Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шикле бәйләнеш хәүефле
Шикле  бәйләнеш хәүефлеТелефон аша әйтелгән һәр һүҙгә ҡолаҡ һалырға ашыҡмағыҙ!
Телефон мутлыҡтары хаҡында һәр ҡайһығыҙҙың ишеткәне барҙыр: әле тегендә, әле бында бәйләнеш сараһы ярҙамында кешеләрҙе төп башына ултыртыуҙары хаҡында мәғлүмәт саралары еткереп тора. Шулай ҙа... Телефон мутлыҡтары тоҙағына эләгеүселәр барыбер табыла. Бына әле лә бәғзе бер битарафы: “Телефоны булғас, уныһы ғына була инде”, – тип ҡул һелтәр, моғайын. Әммә беҙ ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инек, сөнки кешене алдау ғына түгел, уның тиҙ ышаныусанлығы, бер ҡатлылығы менән ҡулланыусы ҡәбәхәттәр ҙә бихисап. Шуға күрә, “был хәлдең минең менән булыуы мөмкин түгел”, тип ҡул һелтәп ҡуймағыҙ, кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе оло йәштәге ханымға таныш булмаған телефондан шылтыратҡандар. Ҡатын трубкала “кейәүенең” хәүефле тауышын ишеткән: бисара автомобилдә бер ҡыҙҙы бәрҙереп киткән, имеш. Ышаныслыраҡ булһын өсөн “кейәү бала” трубканы “юл-патруль инспекторы”на ла биргән. Был һөйләшеүҙән һуң тамам албырғап ҡалған ханым кейәүенә ҡабаттан шылтыратып ҡараған, әммә уның телефоны яуап бирмәгән, ҡыҙын иһә насар яңылыҡ менән ваҡытынан алда борсорға теләмәгән. Ул арала, таныш булмаған номерҙан тағы шылтыратып, ҡатындан 50 мең һум аҡса талап иткәндәр: йәнәһе, мәсьәләне урында хәл итер өсөн. Кейәүе өсөн көйгән ҡәйнә оҙаҡ уйлап тормайынса ризалыҡ биргән, адресын атаған. Енәйәтселәрҙең береһе такси менән ҡатындың өйөнә килгән, тейешле сумманы алғандан һуң, кейәүең ярты сәғәттән шылтыратыр һәм өйгә ҡайтыр, тип вәғәҙә итеп китеп тә барған. Кейәүенән шылтыратыу көтә торғас, бер нисә сәғәт үткән. Аптырашта ҡалған пенсионер ҡатын ҡыҙына шылтыратҡан, хәлде һөйләп биргән. Кейәүенең бер ниндәй ҙә юл-транспорт ваҡиғаһына эләкмәүен, ә көн буйы эштә булыуын, иҫән-һау өйгә әйләнеп ҡайтыуын белгәс, ҡатынды саҡ йөрәк өйәнәге йыҡмаған: күрәләтә алданыу ғына түгел, үҙ ҡулың менән аҡса тоттороп ебәрһен әле!
Ошоға оҡшаш ваҡиға Салауат ҡалаһында ла булған: 83 йәшлек әбейгә шылтыратыусылар үҙҙәрен милиция хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған, әбейҙең ейәне юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле тип белдергән. Һөҙөмтәлә пенсионер 57 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, ә ейәне кис иҫән-һау эштән ҡайтҡан.
Күптән түгел Өфөлә ике пенсионер ҡатын, телефон алдаҡсыларына ышанып, 80-шәр мең һум аҡсаһы менән хушлашҡан, ә берәүһе таныш булмаған кешенең банктағы иҫәбенә 200 мең һум аҡса күсергән.
Ололарҙың (күпселек осраҡта телефон енәйәтселәре тоҙағына улар эләгә) изге һыҙаттары – тиҙ ышаныусанлығынан, балалары өсөн көйөп-янып тороуынан файҙаланыусы ҡәбәхәттәр өсөн кешелек ҡиммәттәре бер тин дә тормай.
Бындай осраҡта кәңәш бер: таныш булмаған номерҙан көтөлмәгән шылтыратыу булһа, мәғлүмәтте айыҡ аҡыл менән, бер аҙ шикләнеберәк ҡабул итергә тырышығыҙ, ваҡ-төйәккә лә иғтибарлы булығыҙ. Шылтыратыусының тауышы туғандарығыҙҙыҡына оҡшаһа ла, ул ҡушҡанды шунда уҡ үтәргә ашыҡмағыҙ. Шикле шылтыратыу хаҡында 02 йәки 128 телефоны буйынса полицияға хәбәр итеү зарур. Хәйер, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың әйтеүенсә, телефон шылтыратыуҙарына бәйле енәйәттәрҙе тикшереү уғата ҡатмарлы һәм күрһәткестәр ҙә бик түбән. Шуға күрә ҡылығығыҙ өсөн иң тәүҙә үҙегеҙгә яуап бирергә тура киләсәк.
Ә енәйәтселәрҙең фантазияһы бай! Кеше кеҫәһен таҙартыу өсөн мутлыҡтарҙың бер төрөн генә ҡулланмай улар. Миҫал өсөн, һуңғы ваҡытта шылтыратып ҡына түгел, ә sms-хәбәр (телефонға килгән хат) ярҙамында алдауҙар ҙа йышайып китте. Был ысул ябайлығы менән хайран ҡалдыра: билдәһеҙ номерҙан sms-хәбәр килә, ғәҙәттә, унда интернет-һылтанма адресы күрһәтелә һәм “дуҫың ошо адрес буйынса ҡотлау ебәрҙе”, “һинең өсөн шәп яңылыҡ бар” кеүек мәғлүмәт бирелә. Телефон төймәһенә бер генә баҫыу етә – интернет-һылтанмаға инәсәкһегеҙ, ә унда... Әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡыуаныслы яңылыҡ көтмәй, тик телефондан йөҙҙәрсә һум аҡса китәсәк. Шуға күрә билдәһеҙ номерҙан килгән sms-хәбәргә ышанып, унда ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәргә ашыҡмағыҙ: телефон енәйәтселәренең сираттағы ҡорбаны буласаҡһығыҙ!
Бәләкәй генә мәҡәләлә телефон енәйәтселәренең аҡса урлау өсөн уйлап сығарған тиҫтәләрсә ысулы, уларға бәйле ҡыҙғаныс миҫалдарҙы һанап сығыу мөмкин түгел. Әммә уйланырға урын бар. Әгәр ҙә һеҙгә: “Билдәле радиостанция үткәргән бәйгенең еңеүсеһе булдығыҙ!” (артабан: “Уны алыу өсөн ошо иҫәп буйынса һалым түләргә кәрәк”); “Район (ҡала, ауыл һ.б.) халҡы араһында фәлән датаға бәйле конкурс үткәрелде, һеҙ бәхетлеләр араһында, төп призды оттоғоҙ!” (артабан: “Уны йортоғоҙға килтерәсәктәр, әммә юл сығымдарын ҡапларға кәрәк”) тип йәки ошоға оҡшаш тәҡдимдәр менән шылтыраталар икән, ЫШАНМАҒЫҘ: был — ҡәҙимге мутлыҡ!
Г. САЛАУАТОВА.


Вадим БӘХТЕЙӘРОВ, студент:
– Телефонға ниндәй генә sms-хәбәрҙәр килмәй! Билдәле сауҙа селтәрҙәре тауарҙы тап уларҙың магазинында һатып алырға саҡыра, кинокомплекстар кино ҡарарға үҙҙәренә әйҙәй... Тәүҙә аптырай торғайным: ҡайҙан минең телефон номерымды алалар ҙа ниңә тап миңә ебәрәләр икән тип. Баҡһаң, кредит ойошмалары, эре сауҙа селтәрҙәре, күңел асыу комплекстары бергәләп эшләй һәм ылыҡтырыу маҡсатында һәр клиент тураһында мәғлүмәт туплай. Миңә ҡалһа, телефон енәйәтселәренә лә ҡорбандың номерын табыу ҡыйын түгел. Бер мәл, миңә билдәле “радиостанция”нан шылтыратып, бүләк отоуым хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Әммә был мәғлүмәтте иғтибарға ла алманым, ышанманым. Әйткәндәй, шылтыратыусылар ҙа оҙаҡ инәлеп торманы һәм мине башҡа борсоманы.
Динә БАЙГИЛДИНА, хеҙмәткәр:
– Шикле sms-хәбәрҙәр, ысынлап та, телефонға йыш килә. Әммә мин, унда ҡушылғанса, интернет-һылтанмаға инергә ашыҡмайым, сөнки танышымдың миҫалы һис шәптән түгел. Эш шулай булды: уға sms-хәбәр килгәс, уҡыр өсөн телефон төймәһенә баҫыу менән, танышымдың телефонынан автоматик рәүештә интернет-һылтанма адресына ике тиҫтәгә яҡын хат киткән (моғайын, был шундай функциялы махсус программалыр). Һөҙөмтәлә, танышымдың телефон иҫәбенән өс мең һумдан ашыу аҡса алдылар! Бурысын бүлә-бүлә түләне, бәйләнешһеҙ ыҙаланы. Полицияға мөрәжәғәт иткәйне, унда яуап бер булды: һеҙ бит үҙ телефонығыҙҙың төймәһенә үҙ иркегеҙ менән баҫҡанһығыҙ! Кем ғәйепле була, тимәк? Шуға күрә таныш булмаған номерҙан килгән sms-хәбәрҙе уҡып та тороу кәрәкмәй, шунда уҡ юйып ташлау зарур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә