Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…”
Беҙ бөтәбеҙ ҙә минутына 15-20 тапҡыр күҙ йомғолайбыҙ. Күҙҙең һаҡланыу реакцияһын һиҙмәйбеҙ ҙә үҙебеҙ, сөнки уның тышҡы мөгөҙ ҡатлауы кәрәкле дымды алырға тейеш. Ә унда ҡан тамырҙары юҡ.

Әммә балағыҙҙың саманан тыш күҙен ҡыҫҡылауын һиҙеп ҡалһағыҙ, хәүефләнер­гә урын бар тигән һүҙ. Офтальмолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Хәҙерге заман балаларының телевизор, компьютер алдында оҙаҡ ултырыуы, телефон менән мауығыуы нығынып етмәгән организм өсөн ҙур стресс булыуы мөмкин.

Телевизор экранына оҙаҡ текәлеп ултырыу күҙ мөгөҙ ҡатлауының ҡороуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Иғтибар менән мультфильм ҡарағанда йә уйнағанда күҙ йомғолау йышлығы кәмей. Организм дымға ҡытлыҡты ҡаплау өсөн күҙҙәрҙе йыш йомғоларға мәжбүр итә. “Ҡоро күҙ синдромы” тигән терминды ишеткәнегеҙ барҙыр. Бала был осраҡта күҙҙәрен ыуғылап, ҡыҫҡылап ҡарарға ғәҙәтләнә. Күреү һәләте кәмегәнен сабыйҙың алыҫтағы предметҡа күҙҙәрен ҡыҫып текәлгәнендә асыҡ тоя алаһығыҙ.

Психологик проблемалар арҡаһында ла был хәлдең килеп тыуыуы мөмкин. Бит мускулдарының контролһеҙ ҡыҫҡарыуы күҙҙәрҙе йыш йомғолауға килтерә. Бындай осраҡта нервы тартышыуы күҙәтелә, баш ауыртыуы мөмкин. Кисекмәҫтән невропато­логка күренергә кәрәк.
Айырыуса мәктәп тормошона яраҡла­шыу осоронда, 6-7 йәштәрҙә, балалар ошо хәлдән яфалана.

Нервы тартышыуы (тик) күҙ ҡабағы мус­кулдарының ирекһеҙҙән ҡыҫҡарыуы, нервы көсөргәнешлеге һөҙөмтәһендә тыуыусан. Уны барлыҡҡа килтереүсе сәбәп­тәрҙең бер нисәһе: генетик бирешеүсән­лек, иммунитеттың кәмеүе, ҡайһы бер дарыу­ҙар тәьҫире, ҡанда калий, кальций һәм магний етешмәүе. Йыш ҡына кире эмоцияларҙың, ата-әсә тойомламаған борсолоу, ҡурҡыу тойғоһоноң да сәбәпсе булыуы мөмкин.


Автор: Л. ГӘРӘЕВА табип


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә