Мәсьәлә зирәк аҡыл талап итә.Күптән түгел Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе республикабыҙҙың көньяҡ райондарының, шулай уҡ Күмертау, Мәләүез ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары методистарын үҙенә йыйҙы. Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән, Октябрьский райондары педагогтарының ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла күтәреп ебәрҙе. “Туған телдәрҙе өйрәтеүҙә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыуҙың заманса алымдары” төбәк-ара семинары Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан хуплау тапты, улар сараны ойоштороуға методик ярҙам күрһәтте.
Көйөргәҙелә эштәр көйлөРайон етәкселеге лә саранан ситтә ҡалманы. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов, мәғариф идаралығы етәксеһе Ирина Ибраһимова, ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Кинйәлиевтәрҙең ихлас сәләмләүе барыһының да күңеленә хуш килде. Әхәт Йәүҙәт улы райондың тарихы, иҡтисады, халыҡтың көнкүреше менән таныштырып үтте. Ҡунаҡтар мәктәп музейы, 2007 йылда сафҡа ингән белем усағы менән танышты. Мәктәп үҙенең таҙалығы, йылылығы, һәр нәмәлә тәртип булыуы менән һоҡландырҙы. Ауыл балалары ҡаланан һис кәм булмаған шарттарҙа белем алһын әле! Әйткәндәй, оло сара уңайынан Ә.Й. Ҡотләхмәтов интерактив таҡта бүләк итте.
Морапталда урта мәктәп 1938 йылда асыла. Ул 1988 йылдан яҡташтары Баязит Бикбай исемен йөрөтә. Бөгөн 28 педагог ике йөҙҙән ашыу уҡыусыға белем һәм тәрбиә бирә. Ике уҡытыусы “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булған.
Мәктәптең уҡыусылары ла һынатмай. Һуңғы ике йыл эсендә Илүзә Ғәлиева, Илназ Ниғмәтуллин, Алһыу Нафиҡова, Ләйсән Сәйфуллина, Айһылыу Байгилдина, Әлфирә Мөғинова, Айлина Ҡотлобаева, Ангелина Таңатарова, Арина Хоҙайбирҙина һәм Азамат Сарлыбаев республика олимпиадаларында, ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулаған. Балалар айырыуса тыуған яҡты өйрәнеү буйынса проекттарҙы ихлас башҡара, “Юшатыр” исемле мәктәп гәзитен сығара. Х класс уҡыусыһы Ләйсән Сәйфуллина – журналистика, IX “б” класынан Әлфизә Ғәлимова, шул уҡ кластан Дания Хәсәнова проза һәм шиғриәт менән әүҙем шөғөлләнә.
Көйөргәҙе районындағы сәфәрҙә ҡыуанып йөрөнөм, сөнки район етәкселеге, мәғариф идаралығы, белем биреү ойошмалары бөгөнгө шарттарҙа баҙап ҡалмай, милли мәғарифыбыҙҙы һаҡлап, уны артабан үҫтереү буйынса ышаныслы эшләй. Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһындағы” яңы законының 14-се статьяһына ярашлы, район һәм ҡала округтарында уҡытыу һәм тәрбиә эшен ойоштороу тулыһынса улар ҡарамағында. Тимәк, милли мәғариф проблемаларын хәл итеү ҙә улар иңендә ята. Көйөргәҙеләр быны яҡшы аңлай, шуға күрә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуға етди иғтибар бирә.
Дөрөҫөн әйткәндә, районда һуңғы тиҫтә йылдарҙа был һорау бер ваҡытта ла торманы. Башҡа милләт уҡытыусылары мәсьәләнең айышын яҡшы аңлай. Мәҫәлән, 1989 – 1991 йылдарҙа мин Ермолаевка ярҙамсы (коррекцион) мәктәп-интернатында эшләнем. Хеҙмәттәшем Валерий Кирюшин минән башҡорт теленә өйрәтеүемде үтенде, ә бер аҙҙан ярайһы уҡ һупалай башланы. Ҡасаба советы рәйесе, район башлығы урынбаҫары булып эшләгәнендә башҡорт телен белеүе файҙаға ғына булды, сөнки етәксенең өлгөһө башҡаларға нығыраҡ тәьҫир итә. Ғаилә традицияһын, туған телдәрҙе уҡытыуға ынтылышты мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Кирюшина дауам итә.
Көйөргәҙе районында башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләү яҡшы ҡуйылған. Республика олимпиадаларында, төрлө конкурстарҙа яуланған еңеүҙәр, Таймаҫ урта мәктәбендә йыл да уҙғарылып килгән республика кимәлендәге “Солтангәрәев уҡыуҙары” эштең һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.
Райондың 17 урта, 12 башланғыс мәктәбендә 2322 уҡыусы белем ала. Уларҙың 819-ы башҡорт, 1016-һы урыҫ, 309-ы татар, 144-е сыуаш милләтенән. 1503 бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, 757 уҡыусы туған тел итеп уҡый. Яңы уҡыу йылы алдынан Ермолаевкалағы балалар баҡсаһында ике башҡорт төркөмө асылды, унда 43 бала туған телендә тәрбиәләнә. Байтаҡтан бирле “Батыр”, “Бәпембә”, “Теремок” баҡсаларында ошондай төркөмдәр эшләп килә.
– Беҙ Әхәт Йәүҙәт улының даими ярҙамын тойоп эшләйбеҙ. Ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табабыҙ, шуға ла туған телдәрҙе ата-әсә ризалығы менән уҡытыуға күсеү бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыуҙырманы, – ти Көйөргәҙе районының мәғариф идаралығы етәксеһе Ирина Ибраһимова.
Тәтешлеләр – Ғәли Соҡорой вариҫтарыТуған телдәргә ҡарата матур һәм аңлы мөнәсәбәтте республикабыҙҙың Тәтешле районында ла күреп һоҡланырға насип булды. Тәтешлеләр үҙҙәренең арҙаҡлы рухи остаз, Урман ырыуы башҡорто Ғәли Соҡорой вариҫтары икәнен яҡшы аңлай. Бында туған телгә һөйөү шанлы тарих биттәрен һәм данлы шәхестәр эшмәкәрлеген өйрәнеү менән бергә алып барыла. Йәнә килеп, райондың 25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән ике көн буйы аралашҡанда коллегаларым: “Һеҙ беҙгә фонетика, морфология буйынса лекциялар уҡымағыҙ, беҙгә халҡыбыҙҙың тарихы, милли йолалары, донъяны әсир иткән ҡурайы хаҡында күберәк һөйләгеҙ!” – тип үтенде. Шуға күрә осрашыуҙарыбыҙ шиғырҙар уҡыу, халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын башҡарыу, милли ғорурлығыбыҙ ҡурай моңдарын тыңлау менән үрелеп барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: туған тел уҡытыусылары, дәртләнеп китеп, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны, ырыу тарихынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Шәхсән үҙемдең күңелемә боронғо ырыуҙаштарымдың – табындарҙың ерле һөйләше май кеүек яғылды.
– Беҙҙең районда башҡорт телен уҡытыу буйынса ауырлыҡ булманы, киләсәктә лә булмаҫ. Район халҡының 60,1 процентын – башҡорттар, 14,9-ын – татарҙар, 21,5 процентын удмурттар тәшкил итә. Үҙем өс телдә һөйләшәм. Удмурт телен белеүем арҡаһында ошо милләттән булған ата-әсәләр, айырыуса уҡыусылар яныма тартылып тора. Туған телдәрҙе ата-әсә, уҡыусы теләге менән өйрәнеү ҙә артыҡ проблема тыуҙырманы. Беҙ район етәкселеге менән бер төптән эш иттек, һөҙөмтәлә сәғәттәр, уҡытыусылар һанын ҡыҫҡартыуға юл ҡуйманыҡ, – тине Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Әҙеһәм Фәрүәзетдинов.
Ана бит, өлгө алырҙай ниндәй етәкселәребеҙ, төбәктәребеҙ бар. Улар булғанда, туған телдәребеҙгә лә хәүеф янамаҫ.
Заман башҡа – заң башҡа, тимәйекЭйе, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү донъяла иң мөһим проблемаларҙың береһенә әүерелде. Был мәсьәлә бер илдә лә еңел хәл ителмәй, шуға күрә ҡылдан нескә мәсьәләгә зирәк аҡыл һәм саф күңел менән ҡарарға кәрәк. Уны дөрөҫ баһалауҙа теге йәки был илдәге телгә бәйле хәл-торошто төплө өйрәнеү, дөрөҫ баһалау мөһим. Мәҫәлән, Дағстан халҡы 32 телдә һөйләшә, мәктәптәрҙә уҡытыу 14 (беҙҙә – алты) телдә алып барыла. Ҡарасәй-Черкес республикаһында абазин, ҡарасәй, нуғай, рус, черкес телдәре дәүләт теле тип иғлан ителгән. Рус телле мәктәптәрҙә лә туған телдәрҙе уҡытыу мотлаҡ. Коми Республикаһында (яңыраҡ булып ҡайттым) туған коми теле аҙнаһына – биш, ә дәүләт теле булараҡ ике сәғәт өйрәнелә.
Донъя кимәлендә лә туған телдәр һаҡсыл ҡараш талап итә. Мәҫәлән, АҠШ өсөн өр-яңы проблема – рус телен өйрәнеү, сөнки ошо телле граждандар һуңғы ваҡытта күпләп арта бара. Бөгөн унда рус телендә 20 журнал баҫыла, дүрт телеканал эшләй.
Швейцариялағы хәл-торош та фәһем алырлыҡ. Бында күп теллелек 1848 йылғы Конституция менән нығытылған. 4-се статья нигеҙендә немец (халыҡтың 65% аралаша), француз (23%), итальян (8,3%) һәм ретророман (0,6%) телдәре – рәсми телдәр. Был илдә диалект телдәрен һаҡлауға ла иғтибар ҙур.
Бөгөн донъяла алты мең тел аҡрынлап бөтә бара тип һанала. ЮНЕСКО эксперттары Рәсәйҙең дә күп халыҡтары телдәрен, шул иҫәптән башҡорт телен дә бөтөү ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбенә индергән. Ошо йәһәттән ойошманың XXX Генераль конференцияһының 21 февралде “Халыҡ-ара туған тел көнө” тип иғлан итеүе һөйөнөслө.
Беҙҙә йәнә 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде, ул – Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Ошо айҡанлы йыл аҙағында уҙған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республиканың Мәғариф министрлығы “Торатау” конгресс-холында ҙур байрам уҙғарҙы. Ул уҡыусылар күңелендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Шулай ҙа башҡорт телен ғаиләлә, балалар баҡсаһында һәм белем усаҡтарында һаҡлап ҡалыу беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ булып ҡала. Мәсьәләнең көнүҙәклеге башҡорт мәктәптәренең кәмей барыуы, башланғыс кластарҙан уҡ предметтарҙы рус телендә уҡытыу, дәреслектәрҙең тәржемә ителмәүе, федераль исемлеккә инмәүе һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында арта ғына бара.
Шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡтарҙы ла күрә белергә кәрәк. Республикала дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү буйынса программа ҡабул ителде, махсус фонд булдырылды. Телде һаҡлау өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына ла өмөт ҙур. Һуңғы арала ғына дәреслек авторҙары, билдәле ғалимдар М.Б. Юлмөхәмәтов, Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, В.И. Хажин, З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова, Ф.Ш. Сынбулатова, З.Ғ. Нафиҡоваларҙың төрлө йүнәлештәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәренең, Мәскәүҙә абруйлы экспертиза үтеп, федераль исемлеккә индерелеүе республикабыҙ өсөн оло ваҡиға булды.
Йәнә килеп, республика мәктәптәрендә аҙнаһына биш көнлөк уҡытыуға күсеү туған телдәрҙе һаҡлауға яңы ҡараш талап итәсәк. Уны ла республиканың мәғариф белгестәре төптән уйлап, кәрәкле һәм һәр яҡлап үлсәнгән фекерен әйтер, яңы уҡытыу тәртибенә юғалтыуҙарһыҙ инер тигән ышаныс көслө.