәр өсөн әрмелә хеҙмәт итеү оло мәртәбә, ғорурлыҡ булып һанала ине.

Спорт менән дуҫ, ныҡ, сыҙам егет, хәрби әҙерлек курсын тамамлағандан һуң, Афғанстанға оҙатыла. Нәзир Әбйәли­лов­тың физик һәм ихтыяр көсөнә ҡарап, элиталы разведчиктар төркөмөнә билдә­ләйҙәр. Һуғыш ваҡытында алдан дошман йәшенгән урынды билдәләгән, уларҙың тылына үтеп ингән разведчиктарҙың ғүмеренең һәр секунды үлем менән йәнәш йөрөгәнен күптәр яҡшы аңлайҙыр. Иптәштәрен юғалтыуҙан ҡара ҡайғыға ҡалған, бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер йәш егеттәр, тиҙ арала олоғайып, күпте күргән аҡһаҡал аҡылын һәм хәстәрен йөрәгенә йыя.
Әңгәмәсемә хәрби бурысын ут эсендә үтәүен һөйләү еңелдән булманы. Уға сараһыҙлыҡтан шул мәлдәргә ҡайтып, яуҙа ятып ҡалған дуҫтарын хәтерләргә, күпме йоҡоһоҙ төн үткәреүен ҡабат иҫенә төшөрөргә тура килде. Уңалып барған күңел яралары йәнә әрнене, йөрәге һыҡтаны.
Таулы Афғанстанды, уның халҡын, һуғышты яугир үҙе кеүек үк утлы юлдан үткән иптәштәре менән генә осрашҡанда хәтергә төшөрә, тине уның хаҡында ҡатыны ла.

— Яу ҡырында эргәлә генә үлем һағалағанда, бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Унда дуҫлыҡтың ысын мәғәнәһен, ҡәҙерен төшөндөм, — тине яугир-интернационалист.

Һалдат хеҙмәтен утлы-дауыллы Аф­ған­с­тан тарафтарында үтәп, тыуған ауылына ҡайтҡас, һөнәре буйынса ташсы булып эшләй. 1986 йылдан алып бөгөнгә тик­лем уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар. 2016 йылда Нәзир Әбйәлиловҡа “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ауыр һалдат тормошо үтергә тура килһә лә, тормошта ул ғаиләнән уңа. Сыңғыҙ ауылы ҡыҙы Тәнзилә Мөхтәсим ҡыҙы менән 1989 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Тормоштарын йәмләп ике улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килә. Йорт йылыһын һәм ҡотон һаҡлаусы Тәнзилә ханым ҡаланың “Күбәләк” балалар баҡсаһында кескәйҙәргә тәмле аш-һыуҙар бешерә, оҙаҡ йылдар ашнаҡсы булып эшләй. Әбйәлиловтар бөгөн – бәхетле өләсәй һәм олатай, уларҙың баһадирҙай ике ейәне һәм сәскәләй ейәнсәрҙәре үҫә.

Яугир, үҙ иленең тоғро һалдаты Нәзир Нурмөхәмәт улының күкрәген күп һанлы миҙалдар биҙәй, бихисап Маҡтау ҡағыҙ­ҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Ҡасандыр йәшләй генә ут эсенә инергә мәжбүр булған яугир-интернационалис­тарҙың һаны йылдан-йыл һирәгәйә бара, әммә уларға ҡарата хөрмәт һәм тейешле баһа әлегә тиклем күрһәтелә, тип әйтеп булмай. “Шифаханаларға барабыҙ, дауаланыу бушлай, әммә афған яуын үткән яугирҙәргә ҡаралған программалар үтәлә, тип әйтмәҫ инем. Бигерәк тә был торлаҡ мәсьәләһе буйынса хәл ителмәй. Беҙҙең сафҡа хәҙер Чечня һуғышында һәм Чернобылдә булыу­сыларҙы ла өҫтәнеләр, сират күбәйә, ә про­блема хәл ителмәй”, — ти афған яуын үткән һалдат. Бәлки, быйыл, Афғанс­тандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулған йылда, ниһайәт, ошо һуғышта ҡатнашҡандарҙың аһ-зарын ишетеүселәр, уларға тейешле ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылыр, ахыр сиктә ҡабул ителгән программалар тормошҡа ашыр, тигән ыша­ныс­та ҡалайыҡ. Улар ҙа бит хәрби хеҙ­мәтте һайлап алмаған, тик Ватан ҡушыуы буйынса яуға барған һәм үҙ һаулығын юғалтҡан...


Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне Фото: Автор фотоһы
Район: Баймаҡ ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана 02.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Республикала Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә

Республикала Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә 01.06.2026 // Йәмғиәт

Ғибәҙәтханаларҙы 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асырға йыйыналар....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана 01.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 2

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә