Беҙ бөтәбеҙ ҙә минутына 15-20 тапҡыр күҙ йомғолайбыҙ. Күҙҙең һаҡланыу реакцияһын һиҙмәйбеҙ ҙә үҙебеҙ, сөнки уның тышҡы мөгөҙ ҡатлауы кәрәкле дымды алырға тейеш. Ә унда ҡан тамырҙары юҡ.
Әммә балағыҙҙың саманан тыш күҙен ҡыҫҡылауын һиҙеп ҡалһағыҙ, хәүефләнергә урын бар тигән һүҙ. Офтальмолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Хәҙерге заман балаларының телевизор, компьютер алдында оҙаҡ ултырыуы, телефон менән мауығыуы нығынып етмәгән организм өсөн ҙур стресс булыуы мөмкин.
Телевизор экранына оҙаҡ текәлеп ултырыу күҙ мөгөҙ ҡатлауының ҡороуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Иғтибар менән мультфильм ҡарағанда йә уйнағанда күҙ йомғолау йышлығы кәмей. Организм дымға ҡытлыҡты ҡаплау өсөн күҙҙәрҙе йыш йомғоларға мәжбүр итә. “Ҡоро күҙ синдромы” тигән терминды ишеткәнегеҙ барҙыр. Бала был осраҡта күҙҙәрен ыуғылап, ҡыҫҡылап ҡарарға ғәҙәтләнә. Күреү һәләте кәмегәнен сабыйҙың алыҫтағы предметҡа күҙҙәрен ҡыҫып текәлгәнендә асыҡ тоя алаһығыҙ.
Психологик проблемалар арҡаһында ла был хәлдең килеп тыуыуы мөмкин. Бит мускулдарының контролһеҙ ҡыҫҡарыуы күҙҙәрҙе йыш йомғолауға килтерә. Бындай осраҡта нервы тартышыуы күҙәтелә, баш ауыртыуы мөмкин. Кисекмәҫтән невропатологка күренергә кәрәк.
Айырыуса мәктәп тормошона яраҡлашыу осоронда, 6-7 йәштәрҙә, балалар ошо хәлдән яфалана.
Нервы тартышыуы (тик) күҙ ҡабағы мускулдарының ирекһеҙҙән ҡыҫҡарыуы, нервы көсөргәнешлеге һөҙөмтәһендә тыуыусан. Уны барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәрҙең бер нисәһе: генетик бирешеүсәнлек, иммунитеттың кәмеүе, ҡайһы бер дарыуҙар тәьҫире, ҡанда калий, кальций һәм магний етешмәүе. Йыш ҡына кире эмоцияларҙың, ата-әсә тойомламаған борсолоу, ҡурҡыу тойғоһоноң да сәбәпсе булыуы мөмкин.